Республикала Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы башланды. Был йылдың төп маҡсаты – халыҡтың йәшәү сифатын күтәреү, ғүмер оҙонлоғон арттырыу.
95 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Александр Веретенников (Ләүзә ауылы) спорт менән шөғөлләнеүгә йәш кәртә булып тормауын үҙ миҫалында дәлилләй. Нәҡ физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеү һаулыҡты нығыта, оҙаҡ йәшәргә мөмкинлек бирә, тип иҫәпләй ул. Теләге булған һәр кеше үҙенең йорто эргәһендә спорт менән шөғөлләнә, зарарлы ғәҙәттәрҙән баш тарта, сәләмәт тормош алып бара, үҙ һаулығын нығытып, оҙаҡ йәшәүгә нигеҙ һала ала.
“Йәшем тураһында уйламайым, рәхәтләнеп йәшәйем, күберәк хәрәкәт итергә, саф һауала йөрөргә тырышам. Оҙаҡ һәм бәхетле ғүмер итергә теләүсе һәр кеше өсөн былар мөһим, тип уйлайым,” – ти ветеран.
Һүрәттә: А. Веретенников.