Беҙҙең Ҡыйғы
-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Ноябрь 2017, 16:37

ЫСЫН ПРОФЕССИОНАЛДАР ӘҘЕРЛӘП

Ошо йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә халыҡ-ара Worldskills стандарттары буйынса йомғаҡлау демонстрация имтиханын индереү пилот проекты эшләй башланы, уның барышында күп профилле колледждарҙың сығарылыш студенттары уҡыу барышында нимәгә өйрәнеүен һәм һөнәрҙе ни тиклем тәрән үҙләштереүен күрһәтә ала. Әгәр ул ашнаҡсы булһа, төшкө аш әҙерләй, парикмахер сәс киҫә, токарь бирелгән һыҙмалар буйынса деталдәр әҙерләй һ.б.

Ошо йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә халыҡ-ара Worldskills стандарттары буйынса йомғаҡлау демонстрация имтиханын индереү пилот проекты эшләй башланы, уның барышында күп профилле колледждарҙың сығарылыш студенттары уҡыу барышында нимәгә өйрәнеүен һәм һөнәрҙе ни тиклем тәрән үҙләштереүен күрһәтә ала. Әгәр ул ашнаҡсы булһа, төшкө аш әҙерләй, парикмахер сәс киҫә, токарь бирелгән һыҙмалар буйынса деталдәр әҙерләй һ.б.

Дыуан күп профилле колледжының Үрге Ҡыйғы ауылы филиалы ла Worldskills стандарттары буйынса демонстрация имтиханын индереү проектына ҡушылды. Ошо көндәрҙә филиалдың һөнәр һәм дөйөм һөнәр циклдары уҡытыусыһы З. Вәлиева “Беренсе Мәскәү мәғариф комплексы”нда “Рәсәйҙә Worldskills стандарттарын иҫәпкә алып “Ашнаҡсы-кондитер” һөнәре буйынса кадрҙар әҙерләү практикаһы һәм методикаһы” программаһы буйынса белемен үҫтереп ҡайтты. Ул мини-чемпионаттарҙа, демонстрация имтихандарында сығарылыш уҡыусыларының белемен, оҫталығын баһалау мөмкинлегенә эйә булды. “Рәсәйҙә Worldskills (“Йәш профессионалдар”) хәрәкәтенең төп маҡсаты – илдә урта һөнәри белем биреүҙе популярлаштырыу. Әлбиттә, бындай яңылыҡтар шунда уҡ индерелмәй, уның стратегияһы төплө уйлана һәм яйлап башҡарыла. Әлеге ваҡытта беҙҙең алда мөһим мәсьәләләр тора: беҙ йомғаҡлау аттестацияһы сиктәрендә белем биреү нормативтарын көйләүсе документтар төҙөргә һәм аттестацияны үткәреү моделен дә яйға һалырға һәм башҡа эштәрҙе башҡарырға тейешбеҙ. 2022 йылға беҙҙең филиал базаһында быйылғы беренсе курстар – буласаҡ ашнаҡсы-кондитерҙар өсөн демонстрация имтихандары үткәреү өсөн заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған ун бокслы имтихандар майҙансығын булдырырға тейешбеҙ. Эксперттар сығарылыш уҡыусыһының нимәгә өйрәнеүен, хеҙмәт баҙарына ниндәй оҫталыҡ менән сығыуын баһаларға тейеш. Шуны ла иҫәпкә алырға кәрәк, Worldskills стандарттары – ул юғары оҫталыҡ кимәле, заманса юғары технологиялы ҡорамалдар менән файҙалана белеү талап ителә. Шуның өсөн беҙ бөгөндән уҡыусыларҙы ошо шарттарҙа үҙ оҫталыҡтарын ышаныслы күрһәтеүгә әҙерләйбеҙ. Һөнәри оҫталыҡ конкурстарын – мини- чемпионаттарҙы тап яңы стандарттар буйынса ойошторорға тырышабыҙ. Беҙҙең уҡыусыларыбыҙға бына ошо көндәрҙә Дыуан күп профилле колледжы филиалдарының буласаҡ ашнаҡсы-кондитерҙары араһында “Ашнаҡсы хеҙмәте – беҙҙең филиалда” компетенцияһы буйынса Оло Ыҡтамаҡ ауылында уҙасаҡ мини-чемпионатта үҙ оҫталығын күрһәтергә кәрәк буласаҡ,” – тип һөйләне Зөлфиә Илһам ҡыҙы. Беҙ уҡыусыларға конкурста уңыштар һәм киләсәктә һайлап алған һөнәрҙәре буйынса оҫталыҡтарын ныҡышмал үҫтереүҙәрен теләйбеҙ. Сөнки ил киләсәге – һөнәрлеләр ҡулында.

С. Исмәғилева
Читайте нас: