Заман менән бергә барлыҡ фәндәр ҙә үҙгәрә, шул иҫәптән педагогика ла бер урында ғына тормай. Уҡытыусыларға талаптар арта, белем биреү процесы камиллаштырыла. Нисек итеп уҡыуҙы ҡыҙыҡлы, һөҙөмтәле итергә, яҡын киләсәктә мәктәп ниндәй үҙгәрештәр кисерәсәк? Беҙҙең бөгөнгө яҙмабыҙ ошолар хаҡында.
Заман талаптарына яуап биреп
— Бөгөн тормош, заманса технологиялар иҫ киткес йылдам үҫешә, һәм йәштәр шул тиҙлеккә яраҡлаша белергә тейеш, — тип белдерҙе төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусылары менән осрашыу мәлендә. — Элек күп нәмә ябай, аңлайышлы ине, ә хәҙер йәшәйеш шул тиклем тиҙ үҙгәрә, йәш быуын өлөшөнә тура килгән мәғлүмәт ағымы бик көслө. Балалар ҙа, беҙ ҙә быға яраҡлашабыҙ. Әммә шуны аңларға кәрәк: беҙҙең балалар бөтөнләй икенсе йәмғиәттә йәшәйәсәк, мәғлүмәт алыу, ҡатмарлы технологик процестар менән идара итеү йәһәтенән дә талаптар башҡасараҡ буласаҡ. Уларҙы ошоға әҙерләргә кәрәк.
Белгестәр фекеренсә, бөгөнгө мәғарифтың иң мөһим бурыстарының береһе — бик күп һөнәрҙәрҙең нигеҙен тәшкил иткән универсаль белем биреү һәм һәләттәргә өйрәтеү, мәҫәлән, компьютер оҫталығы, кәрәкле мәғлүмәтте табыу һәм ҡулланыу, сығанаҡтар менән эшләй белеү, эҙмә-эҙлекле фекерләү һәм етеҙ, аныҡ эш итеү.
— Тәү сиратта белем биреү заман талаптарына яуап бирергә тейеш, — тип һанай БР Башлығы ҡарамағындағы Электрон белем биреү советы ағзаһы, РФ Дәүләт Думаһы Хеҙмәт буйынса комитетының һөнәри стандарттар мәсьәләләре буйынса эксперт советы ағзаһы, ВЭГУ академияһының беренсе проректоры, педагогика фәндәре кандидаты Руслан Ғәбиҙуллин. — Әгәр белем биреү мәғлүмәт технологиялары менән үрелеп алып барылмаһа, уны заманса тип атап булмай. Икенсе фактор — индивидуалләштереү. Һөҙөмтә булһын өсөн уҡыусының йәки студенттың үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып шәхсән эшләү зарур. Йөкмәткене һәр кем аңларлыҡ, һәр кемгә ҡыҙыҡлы булырлыҡ итеп еткерә белергә кәрәк. Өсөнсөнән, Интернет үҫешкән заманда кеше үҙенә ҡайҙа уңайлы — шунда уҡыу мөмкинлегенә эйә булырға тейеш, йәғни күпмелер ваҡыт уҡытыусыны тыңлау өсөн тиҫтәләрсә, йөҙҙәрсә саҡрым юл үтергә кәрәкмәй. Быны өйҙән сыҡмайынса ла эшләргә була.
Республиканың ҡайһы бер мәктәптәре һәм вуздары әүҙем рәүештә яңы алымдарҙы үҙләштерә. Беҙ йыл һайын төбәгебеҙҙә электрон белем биреү торошон тикшереп торабыҙ һәм, әйтергә кәрәк, ВЭГУ академияһынан тыш, республиканың башҡа вуздары, колледждары, ҡала һәм ауыл мәктәптәре лә был йәһәттән әүҙем эшләй. Эксперттар Башҡорт дәүләт аграр университетын, Башҡортостан архитектура-төҙөлөш колледжын, Нефтекама машиналар эшләү колледжын айырып билдәләй. Уларҙан тыш, электрон белем биреү рейтингы буйынса иң яҡшы унау исемлегенә телмәр эшмәкәрлеге боҙолған балалар өсөн тәғәйенләнгән Бөрө коррекция мәктәп-интернаты һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһының 18-се урта мәктәбе лә инә.
Республикала алдынғы электрон технологияларҙы ҡулланып эшләүсе мәктәптәр бар. Мәҫәлән, Өфөнөң 52-се лицейында смарт белем биреү алымы үҫешә. Уҡыусылар өсөн компьютер — китап йәки дәфтәр кеүек ғәҙәти әйбер. Ә ноутбуктар уҡыу барышында йыш ҡына әсбапты ла, дәфтәрҙе лә алмаштыра. Бишенсе кластағы ғәҙәти математика дәресен күҙ алдына килтерегеҙ әле. Уҡыусылар парта артында ултырып, һәр береһе үҙ ноутбугында контроль эш эшләй. Кем тамамлай, шунда уҡ Интернет (вай-фай) ярҙамында уҡытыусыға ебәрә. Ә уҡытыусы эш барышын, кем ҡайһы мәсьәләне сисеүен монитор аша күҙәтә.
— Мәктәптәге барлыҡ белем биреү системаһы локаль селтәргә тоташтырылған, теләгән һәр кем Интернет менән иркен ҡуллана ала. Мәҫәлән, уҡыусылар химия, физика фәндәре буйынса интерактив мәсьәләләр сисә, лаборатор эштәр башҡара. Өйҙә лә шулай уҡ компьютер ярҙамында эшләйҙәр. Беҙ электрон белем биреүҙең «бер уҡыусы — бер компьютер» алымы буйынса уҡытабыҙ. Йәғни һәр уҡыусының шәхси ноутбугы бар, һәм ул уны көн һайын мәктәпкә алып йөрөй. Ҡайһы бер көндәрҙә уҡыусылар баҫма әсбаптар менән бөтөнләй ҡулланмай, — тип һөйләй директорҙың уҡытыу-тәрбиә эше буйынса урынбаҫары Юлия Линдт. — Балаларҙың уҡыуға ҡыҙыҡһыныуы артты. Электрон белем биреү — көн талабы.
Республиканың күп кенә мәктәптәре yaklass.ru һәм uchi.ru кеүек онлайн-платформалар менән эшләй. Был порталдар ярҙамында уҡыусылар төрлө фәндәрҙе ҡыҙыҡлы формалар, уйын элементтары ярҙамында өйрәнә. Бер үк мәлдә уҡыусының шәхсән һәләттәре лә иҫәпкә алына, һөҙөмтәлә өлгәш кимәле арта, ваҡыт аҙыраҡ сарыф ителә.
Һис шикһеҙ, бөгөн уҡытыу процесын заманса технологияларҙан тыш алып барыу мөмкин түгел. Шундай шарттарҙа уҡытыусы ниндәй талаптарға яуап бирергә тейеш?
— Иң тәү сиратта, ул — даими үҫешеүсе шәхес, — тип һанай Руслан Ғәбиҙуллин. — Ул уҡыусыларҙың өмөтөн аҡлап, заманса мәғлүмәт һәм педагогик технологиялар менән эш итә белеү менән бер рәттән, киң интернет-белем донъяһында юл күрһәтеүсе, хәстәрлекле оҙата барыусы булырға тейеш. Бер яҡтан ҡарағанда, Интернет арҡаһында уҡыусыларға ниндәй ҙә булһа мәғлүмәтте еткереү ихтыяжы ла юҡ кеүек, улар уны уҡытыусыһыҙ ҙа таба ала. Әммә, икенсе яҡтан, замана балалары кешеләрсә иғтибарға, аралашыуға шул тиклем мохтаж һәм ысын уҡытыусы шуны бирә белергә тейеш. Бынан тыш, уҡыусыларға ижад иреклеге булдырыу зарур, был белем биреү процесын тағы ла һөҙөмтәлерәк итәсәк. Бөгөн ихлас яратыуға һәләтле, иғтибарлы, белемле, киң мәғлүмәт ағымында йөҙөп эшләүсе уҡытыусы ғына уҡыусыларҙың ихтирамын һәм ышанысын яулай ала.
— Нисек уҡырға мәжбүр итергә? Уҡытыусылар алдында йыш ҡына шундай һорау тыуа, — тип һөйләй «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы-2017» республика конкурсы лауреаты Альбина Мулләхмәтова. — Бала мәктәпкә ҙур теләк менән килә. Ә бына уның төрлө серҙәрҙе асыуҙан алған шатлыҡ хистәрен нисек итеп оҙағыраҡ һаҡларға? Уны нисек ҡыҙыҡһындырырға, ниндәй алымдар менән белем эстәүҙе мауыҡтырғыс шөғөлгә әйләндерергә? Мәжбүр итергә ярамай, баланың уҡырға ынтылышын үҫтереү зарур. Сағыу, ҡабатланмаҫ йөкмәткеле дәрестәр, баланы үҙаллы эҙләнеүгә дәртләндереүсе эш төрҙәре, зиһенен байытыусы алымдар — бына ошоларға ынтылырға кәрәк.
20 йыл башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләү осоромда һәр саҡ үҙемә шундай маҡсат ҡуйҙым: уҡыусыларҙа туған телемә генә түгел, башҡа халыҡтарҙың телдәренә ҡарата ла һөйөү тәрбиәләү. Беҙҙең заманда тел белеүҙең ыңғай яҡтары бик күп.
Тормошто яратыусы, ихлас уҡытыусылар һәр дәресте ҡыҙыҡлы уйынға әйләндерә, балалар күңеленә нур сатҡылары өләшә, ә уларҙың уҡыусылары дәрестәргә ҙур теләк менән йөрөй, уҡыу программаһын да еңел үҙләштерә.
Туған телдәрҙе өйрәнеү көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала килә. Нисек итеп был изге эште күңелһеҙ, һөҙөмтәһеҙ шөғөлгә әйләндермәҫкә?
— Сит телдәрҙе өйрәнеү буйынса бихисап заманса методикалар булдырылған, туған тел булараҡ башҡорт, татар, сыуаш, мари, удмурт телдәрен өйрәнгәндә лә шундай методикалар кәрәк. Был йәһәттән тикшеренеүселәрҙе, ғалимдарҙы, ғәмәлдәге уҡытыусыларҙы иҫ киткес ҙур, етди эш даирәһе көтә, — тине БР Халыҡтары ассамблеяһы рәйесе, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина.
Республикала туған телдәрҙе уҡытыу буйынса ярайһы уҡ яҡшы тәжрибә тупланған. Мәҫәлән, Өфөнөң М. Кәрим исемендәге гимназияһында башҡорт теле дәрестәрендә шиғырҙар һөйләйҙәр, йырҙар башҡаралар, музыка ҡоралдарында уйнайҙар.
— Дәрестәр миңә ныҡ оҡшай, сөнки улар һәр ваҡыт ҡыҙыҡлы үтә, — ти 7-се класс уҡыусыһы Варя Москалева. — Уҡытыусыбыҙ шул тиклем яҡшы аңлата, хатта ауыр һүҙҙәрҙе лә еңел генә әйтергә өйрәнәбеҙ.
Өфөнөң 44-се мәктәбе уҡытыусыһы Венера Ишморатованың дәрестәренә лә балалар теләп йөрөй.
— Бының сере ябай: мин балаларҙың ижади һәләттәрен үҫтерергә тырышам. Кемдер шиғыр һөйләргә ярата, кемгәлер сәхнәлә сығыш яһау оҡшай. Тел нескәлектәрен өйрәткәндә бына шуларҙы үҫтерергә кәрәк, — ти мөғәллимә. — Мәҫәлән, һүрәт төшөрөргә оҫта балаларҙан шиғырҙың йөкмәткеһенә ярашлы рәсем эшләтергә мөмкин. Дәреслектә яҙылған ҡағиҙәләр менән генә сикләнергә ярамай. Балалар аң-зиһенде үҫтереүгә ҡоролған күнегеүҙәрҙе рәхәтләнеп башҡара, ребус, кроссвордтар сисергә ярата.
Филология фәндәре докторы, Истанбул университеты профессоры Бинер Исмет башҡорт, татар һәм рус телдәренән уҡыта. Уның башҡорт теленең грамматикаһы буйынса сығарған әсбабы Төркиәлә генә түгел, Урта Азия, Америка, Ҡытай һәм Европа илдәрендә лә бик популяр.
— Телде һаҡлауҙа күп нәмә халыҡтан тора, — ти филолог. — Тәү сиратта, ғаиләлә айырыуса балалар менән туған телдә һөйләшергә кәрәк. Бынан тыш, йәмәғәт урындарында көнкүреш кимәлендә булһа ла аралашыу зарур. Магазинда, транспортта булһынмы, туған телдә аңлашырға тырышығыҙ.
Әммә бер кемде лә тел өйрәнергә мәжбүр итергә ярамай. Мәжбүрилек кире реакция ғына тыуҙырасаҡ. Уҡыусыларҙы телде өйрәнеүгә дәртләндереүсе алымдар табыу зарур. Бөгөн донъяла төрки төркөмгә ҡараусы телдәрҙә 300 миллион самаһы кеше һөйләшә. Башҡорт телен белһәң, ҡаҙаҡтар, ҡырғыҙҙар, үзбәктәр, хатта азербайжан һәм төрөктәр менән еңел аралашырға була. Бөгөнгө төрөк телендә үҙләштерелгән һүҙҙәр күп, ә башҡорт теле үҙенең иҫке төрки лексикаһын һәйбәт һаҡлаған, шуға күрә уны белеү башҡа төрки телдәрҙе өйрәнеүҙә ныҡ ярҙам итә.