Беҙҙең Ҡыйғы
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Ноябрь 2017, 17:07

АҒАС – ЕМЕШЕ, КЕШЕ ЭШЕ МЕНӘН МАТУР

Оло йөрәкле кеше, үҙ эшенең оҫтаһы, талантлы педагог, абруйлы директор, хәстәрлекле депутат, өлгөлө ғаилә башлығы…

Оло йөрәкле кеше, үҙ эшенең оҫтаһы, талантлы педагог, абруйлы директор, хәстәрлекле депутат, өлгөлө ғаилә башлығы… Тағы әллә күпме теҙеп китергә була уның тураһында.

Йөрәгенә иң матур кешелек һәм педагогик сифаттарҙы йыйған, уҡытыусыларға атайҙарса хәстәрлек күрһәткән, уҡыусыларҙы балаларын яҡлаған ҡош һымаҡ ҡурсалаған, ауылы өсөн, киләсәк өсөн янып йәшәгән кеше тураһында һүҙебеҙ.

Ауылыбыҙҙың күренекле шәхесе, абруйлы уҡытыусы, талапсан директор Ромалит Ғәлиәкбәр улы Шаһиев инде 40 йыл мәктәбебеҙҙе иң изге урын итеп һаҡлап, яҡлап тора. Шуның 31 йылын – мәктәп директоры вазифаһында.

Ауылыбыҙҙың күрке булған ике ҡатлы мәктәпте һалдырыуҙа уның көсө бик күп түгелгән. Донъялар үҙгәреп, илдә үҙгәрештәр башланып, мәктәптәр ябылған ваҡытта ла бары уның көсө менән мәктәбебеҙ әле һаман да үҙ ишектәренә уҡыусыларҙы ҡабул итә. Киләсәктә лә Ромалит Ғәлиәкбәр улыһыҙ мәктәп тормошон күҙ алдына килтереүе ауыр. Ул бит уҡыусыларҙы күҙ ҡарашы менән тәрбиәләүсе, үҙ балаһылай яҡлаусы, уңыштарына шатланыусы, уҡытыусыларҙы эшкә, еңеүгә дәртләндереүсе маяҡ, ата-әсәләргә яҡын дуҫ, кәңәшсе. Ҡыҫҡаһы, уның тураһында, яҡшы эштәре хаҡында ҙур бер китап яҙырлыҡ.

Ромалит Ғәлиәкбәр улы күп балалы ғаиләлә өсөнсө бала булып донъяға килә. Уның бөтә туғандары ла күренекле уҡытыусылар. Уларҙың стажын бергә ҡушһаң, 200 йылға барып етә. Ибрай һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, Мәсәғүт педучилищеһында уҡып, тыуған ауылына эшкә ҡайта. Армия сафында хеҙмәт иткәндән һуң, Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетына ситтән тороп уҡырға инә. Шул уҡ ваҡытта ауылда уҡытып та йөрөй.

Директорға 40 йыл эшләү дәүерендә, төрлө-төрлө холоҡло кешеләр менән эшләргә тура килә. Олоно оло, кесене кесе итә белеп, иғтибар һәм һәр кешенең һүҙен ихтирам менән тыңлай белгән педагогты ветеран уҡытыусылар ҙа, ауыл халҡы ла, мәктәпте тамамлаған уҡыусылар ҙа һәр ваҡыт хөрмәт менән ҙурлап һөйләйҙәр, “тыумыштан директор” тигән маҡтаулы һүҙҙәрҙе күп ишетәбеҙ. Педагогик коллективтың оҙаҡ йылдар уңышлы эшләү дәүерендә, дуҫ-татыу булыуында, директорҙың өлөшө бик ҙур икәнлеген барыһы ла аңлай.

Уның етәкселегендә уҡытыусылар үҫеп килгән быуында сәнғәткә, фәнгә, әҙәбиәткә, спортҡа, милли көрәш спортына ихтирам тәрбиәләнеләр. Уҡыусыларҙың район, республика кимәлендәге ярыштарҙа еңеүҙәре – уҡытыу һәм тәрбиә эшенең һөҙөмтәһе тураһында һөйләй.

Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Мәғариф Министрлығы Маҡтау ҡағыҙы, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Рәхмәт хаты менән бүләкләнеүе – уның фиҙакәр хеҙмәте хаҡында һөйләй. Ә беҙҙең өсөн ул шуларҙан да юғарыраҡ баһаға лайыҡ кеше! Етәксебеҙ өс тапҡыр район советы депутаты, 33 йыл ауыл Советы депутаты. Район үҙәгендәге алдынғы хеҙмәткәрҙәрҙең Маҡтау таҡтаһында ла Ромалит Ғәлиәкбәр улының фотоһы тора!

Ауылыбыҙҙа балалар баҡсаһы асылғандан бирле директорыбыҙ уларҙың тоғро ярҙамсыһы, терәге. Район һәм ауыл сәхнәләрендә спектаклдәрҙә төп ролдәрҙе башҡарып, артислыҡ һәләтен күрһәтеүсе лә, байрамдарҙа, митингыларҙа доклад һөйләүсе лә ул.

Кешенең асылын, йөҙөн хеҙмәте генә түгел, ғаиләһе лә билдәләй. Был яҡтан да Ромалит Ғәлиәкбәр улы бик бәхетле. Тормош иптәше, коллегабыҙ Нәйлә Тәбриз ҡыҙы менән өс бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Оло ҡыҙҙары Ғәлиә мәктәпте көмөш миҙалға, БДУ-ның тарих факультетын ҡыҙыл дипломға тамамланы. Аспирантурала уҡығандан һуң Башҡортостан Киностудияһында әйҙәүсе белгес булып эшләп йөрөй.

Икенсе ҡыҙы Әлфиә Рәми Ғарипов гимназияһын көмөш миҙалға, һуңынан БДУ-ның тарих факультетын ҡыҙыл дипломға тамамланы һәм, икенсе юғары белем алып, Өфөлә миграция хеҙмәтендә уңышлы эшләй.

Кесе улдары Салауат та мәктәпте көмөш миҙалға тамамланы. Өфөләге юридик институтта уҡып, хәҙер Өфөлә полиция хеҙмәткәре, капитан. Өсөһөн дә Өфөлә төпләндереп, бәхетле олатай, өләсәй булып йәшәйҙәр.

Заман башҡа, заң башҡа тигән кеүек, мәктәп тормошо ла үҙгәреш талап итә. Заманға эйәреп, яңы технологиялар менән эшләргә тура килә уҡытыусыға. Ошо талаптарға яраҡлашып, оҫталыҡ һәм тәжрибәлек менән бөгөн дә ең һыҙғанып, оптимистик рухта, барыһын да алға дәртләндереп эшләп йөрөй талантлы директор.

Беҙгә, уның уҡыусыларына, оҙаҡ йылдар уның менән бергә эшләү бәхете тейҙе. Арабыҙҙа, ауылыбыҙҙа шундай кеше булыуы менән ғорурланабыҙ, уның эшен хөрмәт итәбеҙ.

Халҡын, уҡыусыларын, ата-әсәләрен яратҡан кеше генә шулай бар йөрәге, ысын булмышы менән иленә ихлас хеҙмәт итә алалыр…

9 ноябрҙә хөрмәтле коллегабыҙ үҙенең матур юбилейын – 60 йәшен билдәләй. Уға ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә именлеге, эшендә уңыштар теләйбеҙ.


Ибрай төп дөйөм белем биреү мәктәбе һәм балалар баҡсаһы

коллективтары.
Читайте нас: