Беҙҙең Ҡыйғы
+3 °С
Облачно
СПОРТ
17 Января 2020, 13:08

Төп кубок – беҙҙең баскетболсыларҙа

Үрге Ҡыйғы ауылы 2-се урта мәктәбе ҡыҙҙары “КЭС-БАСКЕТ” мәктәп баскетбол лигаһы финалында еңеү яуланы.

Үрге Ҡыйғы ауылы 2-се урта мәктәбе спортсылары ауыл мәктәптәре араһында үткәрелгән “КЭС-БАСКЕТ” мәктәп баскетбол лигаһы финалында еңеү яуланы. Ярыш Борай районы Борай ауылында үтте, унда төбәк этаптарында еңгән командалар йыйылды.
Физкультура уҡытыусыһы, тренер В. Ғарифйәновтың тәрбиәләнеүселәре: Вилена Ғарифйәнова, Камилла Сәхәүетдинова, Ангелина Барбарян, Гөлзана Низамутдинова, Камилия Самиҡова, Ләйсән Сабитова, Эльвина һәм Элина Баймөхәмәтовалар, Аэлита Талипова, Азалия Ғәскәрова һәр уйында яҡшы әҙерлектәрен күрһәтте.
Баскетболсы ҡыҙҙар алдында хәҙер супер-финалда ҡатнашыу бурысы тора.
Тулыраҡ материалды “Беҙҙең Ҡыйғы” гәзитенең 17 ғинуарҙағы 3-сө һанында уҡығыҙ.
Читайте нас