Февраль байрамдары көндәрендә райондың спорт майҙансыҡтары буш торманы. Һәр ерҙә спорт саралары ойошторолдо. Спортсыларҙы һәм көйәрмәндәрҙе район хакимиәте вәкилдәре, ауыл биләмәләре башлыҡтары сәләмләне.
Үрге Ҡыйғы ауылында Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе боҙ майҙансығында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған яугир-интернационалист Роберт Хәкимовтың иҫтәлегенә традицион турнир уҙғарылды. Өс команда көс һынашты. Үрге Ҡыйғы ауылы йәштәре һәм спорт ветерандары беренсе һәм икенсе урындарҙы бүлеште, Дыуан районы спортсылары өсөнсө урынға сыҡты. Иң яҡшы уйынсылар А. Ибәтуллин, Д. Хисаметдинов, Т. Әхмәтдиновтар махсус приздарға лайыҡ булды.
Йүкәлкүл ауылында урындағы боҙ майҙансығында иптәштәрсә осрашыу үтте. Быйыл ул Йүкәлекүл хоккей командаһы тренеры һәм ойоштороусыһы Ж. Исмәғилевтең иҫтәлегенә арналды. Төп приз өсөн йәштәр, балалар һәм өлкәндәр командалары көрәште. Һөҙөмтәлә йәштәр командаһы еңеү яуланы һәм спонсорҙар – “Әй” АПК-һы, И. Йыһаншин, Р. Шәрипова әҙерләгән бүләктәргә лайыҡ булды. И. Зиннәтуллин, И. Мәғәфүров һәм В. Носратуллиндар иң яҡшы уйынсылар булып танылды.
Түбәнге ҡыйғылар боҙ өҫтөнә иң уңайлы һәм йылы ҡышҡы аяҡ кейемендә сыҡты. Уйында ҡатнашырға теләүселәр бик күп, командаларҙа олоһо ла, кесеһе лә бар ине. “Беҙҙең өсөн иң мөһиме – ҡатнашыу, ауылдаштар менән аралашыу. Тотош йылға етерлек көс-дәрт алдыҡ,” – тип уртаҡлашты үҙ уй-тойғолары менән быймалы спортсылар.
Үрге Ҡыйғы ауылы лицейы спорт залында баскетбол буйынса асыҡ турнир үтте, унда дүрт ир-егеттәр командаһы ҡатнашты. Уйында лицей командаһына тиңләшеүсе булманы, улар хаҡлы рәүештә турнирҙың еңеүселәре булды, ауыл йәштәре – икенсе, 2-се урта мәктәп спортсылары өсөнсө урын менән ҡәнәғәтләнде.
2-се урта мәктәп баскетболсылары, ике командаға бүленеп, үҙа-ара көс һынашты.
Каратэ буйынса спорт турниры иң йәнлеһе булғандыр – унда Ҡыйғы, Дыуан райондарынан, Һатҡы ҡалаһынан 4–16 йәштәрҙәге 150-нән ашыу ҡатнашыусы йыйылды. Иң беренсе татами өҫтөнә иң кескәй каратистар сыҡты. Улар өсөн ун алыш ойошторолдо. Барлыҡ ҡатнашыусылар ҙа татлы бүләктәр һәм маҡтау ҡағыҙҙары алды.
Өлкәнерәктәр яңы ярышсылар менән үҙ оҫталыҡтарын һынап ҡараны. Еңеүселәр миҙалдарға, ойоштороусыларҙың аҡсалата сертификаттарына лайыҡ булды.
Тренер А. Хөснөтдинов һөйләүенсә, март айында беҙҙең райондан Т. Ғарипов менән Д. Миңлеханов Силәбе ҡалаһына каратэ буйынса ярышҡа барасаҡ, артабан улар һәм Э. Сакаева, И. Әхмәтов, М. Шахбанова Мәскәү ҡалаһында Рәсәйҙең Асыҡ чемпионатында ҡатнашасаҡ.