Беҙҙең Ҡыйғы
-3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Октябрь 2017, 12:37

“ХАЛЫҠ КОНТРОЛЕ” ПРОЕКТЫ ҒӘМӘЛДӘ

Активистар Үрге Ҡыйғы ауылының аҙыҡ-түлек магазиндарын тикшерҙе

Уҙған шәмбе “Халыҡ контроле” Федераль партия проектының Башҡортос-тандағы төбәк координаторы, филология фәндәре кандидаты Гөлнур Ҡолһарина, “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының йәмәғәт советы рәйесе Алексей Прокофьев, совет ағзалары: социологик фәндәр кандидаты Илгиз Солтанморатов, филология фәндәре кандидаты Радик Ғиззәтов, “Йәш гвардия” төбәк штабы ағзаһы (“Контроль” проекты етәксеһе) Владимир Шведов беҙҙең район сауҙа нөктәләрендә һәм йәмәғәт туҡланыуы пункттарында рейд уҙғарҙы. Уларға “Йәш гвардия”ның урындағы штабы ағзалары И. Ғөбәйҙуллин менән Р. Ҡазиханов та ҡушылды.


Проект активистары халыҡ-ҡа сифатлы хеҙмәттәр күрһәтелеүен күҙәтә. Ошо маҡсатта “Магнит”, “Монетка”, “Пятерочка” аҙыҡ-түлек магазиндары һәм “Жасмин” кафеһы тикшерелде.

Барлыҡ магазиндарҙа ла тауарҙарҙың дөрөҫ урынлаш-тырылмауы, хәләл ризыҡтарҙы сусҡа итенән етештерелгән аҙыҡ-түлек менән бергә һаҡлау кеүек етешһеҙлектәр күҙә-телде. Комиссия ағзалары шулай уҡ һатыуҙа иҫкергән аҙыҡ-түлектең булыуын да асыҡланы. Улар шунда уҡ магазин хеҙмәткәрҙәре тара-фынан кәштәләрҙән алынды. “Магнит” магазинында һаҡлау срогы 10 көн элек үткән ыҫланған балыҡ (һөмбаш) табылды.

Халыҡ контролерҙары иң күп боҙоуҙарҙы “Пятерочка” магазинында тапты. Урал компанияһы тауыҡ ите партияһы һөрһөгән төҫтә ине, яраҡлылыҡ срогы хаҡында этикеткалар береһе өҫтөнә икенсеһе йәбештерелгәйне. Яраҡлылыҡ срогы үткән фарш, Һамар өлкәһендә “Северная легенда” сауҙа маркаһы аҫтында етештерелгән, ҡулланыу срогы 18 октябрҙә үткән консервалағы скумбрия табылды. Һанаулы минуттар эсендә тауарҙар арбаһы файҙаланыуға яраҡһыҙ ризыҡтар менән тулды. Бынан тыш, был сауҙа нөктәһендә икмәк-булкаларға хаҡтарҙың юғары булыуы күҙәтелә. Барлыҡ сауҙа нөктәләрендә яраҡлылыҡ срогы 21 октябрҙә үткән “Сырок” бар ине.

“Жасмин” кафеһы ла контролерҙарҙы яҡшы продукция менән шатландыра алманы.

Район хакимиәте башлығы Ш. Мөхәмәтдинов менән осрашыу барышында “Халыҡ контроле” Федераль партия проекты төбәк координаторы Г. Ҡолһарина рейдҡа йомғаҡ яһаны. “Ҡыйғы районының селтәр аҙыҡ-түлек магазиндарында һатылған тауарҙарҙың күпселек өлөшө Силәбе өлкәһендә етештерелгән. Магазин кәштәләрендә Башҡор-тостанда етештерелгән аҙыҡ-түлек бик аҙ,” – тип билдәләне ул.

“Беҙ һайланма тикшереү генә үткәрҙек, ләкин шунда ла бик күп срогы сыҡҡан аҙыҡ-түлек табылды. Халыҡты сифатлы ризыҡтар менән тәьмин итеү, кешеләр һаулығын һаҡлау маҡсаттарында Рос-потребнадзор органдары һәм район хакимиәтенең сауҙа өлкәһендәге хәүефһеҙлек өсөн яуаплы белгестәре менән барлыҡ магазиндарҙа ла тикшереү уҙғарырға кәрәк,” – тип кәңәш итте Г. Ҡолһарина.

“Йәмәғәт контроле ҡулла-ныусылар баҙарын үҫтереү, ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау маҡсаттарында граждан-дар, йәмәғәт ойошмалары һәм бизнес ҡатнашлығында үткә-релгән эффектлы мониторинг булып тора.

Шуға ла иҫкергән йә иһә сифатһыҙ продукция асыҡлаған һәр граждан беҙҙең йәмәғәт ойошмаһына мөрәжәғәт итә ала. Бының өсөн тауарҙы фотоға төшөрөп, электрон адресҡа bashkortostan.er.ru йә иһә control.org.ru ебәрергә кәрәк.

“Халыҡ контроле” проекты аҙыҡ-түлек сәйәсәте, аҙыҡ-түлек һәм хеҙмәттәр сифатын контролләү, заманса, конку-ренцияға һәләтле Ватан продукцияһын етештереүҙе яйға һалыу өлкәһендә йәмә-ғәтселеккә мәғлүмәт биреү кимәлен күтәреүгә йүнәлтелгән. Кешеләр һаулығына ҡағылышлы барлыҡ мәсьәләләр беҙҙең компетенцияла.

Социаль әһәмиәтле аҙыҡ-түлек тауарҙарына һәм дарыуҙарға хаҡтарҙың асыҡтан-асыҡ һәм иҡтисади яҡтан нигеҙле ҡуйылыуын тәьмин итеү, шулай уҡ РФ Хөкүмәтенең Рәсәйҙең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса сәйәсәтте бойомға ашырыуына ярҙам итеү төп бурыстар булып тора,” – тип һөйләне Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы.

Ул шулай уҡ райондың юл хеҙмәте эшен ыңғай яҡтан билдәләп үтте.


Л. Саҙретдинова.

Автор фотоһы.
Читайте нас: