Беҙҙең Ҡыйғы
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Декабрь 2017, 18:27

Бәхетле тормошҡа асҡыс

Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған,, үҙ ““квадрат метрҙары”” булмаған балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү – урындағы властың мөһим бурыстарының береһе..

Ошо көндәрҙә был категорияға ҡараған өс кешегә: бер туғандар Регина һәм Денис Максаровтарға (Үрге Ҡыйғы ауылы) һәм Гөлназ Фазлыеваға (Сағыр ауылы) фатир асҡыстары тапшырылды. Фатирҙар махсус торлаҡ фондынан килешеүҙәр буйынса бирелде. Гөлназ Фазлыева Микрорайондағы бер бүлмәле фатирға эйә булды, ә Максаровтар Үрге Ҡыйғы ауылының Болон урамындағы яңы ике фатирлы йортта күршеләр булып йәшәйәсәк. – “Йортом – ҡәлғәм” тиҙәр. Йортоғоҙ һеҙҙең изге төйәгегеҙ булһын, унда бәхет, именлек һәм етеш тормош хөкөм һөрһөн. Йортоғоҙҙо һаҡлағыҙ, уны яҡшылап ҡарағыҙ һәм ул һеҙгә күп йылдар хеҙмәт итер, – тине район хакимиәте башлығы Ш. Мөхәмәтдинов, тантаналы шарттарҙа Максаровтарға асҡыстар тапшырғанда. Хәҙер торлаҡҡа эйә булыусылар уға күсеү мәшәҡәттәре менән мәшғүл. Улар үҙҙәренә өйлө булырға ярҙам итеүселәрҙең барыһына ла ҙур рәхмәтле. – Һис шикһеҙ, һәр баланың үҙ йылы, уңайлы йорто булырға тейеш. Шуға ла етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү программаһы артабан да дауам итәсәк. Быйыл беҙ дүрт етем баланы тәьмин иттек инде, йыл аҙағына тиклем тағы ла ике кешегә фатир асҡыстары биреләсәк, – тип хәбәр итте беҙгә район мәғариф бүлегенең опека һәм попечителлек буйынса белгесе Э. Һаҙыева.
С. Исмәғилева.
М. Ҡазиханов фотоһы.

Читайте нас: