Беҙҙең Ҡыйғы
0 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
23 Октябрь 2019, 13:21

Өфөнән Тимур Сафин VII Бөтә донъя хәрби уйындарында «алтын» яуланы

27 йәшлек олимпия чемпионы, рапирасы һәм лейтенант Тимур Сафин VII Бөтә донъя хәрби уйындарында еңеү яуланы. Ҡытайҙың Ухань ҡалаһында яҡташыбыҙ финалда Франция спортсыһы Максим Потиҙы 15:9 иҫәбе менән еңде.

27 йәшлек олимпия чемпионы, рапирасы һәм лейтенант Тимур Сафин VII Бөтә донъя хәрби уйындарында еңеү яуланы. Ҡытайҙың Ухань ҡалаһында яҡташыбыҙ финалда Франция спортсыһы Максим Потиҙы 15:9 иҫәбе менән еңде. Сафиндың «алтын»ы Рәсәй Хәрби көстәре йыйылмаһы иҫәбендә икенсе булды.
Рапирала бронза миҙал ярымфиналда Тимур Сафиндан еңелгән Алексей Черемисиновҡа эләкте.
Белешмә
Ҡытай тәүге тапҡыр Бөтә донъя хәрби уйындарын ҡабул итте. Шулай уҡ Ҡытай тәүгә ошондай комплекслы халыҡ-ара хәрби сара ойошторҙо. Уйындарҙа донъяның 100-ҙән ашыу иленән 10 мең хәрби ҡатнаша, был 24 йыл буйына уҙғарылған уйындар тарихында рекорд булып тора.
Уйындар ун көн бара. Төп тема – «Бергәләп дуҫлыҡты нығытыу, бергәләп тыныслыҡ булдырыу». Ярыштар спорттың 27 төрөндә 329 дисциплина буйынса үткәрелә.
Материал сығанағы http://www.bashinform.ru/bash/1369256/
Читайте нас: