Кешегә ер йөҙөндә йәшәү өсөн ваҡыт бик аҙ бүленгән. Әммә ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә лә дәүерҙәр алмашына, бер сәйәси ҡоролош урынына, тәүҙә ят, аңлашылмаған булған яңыһы килә. Ҡиммәттәр юғалтыла, кисә тормоштоң мәғәнәһе булған юғары төшөнсәләр алып ырғытыла. Был осорҙа көслө рухлы кешеләр ҙә күңел төшөнкөлөгөнә, өмөтһөҙлөккә бирелеүе мөмкин. Юғалып ҡалмау, халыҡты артыңдан алға әйҙәр өсөн ҙур рух ныҡлығы талап ителә. Тап бына ошондай ҡатмарлы үҙгәрештәр осоронда Камалов Радик Зәйнетдин улына беҙҙең район хакимиәте башлығы булып эшләргә тура килде. 6 ноябрҙә уға 75 йәш тулған булыр ине. Ул Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Вәкилдәр Палатаһының ике саҡырылыш депутаты, ил колхозсыларының III съезы делегаты.
Радик Зәйнетдин улы Мәсетле районының бәләкәй генә Мәләкәс ауылында донъяға килә. Әммә уға Ҡыйғы ерендә эшләргә һәм йәшәргә насип була, был ер уға яҡын һәм ҡәҙерле төбәккә әүерелә. Бында ул тормош иптәше Мәүжиҙә Мазһар ҡыҙы менән донъя ҡора, өс бала үҫтерә, ейәндәре донъяға килә.
Совет Армияһында өс йыл хеҙмәт итеп ҡайтҡас, ул атаһы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Зәйнетдин Камали улының: “Их, беҙҙең баҫыуҙарға яҡшы агроном булһын ине,” – тигән һүҙҙәрен иҫтә тотоп, Башҡортостан ауыл хужалығы институтының агрономия факультетына уҡырға инә. Уҡыуын уңышлы тамамлағас, йүнәлтмә буйынса Ҡыйғы районына Тимирязев исемендәге колхозға эшкә килә. Райондың иң алдынғы хужалыҡтарының береһе булған колхоз яландарында ул ун йыл тырышып эшләй. Был йылдарҙа ауыл хужалығы культураларын игеү технологияһы даими яҡшыртыла, яңы культуралар һәм сорттар һатып алына. Ярауай бойҙайҙың уңдырышлы “Помпэ”, “Московская 35” сорттары ҡайтарыла. Ужым баҫыуҙарына ҡыҫҡа һабаҡлы “Сулпан” сорты сәселә. Классик игенселек яҡлы агроном сәсеү әйләнешенә ҙур иғтибар бирә, уны юғары уңыш алыуҙың төп нигеҙе тип иҫәпләй. Ул һәр саҡ яңылыҡҡа, прогрессив алымдарға ынтыла, Мәсетле тәжрибә хужалығы баҫыуҙарында тәжрибә үткәргән ғалимдар менән тығыҙ бәйләнеш булдыра, колхоз механизаторҙарына һәм бригадирҙарына яңы алымдар буйынса уҡыуҙар үткәрә. Улар үҙ хеҙмәте менән районды һәм республиканы данлай. Агроном үҙе лә социалистик ярышта бер нисә тапҡыр еңеүсе була һәм Мәскәү ҡалаһына Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенә путевка менән бүләкләнә. “Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн” миҙалына лайыҡ була. Колхоз коммунистары уны үҙ сафына ҡабул итә һәм ҙур йәмәғәт эшен ышанып тапшыра. Оҙаҡ йылдар ул профсоюз ойошмаһын етәкләй, сәйәси һәм иҡтисади уҡыуҙар үткәрә, район һәм ауыл Советы депутаты була.
1980 йылда уны, тәжрибәле белгес булараҡ, район ауыл хужалығы идаралығына баш агроном итеп эшкә саҡыралар. Ике йылдан Р. Камалов КПСС-тың район комитеты ауыл хужалығы бүлеге мөдире итеп раҫлана.
Бер аҙҙан колхозсыларҙың дөйөм йыйылышында Радик Зәйнетдин улын райондың иң эре хужалығы – Ленин исемендәге колхозға рәйес итеп һайлап ҡуялар. Юғары ойоштороу һәләте, хеҙмәт тырышлығы, изге күңеле, хәстәрлеклеге арҡаһында ул колхозсыларҙы һәм белгестәрҙе юғары һөҙөмтәле хеҙмәткә йәлеп итә. Колхоз бар тармаҡтар буйынса районда алдынғы урында тора. Һигеҙ мең һыйыр малына иҫәпләнгән һимертеү комплексын төҙөү эштәре уңышлы бара. Район комитетының икенсе секретары вазифаһын башҡарғанда, ул комплекстың эшләй башлауына ирешә.
Ә иң ҡыйын 90-сы йылдарҙа, иҡтисад яңы формаға күскән, ауыл хужалығын үҙгәртеп ҡороу барған осорҙа Радик Зәйнетдин улы район хакимиәте башлығы итеп һайлана. Был яуаплы эштә ул 1995 йылдың ғинуарынан алып 2000 йылдың апреленә тиклем эшләй.
Был ҡатмарлы йылдарҙа уға районға газ үткәреү, автомобиль юлдары төҙөү һәм ремонтлау, күп фатирлы торлаҡ, күперҙәр һалыу эштәрен йәйелдерергә тура килә. Белгес булараҡ, ул һәр ваҡыт аграрийҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлай. Үрге Ҡыйғы ауылында һөт заводын һаҡлап алып ҡалыуға ғына түгел, уны яңыртып ҡороуға, шулай уҡ ит комбинатының етештереү ҡеүәтен үҫтереүгә һәм ит продукцияһы ассортиментын киңәйтеүгә булышлыҡ итә. Был йылдарҙа, финанс ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, райондың бюджет ойошмалары үҙ функцияларын башҡарыуын дауам итә. Мәктәптәр һәм башҡа социаль объекттар төҙөлә, урман хужалығы уңышлы эшләй. Район етәксеһе халыҡ тормошон яҡшыртыу өсөн барыһын да эшләргә, кешеләрҙә киләсәктә тормоштоң яҡшырасағына өмөт уятырға тырыша. Иң ҡатмарлы мәлдәрҙә лә күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәҫкә өндәй. Көрсөктән сығыу юлын ул емешле хеҙмәттә күрә.
Р. Камалов ауыл халҡының Үрге Ҡыйғы ауылында мәсет төҙөү теләген хуплап сыға һәм ярҙам күрһәтә. Уның ярҙамында Йыланлы ауылында элекке балалар баҡсаһы бинаһында етем балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют асыла.
Киләсәк хаҡында ҡайғыртып, райондың буласаҡ хеҙмәткәрҙәре – юғары һәм урта уҡыу йорттары студенттары менән осраша. БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Вәкилдәр Палатаһы комитеты ағзаһы булараҡ, аграр сектор һәм экология өсөн яуап тота.
Р. Камалов ғүмере буйы яҡты идеяларға һәм халҡына тоғро булды.