Уҙған шәмбелә Туғыҙлы ауылында традицион байрам – ҡаҙ өмәһе үтте. Сара ҡаҙ үрсетеү менән шөғөлләнгән “Аҡ Ҡош” ЯСЙ-һы ҡошсолоҡ фабрикаһы базаһында уҙғарылды.
Эшһөйәр һәм оҫта ҡатын-ҡыҙҙар ҡаҙ түшкәләрен эшкәртеүгә дәррәү тотондо. Был эштең дә үҙ үҙенсәлектәре бар. Ҡайһы яғынан тәү сиратта йөнөн йолҡа башларға, нимәне һуңынан башҡарырға кәрәкле-ген яҡшы белеү талап ителә.
Бына ҡаҙҙар таҙартылып та бөттө. “Ҡауырһыны ҡауырһынға, йөнө мендәргә, тәпәйҙәре кәрзингә, ҡанаттары запасҡа” һалып ҡуйылды. Ҡаҙ түшкәләрен йылғаға ағым һыуҙа сайҡарға алып барырға ваҡыт етте. Ҡаҙҙарҙы көйәнтәләргә аҫып, киләһе йылға ла ҡаҙҙар уңһын, илдә халыҡ тыныс һәм мул йәшәһен, тип теләктәр теләп, ҡаҙ ҡауырһындарын юлға һибә-һибә ҡатын-ҡыҙҙар йылғаға төшөп китте. Һәм, әлбиттә, халыҡ йырҙары йырланды.
Был көндө Юлизә Сәйфуллина, Айгөл Фәрхиул-лина, Гөлсәсәк Фәзләхмәтова, Клара Ғирфанова, Альфира Ғәниева, Фәриҙә Сафина, Әлфиә Сафиналар ең һыҙғанып эшләне, урындағы хеҙмәт ветерандары уларға кәңәштәр биреп, дәртләндереп торҙо.
Байрам күңелле үтте, барыһына ла сикһеҙ оҡшаны һәм, күмәкләп эшләһәң, һәр эш тә уңышлы булыуын тағы бер ҡат иҫбат итте.
Абзай ауылында халыҡ күпләп ҡош-ҡорт аҫрай, өй аша тиерлек 20-шәр һәм унан да күберәк ҡаҙ үҫтерәләр. Был тиклем ҡош-ҡортто хужаларҙың үҙҙәренә генә эшкәртеп сығыу мөмкин түгел, шуның өсөн көҙ көнө һәр өйгә тиерлек ярҙамға күрше-күлән, туғандар йыйыла.
Ошо көндәрҙә Гөлсирә Ишморат ҡыҙы менән Раян Ризуан улы Даяновтарҙың ҡунаҡсыл өйөнә уңған күршеләре һәм йәш килендәр йыйылды. Ауылда беренселәрҙән булып ҡаҙ өмәһен улар башлап ебәрҙе. Даяновтар йыл һайын 30–40-лап ҡаҙ һимертә. Быйыл да 30 ҡаҙ ҡарап үҫтергәндәр.
Хужалар хаҡлы ялда, әммә ҡул ҡаушарып ултырмайҙар. Раян Ризуан улы ғүмер буйы яуаплы эштә эшләгән, хәҙер ҙә ул йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, район Советы депутаты, ауыл ветерандары советы рәйесе булып тора. Гөлсирә Ишморат ҡыҙы математика уҡытыусыһы һәм урындағы мәктәп директоры урынбаҫары булып эшләй. Был тырыш ғаилә ҡош-ҡорттан тыш дүрт баш һыйыр, тана, үгеҙ һәм быҙауҙар аҫрай. Малдарҙы ҡарау эштәренең күп өлөшө хужа ҡарамағында. “Ҡаҙҙы күбеһенсә үҙебеҙ өсөн үҫтерәбеҙ. Балаларыбыҙҙы, туғандарыбыҙҙы һәм дуҫтарыбыҙҙы тәмле ҡаҙ ите менән һыйлайбыҙ,” – тип һөйләй хужабикә.
Ауыл халҡының тырышлығын һәм хеҙмәтен данлап, ҡаҙ өмәләре ноябрь буйына дауам итәсәк.