Беҙҙең Ҡыйғы
+4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
4 Сентябрь 2019, 13:10

Өфөлә «Динамо» стадионында регби буйынса Еврочемпиондар кубогы этабы үтеүе ихтимал

Өфөгә Рәсәйҙең Регби федерацияһы идараһы рәйесе Станислав Дружинин килде. Ул Башҡортостан етәкселеге менән осрашты. Яҡтар төбәктә ошо спорт төрөн үҫтереү мөмкинлектәрен тикшерҙе.

Өфөгә Рәсәйҙең Регби федерацияһы идараһы рәйесе Станислав Дружинин килде. Ул Башҡортостан етәкселеге менән осрашты. Яҡтар төбәктә ошо спорт төрөн үҫтереү мөмкинлектәрен тикшерҙе.
«Регби – тәьҫирле һәм атлетик спорт төрө, – тине Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров. – Беҙ ҙур теләк менән халыҡ-ара турнирҙарҙы ҡабул итергә, республикала регбиҙы артабан үҫтереү тураһында фекер алышырға әҙербеҙ.
Станислав Дружинин һүҙҙәренсә, Башҡортостан регби мәктәбенең киләсәге яҡшы. «Өфө» клубы әле үк Бөтә Рәсәй турнирҙарында сығыш яһай. Башҡортостанда 250 егет ошо спорт төрө менән шөғөлләнә.
Республикала регбиҙы артабан үҫтереү өсөн ойоштороу мәсьәләләрен хәл итергә кәрәк. Улар иҫәбендә – балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәптәрендә регби бүлексәләрен асыу, күнекмәләр өсөн база булдырыу. Ошо маҡсат өсөн Өфөнөң «Динамо» стадионы ҡарала, ул 2020 йылда регби буйынса Европа чемпиондары кубогы этабын уҙғарыу майҙансыҡтарының береһе булыуы ихтимал.
Читайте нас: