Беҙҙең Ҡыйғы
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
24 Сентябрь 2019, 12:05

ВЕЛОСПОРТ – СӘЛӘМӘТ ТОРМОШ СИМВОЛЫ

Район үҙәгендә Айыҡлыҡ көнөнә ҡарата күмәк велоуҙыш уҙғарылды.

Район үҙәгендә Айыҡлыҡ көнөнә ҡарата күмәк велоуҙыш уҙғарылды. Иртәнән район хакимиәте алдындағы майҙанға ике тәгәрмәсле транспортта йөрөргә яратыусылар – хеҙмәт коллективтары, уҡыусылар йыйылды. Күптәр ғаиләләре менән килгәйне. Велоуҙыш районда дүртенсе йыл рәттән ойошторолдо. Шуныһы һөйөнөслө: йылдан-йыл унда ҡатнашырға теләүселәр күберәк була бара.
Сара төрлө йәштәге кешеләрҙе берләштерҙе, иң кескәй ҡатнашыусы А. Әхмәтдиноваға дүрт йәш булһа, иң өлкәне И. Әхмәҙуллин 80 йәштән уҙған.
“Беҙ велоуҙышта йыл һайын ҡатнашабыҙ. Велосипед – яратҡан һәм ҡиммәт булмаған, экологияға зыян килтермәүсе транспорт сараһы. Эшкә йә иһә магазинға уның менән барыу көндәлек тормошта даими физик күнекмә менән шөғөлләнеү ысулы булып тора,” – ти сарала даими ҡатнашыусы хеҙмәт ветераны Ф. Хәсбетдинова.
Артабан велосипедсылар төркөмө ҙур колонна булып ЮХХДИ машиналары оҙатыуы аҫтында район үҙәге урамдары буйлап юлланды. Билдәләнгән маршрутты дуҫ-татыу үтеп, улар тулы составта кире майҙанға, көйәрмәндәр эргәһенә әйләнеп килде. Был көндө көйәрмәндәр һәм тамашасылар ҙа аҙ түгел ине. Сарала ҡатнашыусыларҙы дәртләндереп торорға район үҙәгенең ике мәктәбе педагогия коллективы килгәйне, улар спорт йүнәлешендәге тематик шәмбе үткәрҙе.
Байрамдың икенсе өлөшөндә командалар араһында ярыштар уҙғарылды. Унда һәр кем велосипедты фигуралы йөрөтөү оҫталығын һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен белеүен күрһәтте.
Ветерандар советы рәйесе Д. Ибәтуллина етәкселегендәге ветерандар командаһы (И. Әхмәҙуллин, Р. Сабирйәнов, В. Минһажева, Ф. Хәсбетдинова) “Еңеүгә ынтылыш өсөн” бүләккә лайыҡ булды. Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе, район хакимиәте һәм Үрге Ҡыйғы 2-се урта мәктәбе уҡытыусылар коллективы командалары уңышҡа өлгәште.
Уҡыусылар айырым дәрт-азарт менән ярышты. Бигерәк тә 2-се урта мәктәп уҡыусылары әүҙемлек күрһәтте. Кадет кластарынан 50-нән ашыу велосипедсы ҡатнашты (етәксеһе Р. Ҡазиханов). Шулай уҡ балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбенең “Пешечка” клубы командаһын билдәләп үтергә кәрәк. Тренер И. Бәширов етәкселегендәге шахматсылар велосипедта ла оҫта йөрөүҙәрен күрһәтте.
Ошолай итеп, ҡыйғылар шәмбе көндө күңелле һәм файҙалы үткәрҙе, саранан көс-дәрт алды.


Р. Ҡыямова.
Читайте нас: