Беҙҙең Ҡыйғы
+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
14 Ноябрь 2017, 14:22

“БЫНДА МИНЕҢ ТАМЫРҘАРЫМ”

Йәш фермер Фидус Фәиз улы Закиров беҙҙең тәбиғәт шарттарында ла иген культура-ларынан яҡшы уңыш алып булыуын тағы ла бер тапҡыр иҫбатланы.

Йәш фермер Фидус Фәиз улы Закиров беҙҙең тәбиғәт шарттарында ла иген культура-ларынан яҡшы уңыш алып булыуын тағы ла бер тапҡыр иҫбатланы.

Быйыл ул гектарынан 19,9 центнер бойҙай алыуға өлгәште. Был районда иң яҡшы күрһәткес.

“Тупраҡты эшкәртеүгә ҙур иғтибар бирәбеҙ, – тип һөйләй фермер. – Орлоҡтарҙың районлаштырылған, үҙен күптән аҡлаған сорттарын ғына сәсәбеҙ, ергә мотлаҡ ашлама индерәбеҙ. Баҫыуҙағы тупраҡ та яҡшы – оҙаҡ ваҡыт һөрөлмәй һәм сәселмәйенсә, ял итеп ятҡан”.

Фермер хужалығы ҙур түгел: ни бары 135 гектар эшкәртелә, ә һөрөнтө ерҙәр 270 га. Был майҙанда яҙғы бойҙай, борсаҡ, арпа сәселә.

Фидус Фәиз улы һөнәре буйынса техник-механик. Йыл ярым армияла хеҙмәт итеп, Дыуан ауыл хужалығы техникумын уңышлы тамамлаған, бер ни тиклем ваҡыт АТП-ла эшләгән.

2012 йылда КФХ ойоштора һәм үҫемлекселек менән шөғөлләнә башлай. Техника туплай. Фермерҙың машиналар паркы һоҡланырлыҡ. Ике “ДТ-75” тракторынан тыш, ике “МТЗ-82” тракторы, “КамАЗ”, “ЗиЛ” автомашиналары бар, улар элекке Ленин исемендәге колхоздың 3-сө бригадаһы территорияһында тора.

– Миндә иген урыу комбайны ғына юҡ, – ти Фидус. – Ошо арҡала ураҡ эштәренә һуңыраҡ тотондоҡ. Дыуан күп профилле колледжының Ҡыйғы филиалынан “Кейс 525” комбайны килде. Бөтә ашлыҡты ошо комбайн менән урып алдыҡ, уларға ҙур рәхмәт.

Ф. Закиров был уҡыу йортоноң ике келәтен, шулай уҡ Кеҙетамаҡ ауылындағы “ЗАВ-10” иген таҙартыу комплексын ҡуртымға алған. Ашлыҡ ошонда һаҡлана.

Уңышты урып алғас, механизаторҙар ерҙе туңға һөрөргә лә өлгөргән – киләһе яҙ эш йөкләмәһе аҙыраҡ буласаҡ. Етерлек күләмдә орлоҡ һалынған, хәҙер аҡрынлап яғыулыҡ-майлау материалдары туплай башлағандар.

Фидус Фәиз улының таҫмалы пилорамаһы ла бар. Һатыуға таҡта, бурса, штакетниктар, шулай уҡ утын әҙерләй.

– Хужалыҡта яҡшы команда тупланды, был минең өсөн бик әһәмиәтле, – ти фермер. – Мәҫәлән, Эдуард Әхмәҙиев хужалыҡта 2012 йылдан эшләй, сәсеү һәм ураҡ осоронда уға тиң юҡ. Алгиз Ғайсин да барлыҡ баҫыу эштәрен намыҫ менән башҡара. Башҡа хеҙмәтсәндәр ҙә уларҙан ҡалышмай.

Фермер фекеренсә, ерҙә эшләү – ысын энтузиастар өсөн. Уға үҙ-үҙеңде тулыһынса арнарға кәрәк, шул саҡта ғына эшең уңышлы барасаҡ һәм, иң мөһиме, ҡәнәғәтләнеү тойғоһо ғына түгел, яҡшы табыш та килтерәсәк.

Ф. Закиров үҙенең хужалығында мал аҫрай, ҙур баҡсала картуф, төрлө йәшелсә үҫтерәләр.

Закировтар өс бала тәрбиәләй. Өлкән ҡыҙҙары Эльвира Өфө дәүләт авиация-техник университетында уҡый, икенсеһе Эллина Златоуста фармацевт һөнәрен үҙләштерә. Илназ 2-се урта мәктәптең 5-се кадеттар класында белем ала.

Фидус улының үҫкәс ситкә китмәүен, ошо ерҙә үҙенең эшен дауам итеүен теләй.


Н. Тәүәбилов.

Автор фотоһы.


Читайте нас: