18 ғинуарҙа Өфө ҡалаһында “Яңы йыл ғаилә уйындары” республика фестивалендә ҡатнашасаҡ ғаилә командаһы билдәле булды. Улар – Үрге Ҡыйғы ауылы 2-се урта мәктәбенең 2-се класында уҡыусы улдары Дамир менән Гөлзана һәм Динар Сәхәүетдиновтар (баш һүрәттә).
“Яңы йыл ғаилә уйындары” спорт фестиваленең район этабында улар беренсе урын яуланы. Сарала 2–4 кластар уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләре ҡатнашты.
Күңелле эстафеталарҙа 17 ғаилә командаһы үҙ-ара көс һынашты. Барлыҡ биш этапты ла уңышлы үтеп, икенсе кластар араһында Сәхәүетдиновтар ғаиләһе еңеүсе булды. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙы улдары Дамир менән Ниғмәтуллиндар, ҡыҙҙары Ильяна менән Сәхәүетдиновтар бүлеште.
Дүртенсе кластар араһында Мөхәмәтдиновтар ғаиләһе (Үрге Ҡыйғы ауылы) иң күп мәрәй йыйҙы. Икенсе урынға – Нурыевтар (Түбәнге Ҡыйғы ауылы), өсөнсө урынға Хәкимйәновтар (Үрге Ҡыйғы ауылы) сыҡты.
Барлыҡ ҡатнашыусыларға ла “Берҙәм Рәсәй” партияһынан бүләктәр тапшырылды. Еңеүсе командалар РФ Дәүләт Думаһы депутаты Р. Ғариповтан бүләктәр алды.