Беҙҙең Ҡыйғы
-9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
20 Декабрь 2017, 14:06

НЫҠЛЫ ҒАИЛӘ – ИЛ КҮРКЕ

Балаларҙың шат тауыштарына күмелгән өйҙәрҙе күреүҙән дә мөһимерәк һис ни юҡтыр. Татыу ғаиләләрҙең булыуы оло ҡыуаныс, әлбиттә.

Балаларҙың шат тауыштарына күмелгән өйҙәрҙе күреүҙән дә мөһимерәк һис ни юҡтыр. Татыу ғаиләләрҙең булыуы оло ҡыуаныс, әлбиттә.

Белеүебеҙсә, әсәләр – донъя тотҡаһы. Һүҙем биш малай үҫтергән мөләйем әсә, коллегам резида Салауат ҡыҙы Сәйфитдинова тураһында. Ул Мәсетле районы Туҡбай ауылында тыуып үҫкән, Мәсәғүт педогогия училищеһын тамамлағандан һуң Дыуан районы республика лицей- интернатында, Балаҡатай районы Түбәнге Үтәш мәктәбендә эшләп ала. Ә 1998 йылдан алағуз урта мәктәбендә хеҙмәт юлын дауам итә. Ошо уҡ йылды буласаҡ тормош иптәше Фиолет Зәйнитдин улы Сәйфитдинов та технология уҡытыусыһы булып эшкә урынлаша. 1999 йылда йәштәр өйләнешә, ныҡлы ғаилә барлыҡҡа килә. Сәйфитдиновтарҙың иң оло улы Ғаяз Өфө авиация техникумын өсөнсө курсында белем ала, еңел автомобилдәр техник-механигы һөнәрен алып сығасаҡ. Игеҙәктәр ислам менән илһам абзай урта мәктәбенең етенсе класында уҡый, шашка, хоккей менән мауыға, гатара уйнау серҙәренә төшөнә. Исламға техника яҡын, киләсәктә авиаконструктор булырға хыялланһа, илһам үҙенә оҡшаған һөнәрҙе һайламаған әле. Бәләкәй Солтан “Йәйғор” балалар баҡсаһына йөрөй, зирәк малайға янғын һүндереүсе һөнәре яҡын икән. Ғаиләнең иң кескәй ағзаһы илсурға ярты йәш кенә. Атай кеше бөгөнгө көндә мәктәп ҡаҙанлығында тир түгә, ул Чечня һуғышы аша үткән, ваҡытында Дыуан совхоз-техникумында белем алған. Сәйфитдиновтар умарта тота, иркен һәм матур өй һалып ингәндәр. Йәй көнө күмәкләп бесән әҙерләйҙәр. “Бер көн йылды тыуҙыра,” – тип ҡабатларға ярата резида Салауат ҡыҙы. Хужабикә бәйләм бәйләргә, сигеү сигергә, баҡсала сәскә үҫтерергә ярата. Әсәй кеше хәҙерге көндә аҙнаһына ике көн инглиз дәрестәрен алып бара, алағуз мәктәбенең икенсе-дүртенсе класс балаларына белем бирә. “Мәктәп – ауылдың йөҙө, ә балалар – беҙҙең киләсәк,” – ти педагог. Ирешелгән уңыштары бар резида Салауат ҡыҙының. Мәғариф бүлеге, район хакимиәте, Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто тарафынан бирелгән Почет грамоталары артында уның емешле хеҙмәте ята. уҡытыу менән бер рәттән, ситтән тороп Мифтахетдин аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башланғыс кластар бүлеген тамамларға ла өлгөргән. коллегам ғаиләлә төп ролде уйнай, тиһәм, һис тә яңылышмаҫмын, бөтә эште контролдә тота, балаларының уҡыуын күҙәтә, уларға өйҙә, хужалыҡта, йорт тирәһендә эш бүлә. “ислам менән илһам беренсе ярҙамсыларым, – ти әсәй кеше. – Мал тотабыҙ, МТЗ-82 тәгәрмәсле тракторыбыҙ бар”. Резида Салауат ҡыҙының яҡшы сифаттары тураһында ла әйтмәү мөмкин түгел. Ул балаларында әҙәплелек тәрбиәләй, “Һәр кемгә лә яҡшы мөнәсәбәттә булығыҙ,” – тип өйрәтә. “Әсәйҙәре тип өлтөрәп кенә тора- лар,” – тип йылмая атай кеше. “ныҡлы ғаилә – ил күрке” тип белмәй әйтмәгәндәрҙер. Ғаилә йәме һәм йөҙө булған резида Салауат ҡыҙы Сәйфитдинова быны үҙенең уңыштары, егәрлелеге, балалар тураһында хәстәрлеге менән раҫлай.
И. Латипов,
Алағуз ауылы.

Читайте нас: