Беҙҙең Ҡыйғы
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
29 Ноябрь 2017, 12:28

ЖУРНАЛИСТАР СЕМИНАРЫ

Оло Ыҡтамаҡ ауылында төньяҡ-көнсығыш район- ара ижади берекмә журналистарының семинары уҙҙы. Фекер алышыуҙың төп темаһы “Район гәзиттәренең эстәлегенә һәм биҙәлешенә заманса талаптар” тип аталды, шулай уҡ һөнәри эшмәкәрлекте яҡшыртыу мәсьәләләре, район һәм берләшмә гәзиттәрҙең тиражын үҫтереүгә булышлыҡ итеүсе шарттар ҡаралды.

Семинар эшендә РБ-ҙың Матбуғат һәм киң коммуникациялар агентлығы етәксеһе урынбаҫары М. ғәзизов, “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто БР ДУП-Ы генераль директоры В. Хәкимова, уның урынбаҫары Г. Ермохина, агентлыҡтың бүлек начальнигы Ф. Әхмәтйәнова, “Әйлестан”, “Дуванский вестник”, “Мәсетле тормошо”, “На земле Салавата”, “Беҙҙең ҡыйғы”, “Яңы Балаҡатай”, “Йүрүҙән” гәзиттәренең мөхәррирҙәре һәм ижади хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Семинарҙа ҡатнашыусылар шулай уҡ урындағы уникаль ҡумыҙ музейында булды.
Л. Саҙретдинова.

Читайте нас: