Үрге Ҡыйғы ауылы лицейы күптән заманса иркен спортзалға мохтаж. Бер сменала ғына уҡытыу режимы индерелгәс, хәлдәр торошо тағы ла ҡатмарлашты – физкультура дәрестәрен ойоштороу һәм үткәреү лицей администрацияһы һәм физкультура уҡытыусылары өсөн “баш ауырыуы”на әүерелде. Сөнки 1976 йылда уҡ төҙөлгән спортзал кластар һанына ярашлы түгел. Физкультура уҡытыусыларына ҡайһы бер дәрестәрҙе “Йәшлек” стадионында йә иһә лицей эргәһендәге спорт майҙансығында үткәрергә тура килә. Әммә уларҙы һауа торошо яҡшы булғанда ғына файҙаланырға мөмкин.
“Был проблеманы хәл итеү өсөн, район хакимиәте башлығы Ш. Мөхәмәтдинов республика Башлығы Р. Хәмитовҡа мөрәжәғәт итте. Һөҙөмтәлә БР-ҙың Социаль маҡсатлы программалар фонды советында Үрге Ҡыйғы ауылы лицейына каркас тибындағы спорт залы (төкәтмә) төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Объектты төҙөү өсөн финанс ярҙамды “Транснефть” асыҡ акционерҙар йәмғиәте бүлгән. Эштәрҙең заказсыһы булып “Административ биналарға идара итеү” дәүләт унитар предприятиеһы сығыш яһай, подрядсы – “Глобаль технологиялар”. Төҙөлөш 2017 йылдың ноябренән алып 2018 йылдың март-апреленә саҡлы барасаҡ, тип фаразлана. Әлеге ваҡытта төҙөлөш башланған – фундамент һалына. Яңы спортзал лицей бинаһының артында урынлашасаҡ. Төҙөлөш майҙансығын әҙерләгәндә учреждениеның канализация системаһы конструкцияһы үҙгәртелде. Ошоға бәйле, уҡыусылар бер ни тиклем уңайһыҙлыҡ кисерергә мәжбүр булды – ашхана персоналы ике көн дауамында балаларҙы ашатыуҙы ойоштора алманы. Әлеге ваҡытта был хәл яйға һалынған, туҡландырыу ғәҙәти режимда дауам итә,” – тип хәбәр итте беҙгә лицей директоры Р. Әхмәҙуллин.