“Рәсәй саңғы юлы” ярышының Ҡыйғы дистанцияһын үтергә йөҙҙән ашыу саңғысы йыйылды.
Ҡатнашыусылар араһында мәктәп уҡыусылары ла, ойошма-учреждениелар, ауыл биләмәләре хеҙмәткәрҙәре лә, спорт ветерандары ла күп ине. Ата-әсәләр үҙ балаларын – башланғыс кластар уҡыусыларын алып килгән.
Старт алдынан сарала ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары А. Ғәйфуллин тәбрикләне:
Был көндө барлыҡ ҡатнашыусыларға бары тик яҡшы кәйеф, дәрт һәм ярыш ҡомары теләге килә. Һәм иң мөһиме – еңеү түгел, ә ҡатнашыу! – тине ул. Һәр йәш төркөмө саңғысылары үҙ дистанцияһын үтте. Финишта уларҙы көйәрмәндәр ҡаршы алды.
Иң етеҙҙәр, призерҙар исемлегенә инеп, логотиплы баш кейемдәренә, миҙалдарға һәм дипломдарға лайыҡ булды.
Ҡайһы бер спортсылар әйтеүенсә, бындай иҫтәлекле баш кейеме уларҙың коллекцияһында бер нисәү бар инде. Ә ҡайһы берәүҙәр уны беренсе тапҡыр алып ҡыуанды.
Һүрәттә: иң кескәй ҡатнашыусылар ярышты ойоштороусылар менән.