Беҙҙең Ҡыйғы
-12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Декабрь 2017, 18:35

Иң йылы байрам

Ноябрь айында Рәсәйҙә иң яҡты, иң ихлас байрам – Әсәйҙәр көнө билдәләнә. Райондың бар ауылдарында ла был көнгә арнап байрам саралары уҙҙы. Район мәҙәниәт йортонда әсәйҙәрҙе данлау сараһы байрамса йылы һәм шул уҡ ваҡытта тантаналы шарттарҙа үтте.

Ноябрь айында Рәсәйҙә иң яҡты, иң ихлас байрам – Әсәйҙәр көнө билдәләнә. Райондың бар ауылдарында ла был көнгә арнап байрам саралары уҙҙы. Район мәҙәниәт йортонда әсәйҙәрҙе данлау сараһы байрамса йылы һәм шул уҡ ваҡытта тантаналы шарттарҙа үтте.

Ноябрь айында Рәсәйҙә иң яҡты, иң ихлас байрам – Әсәйҙәр көнө билдәләнә. Райондың бар ауылдарында ла был көнгә арнап байрам саралары уҙҙы. Район мәҙәниәт йортонда әсәйҙәрҙе данлау сараһы байрамса йылы һәм шул уҡ ваҡытта тантаналы шарттарҙа үтте. Байрам көнө ғорур “әсәй” исеме йөрөтөүселәрҙең барыһын да берләштерҙе: күп бала тәрбиәләүсе һәм яңы ғына тәүге балаһын хәстәрлекле ҡулдарына алыусы әсәйҙәр, инде өләсәй, ҡарт өләсәй булғандар, төрлө тармаҡтарҙа эшләп йөрөгәндәр һәм уңған хужабикәләр йыйылғайны был сараға. Йыйылыусыларҙы район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Ф. Сафин йылы ҡотланы. Ул республика, район мәнфәғәте өсөн намыҫлы хеҙмәт иткән һәм өлгөлө балалар тәрбиәләгән ҡатын-ҡыҙҙарға маҡтау ҡағыҙҙары тапшырҙы. Шулай уҡ иң өлгөлө әсәйҙәрҙе ауыл биләмәләре башлыҡтары ла почет ҡағыҙҙары менән бүләкләне. Район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Л. Лоҡманова, быйыл тәүге бәпестәре донъяға килгән йәш әсәләрҙе ҡотлап, уларға иҫтәлеккә яулыҡтар бүләк итте һәм бала тәрбиәләү буйынса өгөт-нәсихәттәр бирҙе. Ошо көндө тантаналы шарттарҙа икенсе сабыйҙары тыуған ике әсәгә әсәлек капиталы сертификаты тапшырылды, ике әсә ГТО знагы алды. Балалар башҡарыуындағы концерт номерҙары бар әсәйҙәр өсөн дә, әлбиттә, иң ҙур бүләк булды. Район мәҙәниәт йорто фойеһында үҙ әҫәрҙәрендә әсәйҙәрҙе данлаған авторҙарҙың китаптарынан күргәҙмә ойошторолдо, халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге “Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн вакансиялар йәрминкәһе” үткәрҙе.
С. Фәимова.
Читайте нас: