Конституция – һәр дәүләт өсөн иң мөһим документ. Был дәүләт ҡоролошо һәм уға идара итеү буйынса ҡағиҙәләрҙең һәм закондарҙың фактик йыйылмаһы. Рәсәйҙә бөгөн ғәмәлдә булған конституция демократия, суверенитет һәм азатлыҡ принциптарында төҙөлгән.
Конституцияла: “…енесенә, расаһы, милләтенә, теленә, сығышына, милек хәленә һәм
вазифаһына, йәшәү урынына, диненә, ҡараштарына, ниндәй йәмәғәт ойошмаһында тороуына
ҡарамаҫтан, дәүләт кеше һәм граждан хоҡуҡтары һәм азатлығы тигеҙлеген гарантиялай,” –
Конституция Рәсәйҙең барлыҡ хоҡуҡ системаһының нигеҙе булып тора һәм башҡа
закондарҙың мәғәнәһен һәм йөкмәткеһен билдәләй. Бөгөнгө Конституция – Рәсәй
дәүләтенең демократик үҫешенең ныҡлы фундаменты. Был ябай изге ниәттәр декларацияһы
ғына түгел, ә ысынбарлыҡта эшләүсе документ. Һәр илдең гражданы өсөн Конституция – иң
тәү сиратта белергә кәрәкле Закон, сөнки ҡануниәтте белеү һәм дөрөҫ итеп ҡулланыу –
цивилизациялы тормош нормаһы.
әммә бындай Конституция Рәсәйҙә хх быуат аҙағында ғына, байтаҡ мөһим тарихи
ваҡиғаларҙан һуң барлыҡҡа килде. Яңынан ҡоролған илдең бар халҡы өсөн яңы Конституция
ҡабул ителеүе мөһим ваҡиға булды.