5 февралдә Өфөнөң Инорс биҫтәһендә (Төхфәт Йәнәби бульвары, 36/1) бассейн асылды.
Бассейнды республиканың Спорт министрлығы башлығы Руслан Хәбибов һынап ҡараны.
Оҙаҡ көткәндән һуң биҫтәлә йәшәүселәр, уҡыусылар һәм уларҙың ата-әсәләре абонемент алып ҡалырға ашыға.
«5 февралдә техник асыу сараһы булды. Беҙ техник ҡорамалдың һәм «старт-финиш» системаһының эшләүен тикшерҙек. Барыһы ла эшләй! Хәҙер объектҡа хоҡуҡ биргән документтар әҙерләү менән мәшғүлбеҙ. 7 февралдән яуаплы хеҙмәткәрҙәр эшләй башланы, улар халыҡты ҡабул итеүҙе, консультациялар биреүҙе һәм спорт, һауыҡтырыу төркөмдәренә яҙылыуҙы ойоштора», — тип белдерҙе Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры.
Бассейн 2020 йылдың мартында үҙ ишектәрен аса, тип билдәләнә.
Фотолар Р. Хәбировтың аккаунтынан.
"Башинформ" материалдарынан.
Ино́рс — спальный жилой район в Калининском районе города Уфы.