Бөгөнгө студенттарға үҙ уй-хыялдарын тормошҡа ашырыуға ҙур мөмкинлектәр бар, үҙеңдең теләгең һәм аныҡ маҡсатың ғына булһын. Яҡташыбыҙ Айнур Шараев мауыҡтырғыс һәм бай эстәлекле студент тормошо менән йәшәй. Ул М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының магистратураһында уҡып йөрөй.
Айнурҙың балалыҡ йылдары Сүрбай ауылында үтә. Әсәһе, урындағы клуб етәксеһе Гүзәл Рәфҡәт ҡыҙы, өләсәһе Фәғилә Рәхимйән ҡыҙы һәм олатаһы Рәфҡәт малайҙа кескәйҙән үҙаллылыҡ тәрбиәләй. Егет яуаплылыҡ тойғоһон аңлап үҫә. Ниндәй генә эш башлаһа ла, тулыһынса йомғаҡлап ҡуйырға күнеккән. Мәктәптә уҡығанда ҡул аҫтындағы материалдарҙан матур һәм нәфис сувенирҙар эшләргә ярата. Бер тапҡыр, әсәһен ҡыуандырыр өсөн, уның тыуған көнөнә иҫ киткес матур беләҙек үреп яһай, ә сәйләндәрен Польшанан яҙҙырып ала.
2013 йылда Арыҫлан урта мәктәбен алтын миҙалға тамамлап, М. Аҡмулла исемендәге Башҡортостан дәүләт педагогия университетының мәғлүмәт технологиялары институтына уҡырға инә. “Балаларҙы ниндәйҙер яңылыҡҡа өйрәткем килгәнгә, тап был юғары уҡыу йортон һайланым. Сөнки минең буласаҡ һөнәрем, компьютер һәм мәғлүмәт технологиялары менән эш итеүҙәге белемемде ҡулланып, пландарымды тормошҡа ашырырға ярҙам итәсәк,” – тип һөйләй магистратура студенты.
Бөгөн ул үҙенең уҡытыусылары Фәүзиә Ғәтиәт ҡыҙы Мөхәмәдйәроваға, Әлфиә Йыһанур ҡыҙы Йомағужинаға һәм башҡаларға төплө белем биргәндәре өсөн оло рәхмәтле. Үҙенең уҡытыусылары менән йылы бәйләнеш тота.
“Тәүҙә мин инглиз теле дәрестәренә ҙур иғтибар бирмәгәйнем. Компьютер технологиялары буйынса китаптар кәрәк була башлағас ҡына әһәмиәтен аңланым, сөнки улар инглиз телендә баҫылып сыға, уларҙы тәржемә иткәнсе, технологиялар иҫкерә. Шуның өсөн китаптарҙың оригиналын үҙем өйрәнә башланым. Тәүҙә ҡыйын була торғайны, һуңыраҡ тырышыуымдың һөҙөмтәләре күренә башланы. Дүртенсе курстан һуң курсташым Айҙар АҠШ-ҡа барырға тәҡдим итте, мин шунда уҡ риза булдым. Беҙ бергәләп инглиз телен ныҡлап өйрәнә башланыҡ: фильмдар ҡараныҡ, музыка тыңланыҡ, төрлө китаптар уҡыныҡ, Интернет аша һәр төрлө бушлай курстарҙы үттек. Көн һайын 30 минут булһа ла был тел менән шөғөлләнергә тырыштыҡ. Компьютерҙар ремонтлау, студенттарға рефераттар, курс, диплом эштәре баҫып биреү юлы менән аҡса әҙерләй алдым. Панама-Сити ҡалаһына (Үҙәк Америкала урынлашҡан) осор алдынан, телде ярайһы уҡ яҡшы беләм, тигән ышаныста инем. Әммә барғас та нисек яңылышыуымды аңланым. Америка һөйләшен төшөнөү тәүҙә бик ҡыйын булды. Әммә бер аҙҙан барыһы ла яйланды. Килеүемдең икенсе айында мин төрлө кешеләр менән еңел аралаша башланым, яҡшы практика үттем. Океан аръяғында дүрт ай туристар зонаһында һатыусы-консультант булып эшләнем. Штаттарҙа эш хаҡы яҡшы, сит илдә йәшәргә аҡсабыҙ етерлек булды,” – тип һөйләй Айнур.
Бөгөн дәрестәрҙән буш ваҡытта ул веб-дизайн менән шөғөлләнә, китаптар уҡый, телдәр өйрәнеүен дауам итә. Инглиз теленә ҡытай теле лә өҫтәлгән.
“Беҙҙең университетҡа Ҡытайҙан студенттар килә. Мин улар менән тығыҙ аралашам, уларға беҙҙең шарттарға яраҡлашырға, ҡаланың иҫтәлекле урындары, беҙҙең халыҡтың традициялары, йолалары менән танышырға ярҙам итәм,” – тип һөйләй һәр яңылыҡ менән ҡыҙыҡһынған йәш егет.
Студент компьютер технологиялары буйынса үҙенең ғилми эшен яҙа. Киләсәктә Ҡытайҙа стажировка үтергә, магистратураны тамамлағас, аспирантураға уҡырға инергә ниәтләй. Беҙ маҡсатлы яҡташыбыҙға алдына ҡуйған бар маҡсаттарының тормошҡа ашыуын теләйбеҙ.
Фото ғаилә альбомынан алынды.