Беҙҙең Ҡыйғы
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Декабрь 2017, 14:07

Ювелир әйберҙәр оҫтаһы

Түбәнге Ҡыйғынан йәш эшҡыуар район үҙәгендә ювелирлыҡ оҫтаханаһы астыБөгөн креатив йәштәр үҙ уйхыялдарын һәм ниәттәрен кешеләргә файҙалы булған реаль эштәргә йүнәлтеп башҡарып сығырға һәләтле. Түбәнге Ҡыйғы ауылынан йәш эшҡыуар Эльмир Сирғәлин эшҡыуарлыҡта әлегә тиклем буш булған өлкәлә хеҙмәттәр күрһәтә башланы. Эльмир Үрге Ҡыйғы ауылында ювелирлыҡ оҫтаханаһы ойошторҙо, ул КБО бинаһының икенсе ҡатында урынлашҡан.

Бөгөн креатив йәштәр үҙ уйхыялдарын һәм ниәттәрен кешеләргә файҙалы булған реаль эштәргә йүнәлтеп башҡарып сығырға һәләтле. Түбәнге Ҡыйғы ауылынан йәш эшҡыуар Эльмир Сирғәлин эшҡыуарлыҡта әлегә тиклем буш булған өлкәлә хеҙмәттәр күрһәтә башланы. Эльмир Үрге Ҡыйғы ауылында ювелирлыҡ оҫтаханаһы ойошторҙо, ул КБО бинаһының икенсе ҡатында урынлашҡан.

“Бала саҡта мин скульптор, рәссам, балта оҫтаһы, атайым әмир айрат улы һымаҡ, төҙөүсе булырға хыялландым. Бала саҡтан атайым менән төҙөлөштә эшләнем, унан ағас, ҡом, балсыҡ һәм таш менән эш итергә өйрәндем. Һуңыраҡ тәбиғәт тарафынан бирелгән оҫталығымды тормошҡа ашырыу өсөн ювелир һөнәрен һайларға кәрәклеген аңланым, сөнки ул аныҡлыҡ һәм теүәллек талап итеүсе ижади хеҙмәт. Ҡулыңа ҡиммәтле таш йәки металл алһаң, уларҙан биҙәүгес, талсым йәки башҡа әйбер барлыҡҡа килтереү мөғжизәһенә сумаһың. Был әйберҙәр менән борон- борондан теләп ҡулланғандар, бөгөн дә уларға һорау ҙур,” – тип һөйләй егет. Ювелир һөнәренә өйрәнеү өсөн, ул башҡортостан һөнәри художество лицейына уҡырға инә. Бында ауыл егетенең күп яҡлы таланты сағыу асыла. Ул республика уҡыу йорттарының “тапҡырҙар һәм шаяндар клубы” йыйылма командаһы ағзаһы була, һәр төрлө ижади проекттарҙа, шул иҫәптән БСТ каналында барған “байыҡ” телевизион бейеү конкурсында ҡатнаша, унда “Һунарсы” бейеүен башҡара (2009 йылда), күп итеп һүрәт төшөрә, һыҙа. Эльмир уҡыуын Ҡыҙыл дипломға тамамлай һәм “ювелир” һөнәре буйынса иң юғары – бишенсе разрядҡа эйә була. рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре сафында хеҙмәт итеп ҡайта. Стратегик йүнәлешле ғәскәрҙәрҙә разведка төркөмө бүлексәһе командиры, уҡсы була. Хеҙмәтен тамамлап ҡайтҡас, һөнәри эшенә тотона, туймазы районының Ҡандра ҡасабаһында ювелирлыҡ оҫтаханаһында эшләй. Өс йылдан тыуған ауылына әйләнеп ҡайта. Ҡыйғы районының Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгенә иҫәпкә баҫа. Бында уға башҡортостан республикаһы Кесе эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү үҙәге Үрге Ҡыйғы ауылында ойошторған уҡыуға йүнәлтмә бирәләр. буласаҡ эшҡыуар “Бизнес- старт” һәм “Кесе предприятиела иҫәп һәм идара итеү” программалары буйынса курстар үтә. Быйыл үҙ эшен башларға теләүсе йәш эшҡыуарҙарҙы уҡытыу өсөн Өфө ҡалаһында “Брҙа кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм ярҙам итеү” дәүләт программаһы сиктәрендә, “Һин – эшҡыуар” федераль программаһын тормошҡа ашырыу маҡсатында бизнес-лагерҙар ойошторола. Райондың йәштәр сәйәсәте һәм спорт комитеты тәҡдиме менән ”Ауылда йәштәр эшҡыуарлығы“ йүнәлешле бизнес-лагерҙа Э. Сирғәлин дә шөғөлләнә. Уҡыу барышында республиканың өс өмөтлө эшҡыуары иҫәбендә ул “Һин – эшҡыуар” йомғаҡлау федераль форумында ҡатнашыуға һайлап алына. Сара үткән аҙнала Өфө ҡалаһында “Конгресс-холда” уҙҙы. Йәш оҫта яһаған ювелир биҙәүестәр был сара сиктәрендә үткәрелгән күргәҙмәлә күрһәтелә. бындай форумда ҡатнашыу уға үҙ көсөнә ышанысын арттырған. Эш менән тәьмин итеү үҙәге линияһы буйынса быйыл ул республика бюджетынан үҙ эшен ойоштороуға 58,8 мең һум субсидия алған. Аҡсаны ҡорамалдар һатып алыуға тотонған. Был йәш кешегә үҙенең иң ҙур теләген тормошҡа ашырыу – ювелир әйберҙәр яһау һәм ремонтлау буйынса оҫтахана асыу мөмкинлеген биргән.
Л. Саҙретдинова.
С. Исмәғилева фотоһы.

Читайте нас: