Беҙҙең Ҡыйғы
0 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Ноябрь 2017, 16:38

Бюджет үтәлешенең дәүләт ҡоралы

Бюджет үтәлешенең дәүләт ҡоралы 8 декабрҙә Рәсәйҙең Федераль казначейство органдары системаһы ойошторолоуға 25 йыл тула

“Казначейство” һүҙе һәр кемгә таныш, әммә уның нимә менән шөғөлләнеүен аныҡ ҡына итеп бик һирәктәр аңлатып бирә ала. Шул уҡ ваҡытта дәүләтебеҙҙең бюджет өлкәһе үҫешенә тос өлөш индергән был дәүләт органы төҙөлөүгә 25 йыл. Уның ниндәй функциялар үтәүе тураһында Федераль казначейство- ның БР буйынса идаралығы 20-се бүлеге начальнигы А. Хановтың һөйләүен һораныҡ:

--- Һәр ил иҡтисадының уңышлы үҫеше дәүләт финанс активтары торошо тураһында дөрөҫ һәм оператив мәғлүмәт, шулай уҡ активтарға һөҙөмтәле идара итеү мөмкинлеге булыуына туранан-тура

бәйле. Ошондай мәғлүмәт менән тәьмин итеүсе булараҡ, Федераль казначейство ил хөкүмәтенә дәүләт идара органдары эшен оператив баһаларға, уҙғарылған бюджет сәйәсәте һөҙөмтәләре тураһында аныҡ белешмәләр алырға, финанс- иҡтисади үҫеште планлаштырырға ярҙам итә. Кергән барлыҡ аҡсаға һәм түләүҙәргә контроллек итеп, Федераль казначейство дәүләт башҡарма власть органдары структураһында “кассир” һәм “баш бухгалтер” ролен үтәй.

1991 йылда Рәсәй Федерацияһыбойондороҡһоҙлоҡ ала. Илдә сәйәси һәм иҡтисади реформалар башлана.

Дәүләт финанстарын файҙаланы- уҙың ғәмәлдә булған механизмы яңы

иҡтисади шарттарға яраҡлашмаған була, бюджеттың асыҡтан-асыҡлығын, аҡсаны маҡсатлы файҙа-ланыуға тейешле контролде тәьмин итмәй, ҡаты дефицит шарттарында

бюджет аҡсаһы менән оператив эш итергә мөмкинлек бирмәй.1992 йыл уртаһына РФ бюджеттарҙың үтәлеше ҡатмарланыуы кеүек

хәлгә килеп терәлә. Бюджет үтәлешенең эшкә һәләтле дәүләт ҡоралын булдырыу хаҡында мәсьәлә ҡырҡыу килеп баҫа. Халыҡ-ара тәжрибә һәм Ватан финанс системаһының революцияға тиклемге практикаһы нигеҙендә Рәсәй Федерацияһы Финанстар министрлығы составында Федераль казначейство органдары системаһын ойоштороу һәм федераль бюджет үтәлешенең казначей системаһына күсеү хаҡында ҡарар ҡабул ителә. 1992 йылдың 8 декабрендә Рәсәй

Президенты РФ Федераль казначействоһы органдарын булдырыу тураһында Указға ҡул ҡуя.

Яңы булдырылған дәүләт органы алдында ғәйәт ҙур, ул саҡта үтәлгеһеҙ булып күренгән бурыстар тора:

бюджет үтәлеше процесын асыҡтан- асыҡ һәм контролләп булырлыҡ итеү, бюджеттан аҡса алыусыларҙың иҫәптәрендәге аҡса тураһында актуаль һәм тулы мәғлүмәт булыуын тәьмин итеү; дәүләт бурысына идара итеүҙе яҡшыртыу; аҡсаны маҡсатлы файҙаланыуҙы алдан һәм ағымдағы

контролде бойомға ашырыу юлы менән бюджет аҡсаһын маҡсатһыҙ файҙаланыу масштабын кәметеү; бюджет аҡсаһын иҡтисади һынылыштарҙан һәм хәүефтәрҙән һаҡлауҙы яҡшыртыу һ.б.

Уҙған йылдар эсендә Федераль казначейство РФ субъекттарының административ үҙәктәрендә һәм

муниципаль райондарҙа территориаль органдар селтәрен йәйелдерҙе, был Рәсәй Хөкүмәте

ҡарарҙарын тиҙ һәм һөҙөмтәле бойомға ашырырға мөмкинлек бирҙе.

Федераль казначействоның БР буйынса идаралығы 20-се бүлеге дөйөм эшкә үҙ өлөшөн индерә. Бүлек

хеҙмәткәрҙәре 2017 йылдан башлап Дыуан, Ҡыйғы һәм Мәсетле райондарындағы бюджет аҡсаһын

файҙаланыусыларҙың средстволарҙы маҡсатлы тотоноуын контролләй,үҙҙәренә йөкмәтелгән бурыстарҙы эффектлы башҡарырға тырыша, клиенттар менән конструктив эшләй.Коллектив үҙ эшенә бар күңеле менән бирелгән фекерҙәштәрҙең профессиональ командаһын тәшкил итә.

Байрам алдынан барлыҡ коллегаларымды Федераль казначейство органдарының 25 йыллығы менән ҡотлайым, эштәрендә уңыштар,ныҡлы сәләмәтлек һәм тормош именлеге теләйем.

Н. Мөхәмәткәримова.
Читайте нас: