Беҙҙең Ҡыйғы
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Ноябрь 2017, 17:10

ӘСӘЙ – ТОРМОШ ЙӘМЕ 26 ноябрь - Әсә көнө

Динә Ғилметдин ҡыҙы Сәхәүетдинованың йылы һәм күркәм өйөндә ултырабыҙ. Яғымлы тауыш менән ашыҡмай ғына уҙған ғүмер юлы тураһында һөйләй ул. Уны тыңлап, ирекһеҙҙән үткәндәр- гә, ул кисергән хәл-ваҡиғалар эсенә сумаһың. Динә Ғилметдин ҡыҙы яҡшы һөйләй белә, ни тиһәң дә, заманында район гәзитенең ижади хеҙмәткәре, урындағы радио- ның хәбәрсе-ойоштороусыһы булған.

ӘСӘЙ – ТОРМОШ ЙӘМЕ 26 ноябрь - Әсә көнө


Динә Ғилметдин ҡыҙы Сәхәүетдинованың йылы һәм күркәм өйөндә ултырабыҙ. Яғымлы тауыш менән ашыҡмай ғына уҙған ғүмер юлы тураһында һөйләй ул. Уны тыңлап, ирекһеҙҙән үткәндәр- гә, ул кисергән хәл-ваҡиғалар эсенә сумаһың. Динә Ғилметдин ҡыҙы яҡшы һөйләй белә, ни тиһәң дә, заманында район гәзитенең ижади хеҙмәткәре, урындағы радио- ның хәбәрсе-ойоштороусыһы булған.

Яҙмам героиняһы сығышы менән Ҡәҙер ауылынан (элек был ауыл Ҡыйғы районына ҡараған). Ата-бабаларым белемле, динле кешеләр булған, хатта ҡарт олатайыма батша дворян титулын бирә, тип һөйләй ул. Атаһы Ғилметдин Хәйретдин улы фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнаша, биш сит телде белә. Әсәһе Биби- мәғзүрә баҡсасылыҡ, игенселек менән шөғөлләнә. Динә бәләкәйҙән мәктәптә яҡшы уҡый, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, мәктәптең комсомол ойошмаһы секретары итеп һайлана. Урта мәктәпте Абзай ауылында тамамлай. Ҡыҙ математика һәм физика уҡытыусыһы булырға хыяллана, әммә ишле ғаиләләге аҡса наҡыҫлығы арҡаһында яҡын- дағы уҡыу йортон һайларға – Дыуан ауыл хужалығы техникумының агрономия бүлек- сәһенә уҡырға инергә тура килә. Бында эшләгән һоҡланғыс педагогтар студенттарға төрлө яҡлап тәрән белем бирә, яҡшы практика үткәрә. Динә Ғилметдин ҡыҙы хеҙмәт юлын йүнәлтмә буйынса тыуған йортонан алыҫта – Ейәнсура районы “Дуҫлыҡ” кол- хозында агроном булып башлай. Ике йылдан тыуған яғына ҡайта. Өс йыл үҫемлектәрҙе һаҡлау буйынса агроном булып эшләй. Яҡшы белгес райондың барлыҡ баҫыуҙарын үтеп сыға, ауыл хужалығы культуралары ауырыуҙары һәм ҡоротҡостары таралмаһын өсөн, бар тырышлығын һала. Һуңынан әүҙем һәм эшһөйәр ҡыҙҙы комсомол путевкаһы буйынса район гәзите редакцияһына эшкә ебәрәләр. “Шулай итеп, ижад мөхитенә китеп эләктем. Коллективта Тимер Йосопов, Анатолий Бондаренко кеүек талантлы кешеләр эшләй ине. Мине тәүҙә тәржемәсе, һуңынан яуаплы секретарь итеп тәғәйенләнеләр, – тип һөйләй ветеран. – Урындағы радиола эшләү йылдары хәтеремә бик ныҡ уйылып ҡалған. Был эш миңә төрлө һөнәргә эйә ҡыҙыҡлы кешеләр менән танышыу һәм аралашыу мөм- кинлеген бирҙе”. Ҙур һәм ауыр магнитофон менән халыҡ хужалығының төрлө участкаларына: мәктәп- тәргә, дауаханаға, баҫыуҙарға, фермаларға, төҙөлөштәргә һ.б. бара. Ҡыҙыҡлы радиотапшы- рыуҙар Ҡыйғы радиотыңлау- сыларын битараф ҡалдырмай. Репортаждарға район белгес- тәрен дә йәлеп итә. Редакция коллективында ҙур йәмәғәт эштәрен башҡара, профком рәйесе, шулай уҡ мәҙәниәт бүлеге профсоюзы казначейы, КПСС ағзаһы булып тора, редакция коммуниста- рынан партия взностары йыя. Намыҫлы эше өсөн мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзының өлкә комитеты, район хакимиәте маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән. Тормоштағы төп наградаһы һәм ысын бәхете булып улдары тора. Тормош иптәше Радик Ғәйнетдин улы (хәҙер мәрхүм инде) менән балаларын эшһөйәр, әҙәпле итеп тәрбиәләгәндәр, яҡшы белем биргәндәр. “Бәләкәйҙән һәр улымдың өйҙә үҙ бурыстары булды, мал ҡарарға, хужалыҡ алып барырға ярҙам иттеләр, оло йәштәге өләсәләре Мөкәрәмәне ҡараштылар. Яҡшы уҡынылар. Мин ҡәйнәм менән 14 йыл бер ҡыйыҡ аҫтында татыу ғүмер иттем,” – тип һөйләй Динә Ғилметдин ҡыҙы. Өс улы, өс ҡанаты – Радис, Ралиф һәм Фәнил, уҡып ҡайтҡас, тыуған ауылында төпләнә. Радис – Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы система- һында, Ралиф район мәҙәниәт йортонда эшләй, Фәнил – Үрге Ҡыйғы ауылы лицейы география уҡытыусыһы. Е й ә н - е й ә н с ә р ҙ ә р е өләсәләрен сикһеҙ ярата һәм хөрмәт итә. Балалары һәм ейәндәренең ҡәҙер-хөрмәтен тойоп йәшәй ул. Хәстәрлекле әсә үҙе лә улар тураһында ҡайғыртыуын дауам итә. Йәш ваҡытында сәскән изгелек орлоҡтары бөгөн бик матур емештәр биргән.

Л. Саҙретдинова.

Фото ғаилә альбомынан.
Читайте нас: