Бөтә Рәсәй инвалидтар ойош- маһының район бүлексәһе 18 йыл эшләп килә, уның ағзалары райондағы ғына түгел, төбәк-ара, республика күләмендәге сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Был бүлектең эргәһендә “Дуҫлыҡ” фольклор коллективы, ижад менән шөғөләнеүселәрҙе һәм шиғриәт яратыусыларҙы берләштергән “Илһам” клубы эшләй.
Халыҡ-ара инвалидтар көнө уңайынан физкультура-һауыҡтырыу комплексында “Тиҙерәк, бейегерәк, көслөрәк!” спорт фестивале үтте. Райондың төрлө ауылдарынан йыйылып физик мөмкинлектәре сикле булыусылар спорт төрҙәре буйынса ярышты. Йыйылыусыларҙы район хакимиәте башлығы Ш. Мөхәмәтдинов сәләмләне. Ул физик мөмкинлектәре сикле булған кешеләрҙең күбеһе йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашыуын, ижад, спорт менән шөғөлләнеүен, ауырлыҡтарға ҡарамай, башҡаларға маҡсатлылыҡ һәм көслө ихтыяр өлгөһө булып тороуҙарын билдәләп үтте. Шулай уҡ фестивалдә ҡатна- шыусыларҙы район хакимиәте баш- лығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Ф. Сафин, район инвалидтар ойошмаһы рәйесе Р. Хәсәнова һәм башҡалар ҡотланы. Улар йыйылыу- сыларға ныҡлы һаулыҡ, ярыштарҙа уңыштар теләне. Артабан ФОК-тың кесе залында спорт алыштары башланды, теләүселәр дартс, армрестлинг һәм шашка уйындарында көс һынашты. Был спорт ярыштарында еңелеүселәр булманы. Р. Хәсәнова әйтеүенсә, “фестивалдә ҡатнашыу – үҙе үк физик мөмкинлеге сикле булған кешеләрҙең көрәшергә һәм еңергә һәләтле булыуҙары хаҡында һөйләй. Ниндәй призлы урын алыуҙарына ҡарамаҫтан, уларҙың барыһын да “еңеүсе“ тип әйтергә була. Сөнки улар үҙ сирҙәрен еңеп, “инвалид” һүҙенең ҡаты хөкөм булмауын иҫбат итә”. Фестиваль дуҫтарса һәм ихлас, йылы мөхиттә үтте, барыһында ла яҡшы тойғолар ҡалдырҙы. “Беҙгә сара сикһеҙ оҡшаны. Ул беҙгә бер-беребеҙ менән аралашыу мөмкинлеген бирҙе. Һәр төрлө ярыштарҙа, конкурстарҙа ҡатнашып, күңел астыҡ. Иптәштәребеҙҙең еңеүҙәренә ҡыуандыҡ,”– тип үҙ тәҫьораттары менән уртаҡлашты фестивалдә ҡатнашыусылар. Сара “Ҡыйғыр” кафеһында күмәкләп сәй эсеү менән тамамланды, унда ойошманың иң әүҙем ағзаларына һәм ярыш еңеүселәренә, призерҙарына бүләктәр тапшырылды. Художестволы үҙешмәкәрлектә ҡатнашыусылар концерт ҡуйҙы.