Беҙҙең Ҡыйғы
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Ғинуар 2018, 13:38

“ИҢ МӨҺИМЕ – КОМАНДАЛА ЭШЛӘЙ БЕЛЕҮ”

Ҡыйғы районы ҡулланыусылар йәмғиәте бөтөрөлгәс, уның функцияларын күрше Балаҡатай районы эшҡыуарҙары үҙ өҫтөнә алды. Ете йыл дауамында улар ҡыйғыларҙы кондитер изделиелар, ярымфабрикаттар менән тәьмин итте, шул уҡ ваҡытта үҙ районы бюджетын тулыландырҙы.

Ҡыйғы районы ҡулланыусылар йәмғиәте бөтөрөлгәс, уның функцияларын күрше Балаҡатай районы эшҡыуарҙары үҙ өҫтөнә алды. Ете йыл дауамында улар ҡыйғыларҙы кондитер изделиелар, ярымфабрикаттар менән тәьмин итте, шул уҡ ваҡытта үҙ районы бюджетын тулыландырҙы.
2017 йылда аҙыҡ-түлек индустрияһының тәжрибәле белгесе Ирина Федорова (һүрәттә) үҙ кооперативын булдырыуға ҡыйыу аҙым яһаны. Уның етәкселегендә районда “Ҡыйғы” ҡулланыусылар кооперативы эш башланы. Ирина Вәсил ҡыҙын районда күптәр белә. Ваҡытында Астрахань технология техникумын, Силәбе дәүләт университетының иҡтисад факультетын тамамлаған. Район үҙәгендә яңы производство бизнесын башлаусы булып тора. “Ҡыйғыр” кафеһының тәүге директоры булараҡ, уның уңышлы эшен яйға һала. Ҡыйғылар һәм ҡунаҡтар унда рәхәтләнеп ял итә, юбилей тантаналары уҙғара. Сорғот ҡалаһында гипермаркетта товаровед булып эшләү тәжрибәһенә лә эйә. Үрге Ҡыйғы ауылында тәүге селтәрле супермаркет – “Магнит” асылғас, район етәкселеге директор вазифаһына И. Федорованың кандидатураһын тәҡдим итә. “Кооператив төҙөү идеяһын үҙемдә күптән йөрөтә инем. Район хакимиәте башлығы Ш. Мөхәмәтдинов менән бер осрашыу барышында ҡулла- ныусылар йәмғиәте өлкәһен- дәге үҙ пландарым менән уртаҡлаштым. Шамил Радил улы инициативаны хупланы, “Ҡыйғы районы муниципаль районында кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм ярҙам күрһәтеү” муниципаль программаһында ҡатнашырға тәҡдим итте. “Башпотребсоюз” етәкселеге беҙҙең идеяны шулай уҡ хупланы һәм 600 мең һум аҡса бүлде. Ошолай итеп, коллектив менән кәңәшләшкәс, 2017 йылда мин үҙ эшемде йәйелдерҙем,” – тип һөйләй кооператив рәйесе. Лизингҡа ҡорамалдар: 115 икмәк һыйҙырышлы мейес, ҡамыр баҫыу һәм ҡамыр йәйеү машиналары, “Abat” паракон- вектоматы һатып алалар. “Беҙ икмәкте ҡомалаҡ әсеткеһендә, натураль аҙыҡ- түлек файҙаланып ҡына бешерәбеҙ. Кондитер изделиелар, күмәстәр бешергәндә шулай уҡ натураль май ҡулланабыҙ. Продукция ҡиммәтерәк, әммә бик сифатлы килеп сыға, шуға ла үтемле. Беҙҙең кафетерийҙа , гастрономда һәм ашханала кеше һәр саҡ күп була,” – ти И. Фе- дорова. Кооператив коллективы барлыҡ төбәк күргәҙмәләрендә даими ҡатнаша. Ҡыйғылар ассортиментында 60 төр кондитер, 25 төр икмәк-булка изделиелары, 30 төр башҡа продукция бар. Мосолман билмәне, кәтлит, тефтели ҙа тәҡдим итәләр. Һыйыр итенән әҙерләнгән сифатлы ризыҡ кәштәләрҙә оҙаҡ ятмай, бик үтемле, хаҡтары ла әллә ни юғары түгел. Кооператив ышаныслы урындан сифатлы сеймал ғына һатып ала. 2018 йылға булдыҡлы етәксенең пландары ҙур: производствоны артабан киңәйтеү маҡсатында “СТАРТ- АП” программаһында ҡатна- шыу; өс кеше өсөн яңы эш урыны булдырыу; магазин булмаған ауылдарға сығып, күсмә сауҙа ойоштороу өсөн автомобиль һатып алыу. Ирина Вәсил ҡыҙы продукцияны “Башҡортостан ризығы” логотибы төшөрөлгән ҡаптарҙа һатырға ниәтләй. Был турала хәстәрлек күреп, упаковкалау станогы һатып алған да инде. Йүнсел етәксе дарыу сеймалы, һыйыр малы тиреһе, йөн, макулатура йыйыуҙы ла ойошторорға хыяллана. Ирина Вәсил ҡыҙы мотлаҡ үҙ пландарын тормошҡа ашырыр, сөнки ул көн һайын ең һыҙғанып эшләргә күнеккән. Үҙ эшен ярата, киләсәккә ышаныс менән ҡарай, прогрессив алымдарҙы теләп өйрәнә ул. Тағы ла И. Федорова үҙ коллективын, үҙ командаһын ярата. Барлыҡ хеҙмәткәрҙәре ҙур тәжрибәгә эйә, эшһөйәр һәм яуаплы. Көслө рухлы ҡатын бөгөн һәр кемгә ярҙам итергә әҙер. Ата-әсәһенә ярҙамлаша, бер үҙе ике бала тәрбиәләй. Улы Сергей бөгөн РФ Ҡораллы Көстәре сафында хеҙмәт итә, ҡыҙы Ольга 6-сы класта уҡый, музыка менән мауыға. Ирина Вәсил ҡыҙы үҙ көсө менән ғаиләһе өсөн яңы йорт һалған. Ялған һәм алдашыуҙы, үҙ бурыстарын үтәмәүселәрҙе ене һөймәй уның. Тормошта һәм эшендә һәр саҡ уңышҡа ынтыла. “Бизнес – хәүефле эш, тәүәккәл һәм ҡыйыу булырға, үҙ көсөңә һәм үҙ командаңа ышанырға, теләһә ниндәй яңы идеяны хуплап ҡаршы алырға, коллегаларыңа, партнерҙа- рыңа ыңғай энергия өләшә белергә кәрәк. Конкуренттарыңа ҡарағанда күберәк белеү, күберәк эшләү талап ителә,” – тип иҫәпләй И. Федорова. Л. Саҙретдинова. С. Исмәғилева фотоһы.
Читайте нас: