Беҙҙең Ҡыйғы
-9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
29 Ноябрь 2017, 11:43

ПАРТА АРТЫНДА - география фәнен һөйөүселәр

Үткән йәкшәмбелә беҙҙең илдә һәм сит илдәрҙә Рәсәй география йәмғиәте тарафынан ойошторолған Халыҡ-ара мәғариф акцияһы – география диктанты үтте. Өс йыл элек сараны башлап ебәреүсе булып Рәсәй Президенты Владимир Путин сығыш яһағайны

Үткән йәкшәмбелә беҙҙең илдә һәм сит илдәрҙә Рәсәй география йәмғиәте тарафынан ойошторолған Халыҡ-ара мәғариф акцияһы – география диктанты үтте. Өс йыл элек сараны башлап ебәреүсе булып Рәсәй Президенты Владимир Путин сығыш яһағайны.

Үрге Ҡыйғы ауылында махсус ойошторолған майҙанда райондың география фәнен яҡшы белгән һәм уның менән ҡыҙыҡһынған 110 кешеһе парта артына ултырҙы. Үҙ белемен тикшереп ҡарарға теләүселәр араһында уҡытыусылар, юрис- тар, ауыл хужалығы белгестәре, китапханасылар бар ине, район хакимиәте вәкилдәре лә сараға әүҙем ҡушылды. География диктантын яҙыусыларҙың төп контингенты 8–11 класс уҡыу- сылары булды. Ҡатнашыусылар 45 минут эсендә 30 һорауға яуап бирҙе. Ф. Рабцевич: “Мин бала саҡтан геолог булырға хыялланғайным, сәйәхәттәрҙә күп булдым, минералогия буйынса байтаҡ китап уҡыным. Бөгөнгө диктант миңә ҡыйынлыҡ тыуҙырманы. Күп һорауҙар Себер һәм Алыҫ Көнсығыш яҡтары буйынса ине. Диктантты минең менән бергә унынсы класта уҡыған ҡыҙым да яҙҙы,” – тип һөйләне беҙгә. Т. Ибраһимова: ”География фәнен мәктәптә уҡыған ваҡыттан алып яратам. Диктантты 9-сы класта уҡыған ҡыҙым менән яҙҙыҡ, ғаилә башлығыбыҙ уны онлайн бәйләнеш аша урындағы ваҡыт менән 14.00 сәғәттә яҙасаҡ. Диктантҡа алдан әҙерләндек, үткән йылдарҙағы тест һорауҙарын өйрәндек”. Уҡыусы йәштәр география- ны яратыуын һәм уның менән ҡыҙыҡһыныуын, яңы тармаҡ- тарҙы үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерергә теләүен билдәләп үтте. Заданиеларҙы дөйөм алғанда барыһы ла үтәй алды. Акцияны үткәреү буйынса яуаплы кеше – Үрге Ҡыйғы ауылы лицейы уҡытыусыһы Ф. Сәхәүетдинов әйтеүенсә, тест һөҙөмтәләре 25 декабрҙә билдәле буласаҡ.

Л. Саҙретдинова.

Автор фотоһы.
Читайте нас: