Беҙҙең Ҡыйғы
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Декабрь 2017, 19:09

Төньяҡ-көнсығышты үҫтереү перспективаһы

“Янғантау” шифаханаһы базаһында Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышын үҫтереү буйынса “ваҡиғаларҙы берләштереп – территорияларҙы үҫтерәбеҙ” I төбәк-ара форумы үтте.

“Янғантау” шифаханаһы базаһында Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышын үҫтереү буйынса “ваҡиғаларҙы берләштереп – территорияларҙы үҫтерәбеҙ” I төбәк-ара форумы үтте.

Унда федераль һәм республика власы органдары, эре сәнәғәт предприятиелары, ғилми үҙәктәр һәм мәғариф ойошмалары, ижтимағи берекмәләр, кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары вәкилдәре йыйылды. Беҙҙең райондан был форумда район хакимиәте башлығы ш. Мөхәмәтдинов, уның ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Р. әхмәтшин, хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урын- баҫары Ф. Сафин, иҡтисад, архитектура, төҙөкләндереү һәм иҫәп идаралығы начальнигы Р. Фассалов, “әй” АПК-һы рәйесе А. Нотфуллин, “Нефтегазст- ройсервис” ЯСЙ-һы директоры А. Фәи- зов, шәхси эшҡыуарҙар А. Ғәлиәскәров, Ф. Минһажев, И. Ҡужиндар ҡатнашты. Пленар ултырышты БР хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов асты. – 2011 йылда Башҡортостан Республикаһының төньяҡ-көнсығышын үҫтереү программаһы ҡабул ителде, – тип һөйләне ул. – Программаны бойомға ашырыу осоронда 5 мәктәп, 9 балалар баҡсаһы төҙөлдө, 800 километрҙан ашыу автомобиль юлы ремонтланды. Үкенескә ҡаршы, планлаштырылғандарҙың барыһын да бойомға ашырып булманы, әлеге ваҡытта иҡтисад ҡатмарлы осор кисерә. Беҙҙең өсөн төбәк-ара хеҙмәттәшлек ҙур әһәмиәткә эйә, хәҙер ошондай 11 килешеү төҙөлгән дә инде һәм уларҙың арта барырына ышанабыҙ. Рөстәм Мәрҙәнов төньяҡ-көнсығышты үҫтереүҙең төп йүнәлештәре булараҡ ауыл хужалығын һәм һөтсөлөк малсылығын үҫтереүҙе атаны. Ярҙамсы хужалыҡтар нигеҙендә кооперативтар селтәрен төҙөү, экологик яҡтан таҙа продукция етештереү, органик игенселекте һәм урман сәнәғәте комплексын үҫтереү, туризм төбәкте алға ебәреүгә булышлыҡ итергә тейеш. БР хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, БР-ҙың ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов квалификациялы кадрҙар әҙерләүҙең, ауылда кешеләр эшләһен өсөн тейешле шарттар булдырыуҙың мөһимлеген билдәләп үтте, агросәнәғәт комплек- сындағы заманса эш алымдары хаҡында һөйләне. Свердловск өлкәһе Губернаторы урынбаҫары Азат Сәлихов Башҡортостан менән хеҙмәттәшлекте киңәйтергә әҙер булыуҙары тураһында белдерҙе һәм мәҙәниәт өлкәһендә берлектә бойомға ашырылған өс проект хаҡында һөйләп үтте. Силәбе өлкәһе хөкүмәтенең эске сәйәсәт буйынса идаралығы начальнигы виталий шиков үҙ сығышында сауҙа- иҡтисади хеҙмәттәшлек, атап әйткәндә, Силәбе өлкәһендә таш эшкәртеү буйынса кластер төҙөү, логистик үҙәк һәм сауҙа йорто булдырыу мәсьәләләренә иғтибар бирҙе. РФ Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһы депутаты Илдар Бикбаевтың сығышы Башҡортостандың төньяҡ- көнсығышының иҡтисади үҫешен тәьмин итеүсе закондарҙы үҫтереүгә арналды. шулай уҡ пленар өлөштә республиканың урман хужалығын үҫтереү, был секторҙың табышлылығын арттырыу юлдары ҡаралды. Барлыҡ ҡатнашыусылар ҙа инфраструктура объекттары булдырыуҙың мөһимлеген билдәләп үтте. БР Башлығы эргәһендәге инвестицион климатты яҡшыртыу һәм экспортты үҫтереү буйынса йәмәғәт советы ултырышында БР-ҙың иҡтисади үҫеш министры Сергев Новиков инвестиция эшмәкәрлегенә дәүләт ярҙамы, муниципаль берәмектәрҙең инвестицион стратегиялары хаҡында һөйләне, йыл йомғаҡтары буйынса инвестициялар үҫешен 100,4 проценттан түбән булмаған кимәлдә тәьмин итеү бурысын ҡуйҙы. Район башлыҡтары өлгәшелгән инвестицион күрһәткестәрҙе сағыл- дырҙы, инвестициялар йәлеп итеү буйынса саралар тәҡдим итте. шулай уҡ форумда ҡатнашыусылар барлыҡ хужалыҡтарҙа диагностика һәм аудит үткәреү, малдарҙы иденти- фикациялау системаһын индереү кәрәклеге, 2030 йылға тиклем һөтсөлөк тармағын үҫтереүҙең комплекслы программаһын бойомға ашырыу өсөн яһалырға тейешле аҙымдар тураһында һөйләште. Форумда ҡатнашыусылар алдындағы сығышында Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы ш. Мөхәмәтдинов һөйләп үтеүенсә, БР-ҙың төньяҡ-көнсығыш райондарын социаль-иҡтисади үҫтереү урта сроклы комплекслы программаһы сиктәрендә беҙҙең районда 2016 йылда 110 миллион һумдан ашыу суммаға 12 инвестицион проектты тормошҡа ашырыу планлаштырылған булған. Ғәмәлдә йыл эсендә 50 миллион һумдан ашыу суммаға финансланған. 5 проект тамамланған, ҡалғандары дауам итә. 5 эш урыны булдырылған. Үрге Ҡыйғы ауылында пенополистерол етештереү буйынса цех төҙөлгән. Инвесторы – “Кристалл” ЯСЙ- һы. 2016 йылда ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр 24,5 миллион һум суммаға 34 берәмек техника һатып алған. органик һәм минераль ашламалар индереү юлы менән ерҙәрҙең уңыш биреүсәнлеген арттырыуға 1743 мең һум үҙләштерелгән. Район хужалыҡтары тарафынан баҫыуҙарға 3 тонна минераль ашлама, 13 мең тонна органик ашлама сығарылған. “2012–2016 йылдарға БР-ҙың яңы эш башлаған фермерҙарына ярҙам күрһәтеү” программаһы буйынса ит етештереүҙе үҫтереүгә “Мөхәмәтдинов З.” КФх-һы шәхси предприятиеһы – 1182,6 мең һум грант (проект суммаһы 1314 мең һум), “шакиров Д.” КФх-һы 1500 мең һум грант (проект суммаһы 1670 мең һум) алған. “2012–2016 йылдарға КФх-лар базаһында ғаилә һөтсөлөк-малсылыҡ фермалары” программаһы буйынса “Ғирфанов Ю.” КФх-һы грант яулаған, проект суммаһы 7 миллион һум тәшкил итә. 2017 йылда “Башҡортостан Республикаһы крәҫтиән-фермер хужалыҡтары базаһында ғаилә малсылыҡ фермаларын үҫтереү” программаһында ике: “Нотфуллин С.” һәм “Нотфуллин Р.” КФх-лары ҡатнашҡан. Гранттың дөйөм суммаһы 6,9 миллион һум. Кесе бизнес етештереү һәм эшкәртеү секторҙарында халыҡҡа хеҙмәттәр күрһәтеүҙе арттыра бара. Районда әлеге ваҡытта 6 пекарня, кондитер изделиеларҙы эшкәртеү һәм ҡаптарға төрөү буйынса завод, мал һуйыу һәм ит продукцияһы һатыу буйынса ит комбинаты, 15 дөйөм туҡланыу предприятиеһы эшләй. шулай уҡ төҙөлөш материалдары етештереү буйынса пред- приятиелар бар: “Кристалл” ЯСЙ-һы – йылылыҡ блоктары, “әхмәтов Р.” шП-һы – тротуар һәм гипс плиткаһы, “Сабирйәнов Р.” шП-һы – арболит блоктар, “Гергель Р.” шП-һы өй комплекттары һәм профнастил сығара. “Ҡыйғы теген фабрикаһы” ЯСЙ- һы эшләй. 2016 йылда А. Низамутдинова үҙ аҡсаһына ике ҡатлы бина төҙөп, ҡунаҡхана менән кафе асҡан (2,708 миллион һум). 2262,6 кв.м майҙанлы 1 магазин файҙаланыуға тапшырылған (9,906 миллион һум). е. Ибәтуллина 1000 квадрат метрҙан ашыу сауҙа майҙанын файҙаланыуға индереп, “Пятерочка” сауҙа селтәренә ҡуртымға тапшырған. Артабан форумдың эше дүрт “түңәрәк өҫтәл” артында дауам итте. Спикерҙар һәм делегаттар туризм өлкәһендә эшҡыуарлыҡты үҫтереү үҙенсәлектәрен, урман сәнәғәте комплексы өлкәһендәге төбәк-ара һәм муниципаль-ара хеҙмәттәшлек, органик ауыл хужалығы, рәсми булмаған рәүештә эшләү осраҡтарын кәметеү мәсьәләләрен ҡараны. “төбәк-ара форумда республиканың төньяҡ-көнсығышында туризмды үҫтереү, шул иҫәптән шифаханаларҙа һауыҡтырыу хаҡында айырым һөйләшеү булды. “түңәрәк өҫтәл” артында “Янғантау” геопаркын булдырыу һәм үҫтереү; Салауат районы территорияһында “Салауат ватаны” туристик аграр- этнографик спорт һәм ял комплексы” инвестиция проекты, “төньяҡ- көнсығыштың алтын ҡулсаһы” проекты һәм башҡалар ҡаралды. шулай уҡ БР авария-ҡотҡарыу хеҙмәте эше тәжрибәһендә туристарҙың хәүеф- һеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләләре тикшерелде. Беҙ үҙебеҙ өсөн файҙалы мәғлүмәт алдыҡ,” – тип уртаҡлашты үҙ тәьҫораттары менән “түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыусылар. Башҡортостандың төньяҡ-көнсығы- шын үҫтереү буйынса I төбәк-ара форумда күргәҙмә ойошторолдо. Унда “Ҡыйғы” ҡулланыусылар кооперативы һәм “Ҡыйғы ит комбинаты” ЯСЙ-һы үҙ тауарҙарын күрһәтте.

С. Исмәғилева әҙерләне.
Читайте нас: