Беҙҙең Ҡыйғы
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Ноябрь 2017, 17:30

ТӘБИҒӘТ ЯРҘАМҒА МОХТАЖ 29 ноябрь – Бөтә донъя тәбиғәтте һаҡлау йәмғиәте ойошторолған көн

Иң эре халыҡ-ара коммерцион булмаған тәбиғәтте һаҡлау ойошмаһы – Бөтә донъя тәбиғәтте һаҡлау берләшмәһе 1948 йылда барлыҡҡа килә. Берләшмә 82 дәүләтте (шул иҫәптән Тәбиғәт ресурстары министрлығы йөҙөндә Рәсәй Федерацияһын), 111 дәүләт учреждениеһын, 800-ҙән ашыу дәүләткә ҡарамаған ойошманы һәм донъяның 181 иленән 10000-ләп ғалимды һәм экспертты берләштерә. Был йәмғиәт ағзалары беҙҙең районда ла бар, шуларҙың береһе – тарих уҡытыусыһы, тыуған яҡты өйрәнеүсе Р. Асҡаров. Бөгөн беҙ гәзит уҡыусыларға уның беҙҙең төбәк тәбиғәте хаҡындағы материалын тәҡдим итәбеҙ.

Иң эре халыҡ-ара коммерцион булмаған тәбиғәтте һаҡлау ойошмаһы – Бөтә донъя тәбиғәтте һаҡлау берләшмәһе 1948 йылда барлыҡҡа килә. Берләшмә 82 дәүләтте (шул иҫәптән Тәбиғәт ресурстары министрлығы йөҙөндә Рәсәй Федерацияһын), 111 дәүләт учреждениеһын, 800-ҙән ашыу дәүләткә ҡарамаған ойошманы һәм донъяның 181 иленән 10000-ләп ғалимды һәм экспертты берләштерә. Был йәмғиәт ағзалары беҙҙең районда ла бар, шуларҙың береһе – тарих уҡытыусыһы, тыуған яҡты өйрәнеүсе Р. Асҡаров. Бөгөн беҙ гәзит уҡыусыларға уның беҙҙең төбәк тәбиғәте хаҡындағы материалын тәҡдим итәбеҙ.

Геоботаник яҡтан райондарға бүлеү
буйынса Ҡыйғы районы төньяҡ-
көнсығыш урман-дала зонаһына ҡарай,
майҙаны 9 мең квадрат километр тәшкил
итә.
Урын рельефы
Район территорияһы Өфө яйлаһынан
көнсығышҡа ҡарай Йүрүҙән-Әй
уйһыулығы сиктәрендә айырым массив
булып һуҙылған. Ул тигеҙ-ҡалҡыулыҡлы
һәм теҙмә-убалы күтәренке тигеҙлектән
тора. Рельефы көнбайыштан
көнсығышҡа һәм төньяҡтан көньяҡҡа
табан Урал тауҙары яғына бейегәйә һәм
ҡатмарлана бара.
Үҙәк өлөшө тауҙар теҙмәһе рельефы
менән характерлана. Көнсығыш
өлөшөндә күп һандағы Урал тауына
параллель урынлашҡан теҙмәләр
һуҙылған. Шуларҙың иң ҙурҙары
Йүкәлекүлдә, Ҡыйғыла һ.б. Йылғалар
араһында урынлашҡан уба, тау
теҙмәләре, һыҙаттар ҙурыраҡ һәм улар
сағыштырмаса бейегерәк тә (район
территорияһының абсолют бейеклеге
диңгеҙ кимәленән 200–400 метр).
Климат үҙенсәлектәре
Климат киҫкен континенталь, һыуыҡ
һәм дымлы. Тау теҙмәләре араһындағы
уйһыулыҡтарҙа һалҡын һауа тотҡар-
ланыуы арҡаһында температураның
даими үҙгәреп тороуы күҙәтелә. Был
тупраҡтың тәрән туңыуына һәм яҙлы-
көҙлө ҡырау йыш төшөүенә килтерә.
Йылы һауа 100 көн һаҡлана.
Тупраҡ ҡатламы
Тупраҡ тоҡомдары – Пермь
эзбизташы-доломиты, мергель, ҡомташ,
конгломераттар, тупраҡ ҡатламы –
һелтеле ҡара тупраҡ, көлһыу һәм ҡара-
көрән әсе реакциялы урман тупрағы.
Йылғаларыбыҙ
Район сиктәренең 60 процентын
башҡорт халҡының йырҙарында һәм
легендаларында данланған Әй йылғаһы
йыуа. Район территорияһында барлығы
270 йылға һәм шишмә аға. Шуларҙың иң
оҙондары: Ҡыйғы, Ләүзә, Ыйыҡ, Айса,
Ала-йылға, Гөл-йылға һәм башҡалар.
Йылғалар буйлап һаҙлы болондар һәм
һаҙлыҡтар һуҙылған.
Урмандар һәм тәбиғәт
ҡомартҡылары
Урмандарҙың дөйөм майҙаны 69,1
мең гектар тәшкил итә. Ҡайын, ҡайын-
ҡарағай һәм ҡайын ҡатыш имән ағастары
өҫтөнлөк итә. Ҡөлмәт һәм Ҡолбаҡ
ауылдары эргәһендә ҡарағай һәм
шыршы ҡатыш киң япраҡлы урман киң
таралған.
Районда һаҡлауға мохтаж булған
тәбиғәт ҡомартҡылары бар. Ләүзә ауылы
эргәһендәге Ореховка тауында
сәтләүеклек, Үрге Ҡыйғы һәм Ибрай ауыл
биләмәләре территорияһында ҡыр
сейәһе, Арыҫланда мүк еләге осрай.
Ҡөлмәт ауылы эргәһендәге ҡурсаулыҡта
ябай һыуйыйыр үлән һәм ынйы сәскәһе
(ландыш) үҫә. Дүшәмбикә һәм Ләүзә
ауылдары эргәһендә ҡара ҡайын осрай.
Райондың хайуандар донъяһы
Беҙҙең яҡтың хайуандар донъяһы
бай һәм төрлө. Йыш ҡына йыртҡыс
хайуандар: бүре, төлкө, йәтсә, һеләүһен,
бурһыҡ, янут эте һәм башҡалар; бөжәк
ашаусыларҙан – һуҡыр сысҡан һәм
башҡалар; тояҡлыларҙан – мышы,
ҡоралай, ҡабандар йыш осрай. Һыу
фаунаһында шәшке, ҡама, ондатра;
ҡоштарҙан – һуйыр, сел, ҡор, ағуна, һуна
өйрәк, сүрәгәй өйрәк һәм башҡалар бар.
Һыу ятҡылыҡтары һәр төрлө балыҡҡа
бай, алабуға, суртан, ағасъяңаҡ, бәрҙе,
һыла, шамбы, табан балыҡ, ташбаш,
ҡорман балығы һәм башҡалар күп.
Ҡыйғы районы бер ҡайсан да ярлы
һәм үҫешкә өмөтһөҙ булмаған.
Ҡиммәтле йәнлек тиреһе буйынса
Мәсәғүт кантоны (унда Ҡыйғы ерҙәре лә
ингән була) республикала күренекле
урын биләгән. 1926 йылда ғына бында 20
мең тейен, 45 мең ҡуян, бишәр йөҙ төлкө
һәм һыуһар, 700 аҫ һәм башҡа тире
әҙерләнә. Тейен тиреләре сифаты
яғынан тышҡы баҙарҙа юғары
баһаланған, шулай уҡ төлкө тиреләре лә
Тобольск тиреләренән ҡалышмаған
була. Бөгөн ҡиммәтле тиреле йәнлектәр
юҡҡа сыҡҡан, тейен, һыуһар, аҫ
бөтөнләй ҡалмаған, сөнки урындағы
етәкселек тарафынан һунар кәсебенә
контроль көсһөҙ була. Әгәр ҙә киләсәктә
лә урмандарҙы бөгөнгөләй ҡырһаҡ,
урман да, хайуандар ҙа, ҡоштар ҙа
ҡалмаясаҡ, тик ағас төптәре генә
һерәйеп ултырасаҡ. Ҡоштарға оя ҡорор,
бала сығарыр, ағас ботағына ултырып
кешеләргә моң таратыр өсөн ағас кәрәк.
Тыуған төйәктәрендә урман ҡалмаһа,
ҡуяндар, төлкөләр, мышылар ҙа китергә
мәжбүр буласаҡ.
Беҙгә был турала ныҡлап уйланырға
һәм тыуған төбәгебеҙҙең тәбиғәтен
тергеҙеү өсөн мөмкин булғанса ярҙам
итергә кәрәк. Әгәр ярҙам итеү
мөмкинлегебеҙ юҡ икән, исмаһам, уға
зыян итмәйек...
Читайте нас: