Беҙҙең Ҡыйғы
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
СПОРТ
10 Март 2020, 19:20

Еңеү көрәшһеҙ бирелмәй

Балаҡатай районы Яңыбай ауылында төньяҡ-көнсығыш райондар йәш спортсылары араһында көрәш турниры уҙғарылды.

Балаҡатай районы Яңыбай ауылында Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап төньяҡ-көнсығыш райондар йәш спортсылары араһында көрәш турниры уҙғарылды. Сараны БР мосолмандары диниә назараты Балаҡатай мөхтәсибәте уҙғарҙы.
Беҙҙең райондан турнирҙа 2004–2010 йылғы 8 көрәшсе ҡатнашты. Сәфәрҙе ойоштороуҙы Үрге Ҡыйғы ауылындағы “Нурлы Ислам” мосолман ойошмаһы үҙ өҫтөнә алды.
Тренер В. Зөлҡәрнәевтең тәрбиәләнеүселәре был турнирҙа ла лайыҡлы сығыш яһаны. Биш йәш көрәшсебеҙ төрлө ауырлыҡ категорияларында еңеү яуланы. Сибәғәтуллин Айнур (25 кг тиклем), Дилмөхәмәтов Алмаз (30 кг тиклем), Миңлеғәлимов Айваз (35 кг тиклем), Ғәлин Арсений (40 кг-нан юғары), Әлмөхәмәтов Сармат (55 кг тиклем) беренсе урын өсөн маҡтау ҡағыҙҙарына, бүләктәргә лайыҡ булды. Алмаз Дилмөхәмәтов шулай уҡ айырым номинацияла бүләкләнде.
Бындай турнир беренсе тапҡыр уҙғарылды. Спортсылар өсөн генә түгел, ата-әсәләр һәм ҡунаҡтар өсөн дә ике тапҡыр бушлай туҡланыу ойошторолдо.
Киләсәктә был турнир традицион спорт байрамы булып торасаҡ. Эстафетаны Мәсетле районы ҡабул итеп алды.
И. Хәкимйәнов,
“Нурлы Ислам” мәсете имамы.
Читайте нас: