Ания Илшат ҡыҙы районда иң йәш күп балалы әсәләрҙең береһе. Уға 31 генә йәш. тормош иптәше Илнар Иштуған улы менән биш бала тәрбиәләйҙәр. Ания бала саҡтан һеңле- ләрен хәстәрләп үҫә, әхирәттәре ҡурсаҡ уйнағанда ул ҙур теләк менән әсәһенә ярҙамлаша. Бәхетле йәштәр өйләнешкәс, ғаиләбеҙ ҙур һәм татыу буласаҡ, тип хәл итә. Улар әйтеүенсә, ныҡлы ғаиләнең нигеҙе – мөхәббәт. “Әгәр ғаиләлә татыулыҡ, бер-береңә хөрмәт булһа, бер ниндәй тормош ауырлығы ла ҡурҡыныс түгел,” – ти Фәссәховтар. Өлкән улдары нияз – Үрге Ҡыйғы ауылы лицейында, Дияз менән Илнара Дүшәмбикә ауылы мәктәбендә уҡый, Анил “Аҡ ҡайын” балалар баҡсаһына йөрөй. Ғаиләлә барыһы ла яратҡан кескәй Әмирә – өйҙә, әсәһе эргәһендә. – Иртән балаларҙы мәктәпкә, балалар баҡсаһына оҙатам. Артабан өй йыйыштырыу, кер йыуыу, ашарға бешереү эштәренә тотонам, – тип һөйләй хужабикә, йылмайып. – Шул арала төшкө аш ваҡыты етә, балалар мәктәптән ҡайта. Күңелһеҙләнеп ултырырға ваҡыт юҡ. Балалар өйгә бирелгән эштәрен эшләгәс, хужалыҡта ярҙам итә. Ғаиләлә балалар эшкә өйрәнеп үҫә, ирҙәр, ҡатын- ҡыҙҙар эше тип айырып ҡарау юҡ. Улар бергәләп кер ҙә, һауыт- һаба ла йыуа, ашарға ла әҙерләй. – Беҙҙең балалар үҙаллылыҡҡа өйрәнгән, – тип һөйләй Ания Илшат ҡыҙы. – Улар, кәрәк булһа, аш та, кәтлит менән макарон да бешерә белә. Фәссәховтар яңыраҡ бурсанан ҙур һәм иркен өй һалып кергән. Ғаилә башлығы Илнар Иштуған улы әйтеүенсә, башҡараһы эштәр әле байтаҡ: тышын көпләргә, хужалыҡ ҡаралтылары төҙөргә кәрәк. Әлбиттә, күп балалы ғаиләгә еңелдән түгел. Әлегә Илнар Иштуған улы ғына эшләй, ул шәхси предприятиела водитель. Ания Илшат ҡыҙы декрет ялында. Хужабикә аш-һыуға оҫта, матур итеп тегә һәм бәйләй. Балаларына ул яҡын дуҫ һәм хәстәрлекле әсәй. Илнар Иштуған улы ла һәр эшкә маһир, балта менән йышҡы уның ҡулында уйнап ҡына тора. – нимә ул ғаилә бәхете? – тип һорағас, Ания Фәссәхова саҡ ҡына уйланы ла: – Ғаиләлә барыһы ла сәләмәт булыуы, бергәләп матур табын артына йыйылыуҙар, – тип яуапланы. – Әсәй булараҡ, миңә был мәлдәрҙән дә ҡәҙерлерәге юҡ. Кисен биш сабыйың эргәһендә, өлкәндә- ренең хәбәрҙәрен, кескәйҙәрҙең тәтелдәп йөрөүҙәрен тыңлап ултырғанда, ысын ғаилә бәхете шул булыуына асыҡ төшөнәһең.