Быйыл Федераль суд приставтары хеҙмәтенә 152 йыл тула.
Федераль суд приставтары хеҙмәте бөгөн Рәсәй Федерация-һындағы иң әһәмиәтле башҡарма власть органдарының береһе булып тора. Уның хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре хәл иткән бурыстарҙың асылы буйынса ысын мәғәнәһендә дәүләт хеҙмәткәрҙәре. Балаларҙы ҡарауға алименттар, кисектерелгән хеҙмәт хаҡын түләтеү, бөтә кимәл бюджет-тарҙы тулыландырыу, тәүтикшереү функцияларын башҡарыу, суд ҡарары буйынса балаларҙы һәм хөкөмдән ситләшеп йөрөгән кешеләрҙе эҙләү, шулай уҡ судтар хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, легаль булмаған мигранттарҙы илдән сығарыу – быларҙың барыһы ла дәүләт һәм граждандар файҙаһына башҡарыла.
Әлеге ваҡытта район суд пристав-тары бүлегендә суд приставтары-башҡарыусылары ҡарамағында 4500-ләп үтәтеү документы. 2000-дән ашыу юллаусының талабы тулыһынса ҡәнәғәтләндерелде, 22 миллион һум тирәһе аҡса түләттерелде. 2017 йылдың 9 айы эсендә Ҡыйғы бүлеге тарафынан тупланған бюджетҡа 3 миллион 600 мең һум аҡса күсерелде.
Быйыл алименттар түләтеү хаҡында 280 үтәтеү эше йыйылғайны, ошоноң 53-ө тамамланды. 800-ҙән ашыу бурыслы кешегә Рәсәй Федерацияһынан ситкә сығыу сикләнде, уларҙың 160-ы – алимент түләмәгән өсөн.
Һуңғы ваҡытта граждандарҙан коллекторҙарҙың законһыҙ эш итеүенә ҡарата ялыуҙар йышайҙы. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 2017 йылдың 1 ғинуарынан кисектерелгән бурысты кире ҡайтарыу буйынса функцияларҙы бойомға ашырыусы ойошмаларға ҡағылышлы закондар үҙгәрҙе. Хәҙер кисектерелгән бурысты кире ҡайтарыу буйынса эшмәкәрлекте бойомға ашырыусы юридик берәмектәрҙең дәүләт реестрына индерелгән ойошма ғына коллекторлыҡ эшмәкәрлеге менән шөғөлләнергә хоҡуҡлы (реестрға индерелеүе тураһында ярышлы таныҡлығы булырға тейеш). Кисектерелгән бурысты кире ҡайтарыу буйынса функцияларҙы бойомға ашырыусы юридик берәмектәр эшмәкәрлеген контрол-ләү (күҙәтеү), дәүләт реестрын алып барыу вәкәләттәре Федераль суд приставтары хеҙмәтенә йөкмәтелгән.
Бөгөнгө көндә реестрҙа Рәсәй буйынса 147 компания иҫәпләнә, уларҙың 2-һе Башҡортостанда теркәлгән – “УралДолгНадзор” ЯСЙ-һы һәм “Авангард” ЯСЙ-һы.
Әйтергә кәрәк, коллекторҙарҙың бурыслы кешеләр менән эш итеүе шарттары 230-сы “Кисектерелгән бурысты кире ҡайтарыу буйынса эшмәкәрлекте бойомға ашырғанда физик берәмектәрҙең хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен һаҡлау тураһында” Федераль закондың 7-се статьяһында нығытылған.
Ләкин, тәү сиратта, ошоно аңларға кәрәк: Закон бурысҡа аҡса алыусыларҙы үҙ бурыстарын үтәүҙән азат итмәй. Шуға ла кредиторҙарҙың закон сиктәрендә ҡуйылған талаптары нигеҙле һәм бурыслы кешенең хоҡуҡтарын боҙоу булып ҡарала алмай.
Ҡыйғы район бүлеге өлкән суд приставы-башҡарыусыһы.