Роза Ҡыямова: – Район хакимиәтендә эшләгәндә, миңә райондың мәҙәниәт өлкәһен күҙҙә тоторға тура килде, шуға халыҡ театры эше менән күптән танышмын. Ошо йылдың февралендә театрға яңы етәксе ҡуйылғас, ул миңә ярҙам һорап мөрәжәғәт итте һәм баш тарта алманым. Белеүегеҙсә, Ҡыйғы башҡорт халыҡ театры 1934 йылда Ҡыйғы колхоз-совхоз театры булараҡ барлыҡҡа килә. 1959 йылдан ул “Халыҡ театры” тигән юғары исемде йөрөтә. Ә теүәл 40 йыл элек – 1977 йылда уға Башҡорт АССР-ның һәм РСФСР-ҙың халыҡ артисы Ғ.М. Минһажевтың исеме бирелгән. Ваҡытында беҙҙең театр тотош республикала дан тотто. Һуңғы мөһим ҡаҙанышы 2009 йылда булған – “Алтын тирмә” республика халыҡ театрҙары фестивалендә III дәрәжә лауреат исемен ала. Үкенескә ҡаршы, ошонан һуң әллә ни уңыштарға ирешмәй. Халыҡ театры – район мәҙәниәт йортоноң ғына түгел, бөтә райондың йөҙө һәм беҙгә бергәләп уның данын кире ҡайтарырға кәрәк, тип иҫәпләйем.