Беҙҙең Ҡыйғы
-15 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Ноябрь 2017, 14:05

ОҪТА ҠУЛДАРҘА ТЕХНИКА ҺӘР САҠ ТӨҘӨК

Ҡыйғы районы буйынса дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы инспекторы – баш дәүләт инженеры Танир Фәрүәж улы Хизбуллин инженер-инспекторҙар араһында уҙғарылған республика конкурсының финал этабында еңеүсе булды. “Үҙйөрөшлө машиналарҙы хәүефһеҙ эксплуатациялау буйынса теоретик белемдәр” номинацияһында уға тиңләшеүсе табылманы. Т. Хизбуллин дипломға һәм “2017 йылдың иң яҡшы дәүләт инженеры-инспекторы” исеменә лайыҡ булды.

Район ауыл хужалығы алдынғыларының күптән түгел үткән слетында Т. Хизбуллинға БР Ауыл хужалығы министрлығы маҡтау ҡағыҙы тапшырылды.

Танир Фәрүәж улы бөтә ғүмерен ауыл хужалығы техникаһы менән бәйләгән. Өфө автомобиль юлы техникумын тамамлағас, “Новый мир” колхозында гараж мөдире булып эш башлай. Ситтән тороп Силәбе агроинженерия университетында белем ала. Колхоздың баш инженеры итеп үрләтелә.

Һуңыраҡ яуаплы белгесте Йосоп ауылы мәктәбенә эшкә саҡыралар. Унда йәшәү хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре фәненән белем бирә, производствола уҡытыу мастеры була.

2013 йылдан Т. Хизбуллин Ҡыйғы районы буйынса дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы баш дәүләт инспекторы вазифаһын башҡара.

Ошо ваҡыттан алып беҙҙең районда тракторҙарға һәм үҙйөрөшлө техникаға техник тикшереү үткәреү буйынса республика семинарҙары ойошторола башланы. Инженер-инспектор үҙе комбайндарҙы һәм ауыл хужалығы машиналарын ҡышҡы һаҡлауға ҡуйыу буйынса семинарҙарҙа әүҙем ҡатнаша, механизаторҙар һәм фермерҙар менән уҡыуҙар үткәрә.

“Бөгөн беҙҙең районда бөтәһе 939 трактор һәм 214 тағылма иҫәпләнә, уларҙың күпселек өлөшө шәхси секторҙа. Техниканы файҙаланыу буйынса талаптар йылдан-йыл ҡатмарлана. Быйылдан башлап беҙҙең инспекция электрон документтар әйләнешенә күсә, был сираттарҙы кәметергә, техника хужаларының ваҡытын артыҡ сарыф итмәҫкә мөмкинлек бирәсәк,” – тип һөйләй Танир Фәрүәж улы.

Гөлнур Морғазим ҡыҙы һәм Танир Фәрүәж улы Хизбуллиндарҙың балалары ла инженер һөнәрен һайлаған. Улдары Илдар ӨДНТУ-ны тамамлап, инженер-технолог булып эшләй, ҡыҙҙары Гөлназ ӨДАТУ-ның беренсе курсында уҡый.

Л. Саҙретдинова.

Автор фотоһы.

Читайте нас: