Рәфҡәт Ғәлим улы сығышы менән Оборона ауылынан. Үкенескә ҡаршы, был ауыл хәҙер юҡ инде. Н. Хрущев идара иткән йылдарҙа перспективаһыҙ тип табыла һәм оҙаҡламай юҡҡа сыға. Ауыл халҡы Түбәнге Ҡыйғы, Майская, Солтан ауылдарына күсеп китә, Әхмәтвәлиевтәр ғаиләһе Кандаковкаға килеп төпләнә. Р. Әхмәтвәлиевтең бала сағы һуғыш йылдарына тура килә. Бала саҡтан, тиңдәштәре һымаҡ, колхозға ярҙамлаша. Ат көтә, бесән әҙерләүҙә ҡатнаша, ер һөрә… Һуғыштан һуңғы йылдар ҙа еңел булмай. Әрме сафына алынғас, ул данлыҡлы Тамань гвардия танк дивизияһына эләгә. Р. Әхмәтвәлиев “Т-54” танкы командиры була. Өс йыл хеҙмәт иткәс, старшина дәрәжәһендә тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта. 14 йыл ул тыуған ауылында ауыл Советы рәйесе булып эшләй. Ауылдаштары уның йәш булыуына ҡарамай, бай тормош тәжрибәһе һәм көс- ҡеүәте өсөн был вазифаға һайлап ҡуялар. Һәм яңылышмайҙар ҙа. Йәш егет ең һыҙғанып ауыл мәнфәғәте өсөн эшкә тотона. Һәр башланғыстың уңышына ышаныс, тырышлығы һәм уңғанлығы уның көндәлек эштәрендә төп ярҙамсылар була. Ауыл Советы рәйесе булараҡ, иң тәүге планда Р. Әхмәтвәлиев социаль мәсьәләләрҙе күҙ уңында тота. Күберәген уның тырышлығы һәм колхоз ярҙамы менән хужалыҡ территорияһында мәктәп, клуб биналары һәм башҡалар төҙөлә. Ҡыҫҡаһы, ул тыуған ауылы өсөн байтаҡ яҡшы эштәр башҡара. Р. Әх- мәтвәлиевкә ауыл Советы рәйесе генә булып эшләргә тура килмәй, оҙаҡ йылдар “Новый мир” колхозы рәйесенең урынбаҫары була. Ул бар эштәрҙең уртаһында ҡайнай. Кешеләр менән эшләү һәм аралашыу тәжрибәһе ҙур булыуы эштәрҙе уңышлы алып барырға ярҙам итә. Шулай уҡ ул әҙәплелек һәм намыҫлылыҡ кеүек сифаттарға эйә булыуы менән айырылып тора. “Новый мир” колхозы районда уңышлы эшләүсе хужалыҡ була. Колхоз рәйесе урынбаҫары ең һыҙғанып эшләй һәм башҡаларҙан да шуны талап итә. Ауылдаштары һөйләүе буйынса, ул талапсан, әммә ғәҙел етәксе була. Рәфҡәт Ғәлим улы райондың, тыуған ауылының йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Йәштәр тормошо менән ҡыҙыҡһына, мәктәпкә йыш бара. Ауылдағы бер ваҡиғаға ла битараф ҡалмай. Ветеран ул саҡтағы колхоз рәйесе Ғәли Мөхәмәт улы Ҡотошовто йылылыҡ менән иҫкә ала: “Тап ул етәкселек иткәндә колхозда төҙөлөш киң йәйелдерелде. Хужалыҡ территорияһында (уға дүрт ауыл инә торғайны) балалар баҡсалары, фельдшер-акушерлыҡ пункттары, колхоз идараһы, магазин биналары, тирмән, торлаҡ йорттар, күперҙәр, малдар өсөн йәйге лагерҙар һәм башҡалар һалынды – йәмғеһе 55 объект барлыҡҡа килде. Колхоз баҫыуҙары иртәнән кискә тиклем гөрләп торҙо. 80-се йылдар башында, мәҫәлән, Кандаковкала 53 гектар майҙандан 38-ҙәр центнер бойҙай алдыҡ. Механизаторҙар үҙ хеҙмәтенә оло яуаплылыҡ менән ҡараны. Шуның өсөн тракторҙар, комбайндарҙың ватылып ултырғаны булманы. Машиналар һәм механизмдар туҡтауһыҙ эшләне,” – тип хәтерләй ветеран. Ветерандың эше юғары баһалана. Намыҫлы хеҙмәте өсөн ул “Хеҙмәт батырлығы өсөн” һәм “Хеҙмәт ветераны” миҙалдарына лайыҡ булған. Күп тапҡырҙар почет грамоталары, рәхмәт хаттары, дипломдар һәм аҡсалата премиялар менән бүләкләнә. Әле ветеранды ҡыҙы Лилиә тәрбиәләй. Быйыл уға 86 йәш тулған, шуға ҡарамаҫтан, ул теремек һәм көр күңелле булып ҡала.
Н. Нәғимов