Район хакимиәтенең ултырыштар залында һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының район Советы VII пленумы үтте.
Ул 1917 йылғы Бөйөк Октябрь социалистик революцияһының 100 йыллығына арналды. пленумды асып, ижтимағи ойошманың рәйесе Д. Ибәтуллина, революцияның йөҙ йыллығы хөрмәтенә саралар Рәсәй президенты В. Путиндың указына ярашлы уҙғарыла, ул Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә тарих дәрестәрен онотмаҫҡа, уларҙы йәмғиәттә татыулыҡ һәм килешеүсәнлек һаҡлауҙа файҙаланырға саҡырҙы, тип билдәләне. Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Ф. Сафин йәштәргә патриотик тәрбиә биреү буйынса район программаһын бойомға ашырыу барышы тураһында һөйләне. “Беҙ барыбыҙ ҙа бөгөн тарихтан һабаҡ алырға, ышаныслы киләсәк төҙөү өсөн, үткәндәребеҙҙе яҡшы белергә һәм ихтирам итергә тейешбеҙ. Ул беҙҙең бөйөк биографиябыҙҙың бер өлөшө, беҙгә яңы ҡаҙаныштар һәм уңыштар өсөн көс биреүсе ғәйәт ҙур тәжрибә,” – тип билдәләне ул. Тыуған яҡты өйрәнеүселәр Р. Асҡаров менән Л. Козлованың, хеҙмәт ветерандары И. Әхмәҙуллин, Д. Кирхановтарҙың сығыштары бик ҡыҙыҡлы һәм бай йөкмәткеле булды. Улар пленумда ҡатнашыусыларҙы ейәндәренә һәм бүләләренә мөһим тарихи ваҡиғалар тураһында һөйләргә саҡырҙы. Пленум эше һөҙөмтәһендә ярашлы ҡарар ҡабул ителде. Был көндө үҙәк район китапханаһы һәм район музейы ойошторған күргәҙмәләр эшләне. Пленум аҙағында совет халҡының 1917–1993 йылдарҙағы ҡаҙаныштары тураһында видеофильм күрһәтелде, ҡатнашыусылар бергәләп совет осоронда популяр булған йырҙы башҡарҙы.