Беҙҙең Ҡыйғы
0 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
27 Декабрь 2017, 19:04

ПИРОТЕХНИКА МЕНӘН САУҘА ИТЕҮ ӨЛКӘҺЕНДӘ ЙӘМӘҒӘТ КОНТРОЛЕ

Яңы йыл байрамы алдынан “Берҙәм Рәсәй”, “Рәсәй терәге” партиялары ағзаларынан һәм ошо партиялар яҡлыларҙан, контроллек итеүсе органдар вәкилдәренән, “Беҙҙең Ҡыйғы” гәзите редакцияһы хеҙмәткәрҙәренән торған комиссия пиротехник әйберҙәр һатыусы сауҙа нөктәләре буйлап рейд үткәрҙе.

Яңы йыл байрамы алдынан “Берҙәм Рәсәй”, “Рәсәй терәге” партиялары ағзаларынан һәм ошо партиялар яҡлыларҙан, контроллек итеүсе органдар вәкилдәренән, “Беҙҙең Ҡыйғы” гәзите редакцияһы хеҙмәткәрҙәренән торған комиссия пиротехник әйберҙәр һатыусы сауҙа нөктәләре буйлап рейд үткәрҙе.

Рейд барышында пиротехник әйберҙәргә лицензияларҙың, сертификаттарҙың булыуы тикшерелде. Тауарҙарҙы һаҡлау шарттарына, уларҙың яраҡлылыҡ ваҡыттарына, витриналарҙа продукция өлгөләре булыуына, эвакуация юлдарына етди иғтибар бирелде. Шәхси эшҡыуар П.Л. Седовтың пиротехника һатыу бүлегендә байрам фейерверктары киң ассортиментта тәҡдим ителә. Улар I–III хәүефлелек класына ҡарай. Һатыусы А. Биктимерова әйтеүенсә, тауар 18 йәштән өлкәнерәк кешеләргә генә һатыла, һәр изделиеға инструкция ҡушып бирелә. Комиссия был сауҙа нөктәһендә продукцияны һаҡлауҙа боҙоуҙар булыуын асыҡланы: тауар ҡояш нурҙары туранан-тура төшкән урында һаҡлана, ә был ГОСТ Р51270-99 талаптары менән тыйыла. Бында булған ике ут һүндергестең береһенең яраҡлылыҡ срогы үткән булып сыҡты. “Изгелек” магазинында (шәхси эшҡыуар Л.М. Ғиззәтуллина) бер нисә боҙоу фаш ителде. Беренсенән, пиротехник продукция башҡа тауарҙар менән бер кәштәлә һаҡлана. Икенсенән, магазинда ут һүндергес тә, янғын тураһында хәбәр итерлек сигнализация ла юҡ. Өсөнсөнән, инеү һәм сығыу ишектәре бик тар, ашығыс эвакуацияға ҡамасаулыҡ тыуасаҡ. Салонда кислород баллоны һаҡлана, был иһә янғын хәүефһеҙлеге талаптары менән ҡәтғи тыйыла. Пиротехник изделиеларҙы хәүефһеҙлек талаптарын боҙоп һатыусыларға ҡарата, етешһеҙлектәрҙе ашығыс бөтөрөү өсөн, иҫкәрмәләр бирелде.
Рейд ағзалары: В. Сәйфуллин, “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһе рәйесе; А. Монасов, “Берҙәм Рәсәй” партияһы яҡлыларҙың урындағы координацион советы рәйесе; В. Заһиров, “Рәсәй терәге” партияһының урындағы бүлексәһе рәйесе; Р. Шакирйәнов, РФ Гражданлыҡ оборонаһы эштәре, ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм стихия бәлә-ҡазаһы эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса министрлығының БР буйынса баш идаралығы Дыуан район- ара бүлеге инспекцияһы баш инспекторы; А. Зиннәтуллин, полицияның өлкән участка вәкиле; Л. Саҙретдинова, “Беҙҙең Ҡыйғы” гәзите хәбәрсеһе.

Читайте нас: