Беҙҙең Ҡыйғы
-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
13 Ноябрь 2017, 12:54

НАМЫҪ ҠУШЫУЫ БУЙЫНСА

10 ноябрь – Рәсәй Федерацияһы эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө (Полиция көнө)Көн һайын илде һәм йәмғиәтте енәйәтселектән һаҡлау бурысын башҡарған полиция хеҙмәткәрҙәре – рядовойҙар, сержанттар һәм офицерҙар, эске эштәр органы ветерандары 10 ноябрҙә үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй.

Көн һайын илде һәм йәмғиәтте енәйәтселектән һаҡлау бурысын башҡарған полиция хеҙмәткәрҙәре – рядовойҙар, сержанттар һәм офицерҙар, эске эштәр органы ветерандары 10 ноябрҙә үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй.

Хоҡуҡ һаҡлау органдарының тарихы илебеҙ тарихы менән тығыҙ бәйләнгән, быйыл милиция хеҙмәтенә 100 йыл тула (2011 йылдың 1 мартына саҡлы хеҙмәт шулай аталып йөрөтөлдө). Революция үткәс тә, 1917 йылдың 10 ноябрендә РСФСР Эске эштәр халыҡ комиссариаты ҡарары менән “революцион йәмәғәт тәртибен һаҡлау” маҡсатында халыҡ милицияһы төҙөлә. Тәүҙә милиция урындағы Советтар ҡарамағында була, артабан Эске эштәр наркоматы структураһына, ә 1946 йылдан алып Эске эштәр министрлығына ҡарай.

Бар ил менән бергә полиция ла үҙ тарихында күпте кисерә, погонлы кешеләр үҙ хеҙмәтенә тоғролоғон юғары һөнәри оҫталыҡтары менән иҫбат итә. Улар Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында ҡатнаша, диверсанттар һәм шпиондарға ҡаршы көрәш алып бара.

Үҙҙәренең һөнәри байрамын Ҡыйғы районы полиция хеҙмәткәрҙәре һәр ваҡыттағыса халыҡ мәнфәғәтен һаҡлап, хәрби поста ҡаршылай. Улар үҙ яҡташтарының ғына түгел, алыҫ Чечня Республикаһы халҡының да тыныслығын ҡурсалай. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ҡыйғы районы бүлексәһенең бөгөнгө составының алты хеҙмәткәре Чечня Республикаһында хәрби бурысын үтәгән.

Бөгөнгө көндә был республикала ике хеҙмәткәр – полицияның өлкән участка вәкиле, полиция майоры Денис Алик улы Зөбәйеров менән анализ, планлаштырыу һәм контроль инспекторы, эске хеҙмәт майоры Рифат Рәмил улы Сәғитов оҙайлы командиров-кала. Улар алдарына ҡуйылған бурыстарҙы намыҫлы башҡара: террористарҙы эҙләү буйынса операцияларҙа ҡатнаша, контроль-үткәреү пункттарында дежурҙа тора, урындағы полицияға ярҙам күрһәтә һ.б.

Яҡташтарыбыҙ үҙҙәрен тик яҡшы яҡтан күрһәтеп өлгөргән. Әйтеп китергә кәрәк, Д. Зөбәйеровҡа хеҙмәт бурысын намыҫлы үтәгәне, тәртип һәм закон һаҡлауҙа ҡатнашҡаны, Төньяҡ-Кавказ регионы территорияһында оператив-хеҙмәт бурыстарын үтәүҙәге инициати-валылығы һәм маҡсатлылығы өсөн БР эске эштәр министры урынбаҫары Е.А. Полтавец БР Эске эштәр министрлығының Почет грамотаһын тапшырған.

Бөгөн Рәсәй ҡануниәте нисек кенә үҙгәрмәһен, “тәртип һағы һалдаттарын” нисек кенә атамаһындар, эске эштәр органдары һәр саҡ граждандарҙың хәүефһеҙлеге һәм тыныслығы һағында булды һәм булып ҡаласаҡ. 10 ноябрь көнө халыҡ аңында һәр саҡ эске эштәр органы хеҙмәткәрҙәренең иң яҡшы сифаттарының символы булып һаҡланасаҡ.

Беҙ хеҙмәттәштәребеҙҙе һәм үҙебеҙҙең ветерандарҙы байрам менән ҡотлайбыҙ, уларға ныҡлы һаулыҡ, бәхет, уңыштар теләйбеҙ.


Л. Зәйнуллина,

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ҡыйғы районы бүлеге начальнигының хеҙмәткәрҙәр менән эшләү буйынса ярҙамсыһы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы.






Читайте нас: