Беҙҙең Ҡыйғы
+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
30 Октябрь 2017, 18:48

ТОРМОШТА МАҠСАТҠА ЮЛ ҺӘМ УҢЫШ БУЛҺЫН

Бөгөнгө тормошто автомобиль транспортынан башҡа күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Кеше ҡайҙа ғына булмаһын, беҙҙең ысынбарлыҡ машиналар менән тығыҙ бәйләнгән.

Бөгөнгө тормошто автомобиль транспортынан башҡа күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Кеше ҡайҙа ғына булмаһын, беҙҙең ысынбарлыҡ машиналар менән тығыҙ бәйләнгән.


Автомобилистар көнө алдынан Абзай мәҙәниәт йортонда ауыл биләмәһе хакимиәте водителдәрҙе хөрмәтләү сараһын үткәрҙе. Был көн һөнәри байрам һаналһа ла, даими руль артында йөрөүселәрҙең барыһы араһында ла популяр.

Был һөнәр эйәләре ауыл халҡы араһында һәр саҡ абруйлы булып тора, сөнки Абзай район үҙәгенән иң алыҫ ятҡан ауылдарҙың береһе. Сараға Ғафури исемендәге колхоздың ауыл хужалығын алға алып барған оло быуындан башлап, заманса еңел машиналарҙа елдереүсе йәш быуын вәкилдәренәсә йыйылды. Саҡырылған ҡунаҡтар араһында 45 йылдан артыҡ водитель булып эшләгән, II һәм III дәрәжә “Баһалы хеҙмәте өсөн” ордены менән бүләкләнгән Р. Байрамов, 30 йылдан артыҡ хеҙмәт стажына эйә Г. Йәғәфәров, Р. Шамилов, Р. Фәттәхов һәм башҡалар бар ине.

Ҡайсандыр ауылда 26 йөк машинаһы булған, был йылдар эсендә улар күпме йөк, яғыулыҡ-майлау материалдары, һөт ташығанлығын иҫәпләп сығарыу мөмкин дә түгелдер. Водителдәр үткән йылдарҙы, оҙон юлдар хәтирәләрен, шофер тормошонда булған күңелле ваҡиғаларҙы иҫкә алды.

Ауыл хакимиәте башлығы З. Камалов үҙенең сығышында һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа ауыл хужалығын күтәреүгә күп көс индергән тәүге шоферҙарҙы: ағалы-ҡустылы М. Заһитов менән Ғ. Заһитов, Ғ. Зиннәтов, У. Кәримов, М. Әхтәмов, берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ шофер М. Әминева һәм башҡаларҙы йылы һүҙҙәр менән телгә алып үтте.

Водителдәр ҙур теләк менән үҙ хеҙмәттәре хаҡында һөйләп кенә ҡалманы, йыйылған коллектив исеменән руль артында йөрөүселәргә: тәжрибәһе ҙур булған, шулай уҡ йәш водителдәргә “Коллегалар! Юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың барыһын да ихтирам итегеҙ! Быға бик күп кешеләрҙең һаулығы һәм ғүмере бәйле!” тип мөрәжәғәт итте.

Р. Мөхәмәтова.
Читайте нас: