Беҙҙең Ҡыйғы
-11 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
8 Ноябрь 2019, 15:52

ЕВРОПА АРЕНАҺЫН ЯУЛАНЫ

Үрге Ҡыйғы ауылы лицейының 7-се класы уҡыусыһы, балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе ҡарамағындағы “Батыр” клубы (тренер Артур Хөснөтдинов) тәрбиәләнеүсеһе Минара Шахбанова Португалияла үткән халыҡ-ара турнирҙа – Европаның каратэ киокушинкай буйынса 33-сө Чемпионатында еңеү яуланы.


Үрге Ҡыйғы ауылы лицейының 7-се класы уҡыусыһы, балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе ҡарамағындағы “Батыр” клубы (тренер Артур Хөснөтдинов) тәрбиәләнеүсеһе Минара Шахбанова халыҡ-ара турнирҙа – Европаның каратэ киокушинкай буйынса 33-сө Чемпионатында еңеү яуланы. Ярыштар Португалияның Порту ҡалаһында үтте. Йәш спортсыға өйөнә юлда саҡта, 28 октябрҙә 13 йәш тулды.

Ҡыйғы ерендә уны туғандары, яҡындары, дуҫтары, үҙенең спорт командаһы ағзалары тантаналы ҡаршы алды. Осрашыуҙы спортсы балаларҙың ата-әсәләр комитеты ойошторҙо. Улар чемпионканы һәм тренерҙы ихлас шатлыҡ, гөлләмәләр, һауа шарҙары менән ҡаршыланы. “Бына бер аҙна инде район халҡы ошо күңелле яңылыҡ менән йәшәй. Ошондай абруйлы ярышта еңеү яулап, Минара Шахбанова Ҡыйғы спортсыларынан беренсе булып Европаға “тәҙрә уйҙы” һәм яңы бейеклектәргә старт бирҙе,” – тип билдәләне район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары А. Ғәйфуллин. Ул спортсы ҡыҙға һәм тренерға район хакимиәте исеменән Рәхмәт хаты тапшырҙы.

“Чемпионатта Европаның 20 иленән: Әрмәнстан, Болгария, Германия, Испания, Нидерландтар, Португалия, Франция һәм башҡа илдәрҙән спортсылар ҡатнашты. Мин 45 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында сығыш яһаным. Иң тәүҙә Португалия, һуңынан Испания каратисткаһы менән алыштым,” – тип һөйләй Минара.

“Ҡайсан спорт менән шөғөлләнә башланың?” – тигән һорауға ҡыҙ ошолай тип яуапланы: “Ун йәшемдә көнсығыш көрәш алымдары менән ҡыҙыҡһына башланым. Каратэ киокушинкай буйынса тренер Артур Альберт улының күнекмәләренә мине һәм туғаным Надирҙы атайым алып килде. Минең еңеүемдә үҙемдең генә түгел, тренерымдың һәм тотош команданың тырышлығы ята. Ярышҡа барыр алдынан етди әҙерлек үттем, минең менән бөтә командабыҙ шөғөлләнде. Ярыш үтәсәк илгә килгәс тә күнекмәләрҙе башлап ебәрҙек”.

“Секцияға йөрөй башлау менән Минара ныҡышмал, маҡсатҡа ынтылыусан булыуын күрһәтте, һәр саҡ яҡшы һөҙөмтәләргә иреште, ул башҡа бик күп ярыштарҙың еңеүсеһе булып тора. 2018 йылда каратэ буйынса Рәсәй чемпионатында еңеү яуланы. Беҙ пьедесталдың иң юғары баҫҡысына күтәрелеү тураһында хыялландыҡ һәм маҡсатыбыҙға ирештек. Европа чемпионкаһын декабрь айында донъя чемпионаты көтә, ул Ҡаҙағстан Республикаһы Нурсолтан ҡалаһында үтәсәк,” – тип һөйләне беҙгә тренер Артур Альберт улы.

Лицей педагогтары әйтеүенсә, М. Шахбанова беренсе кластан алып “бишле” билдәләренә генә өлгәшә, йәнә лә шахмат түңәрәгендә шөғөлләнә. Нуриет Нисретдин ҡыҙы менән Шахбан Магомед улының ҙур һәм татыу ғаиләһендә биш бала тәрбиәләнә, Минара иң кесеһе булып тора.

“Беҙ Минараны яңынан-яңы спорт үрҙәренә ынтылырға саҡырабыҙ,” – тине еңеүсене ата-әсәләр исеменән ҡотлап Э. Әхмәтова.

Л. Саҙретдинова.

Автор фотолары.



Минара Шахбанова тренер Артур Хөснөтдинов менән.
Читайте нас: