Беҙҙең Ҡыйғы
0 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
17 Сентябрь 2019, 16:30
Өфө студенты, 24 килограмм герҙе 127 тапҡыр күтәреп, «алтын» яуланы
Башҡорт дәүләт аграр университетының өсөнсө курс студенты Наилә Ғәлина бишенсе Бөтә Рәсәй милли һәм олимпияға ҡарамаған спорт төрҙәре фестивалендә иң көслө ҡыҙ тип танылды.
Башҡорт дәүләт аграр университетының өсөнсө курс студенты Наилә Ғәлина бишенсе Бөтә Рәсәй милли һәм олимпияға ҡарамаған спорт төрҙәре фестивалендә иң көслө ҡыҙ тип танылды. Спортсы, 24 килограмм герҙе 127 тапҡыр күтәреп, гер спорты буйынса алтын миҙал яуланы. Был хаҡта республиканың Спорт министрлығынан хәбәр иттеләр.
Бынан алда «Башинформ» агентлығы Башҡортостан йыйылмаһының Түбәнге Новгород командаһын 8:1 иҫәбе менән еңеүе хаҡында
хәбәр иткәйне
. Фестивалде асыу тантанаһы 12 сентябрҙә Спорт әҙерлеге үҙәгендә киске сәғәт 7-гә билдәләнгән.
Сығанаҡ
http://www.bashinform.ru/bash/1353600/
Читайте нас: