Дияс Фәйзрахман улы Кирханов:
“Ул йылдарҙа мин ауыл хужалығы идаралығының баш агрономы, һуңыраҡ Ленин исемендәге колхоз рәйесе булып эшләй инем. Мөхәмәт Ғәбиҙулла улы партияның район комитетына ун йылдан ашыу етәкселек итте. Ул кадрҙар һайлауға етди иғтибар бирҙе. Предприятие һәм ойошмалар етәкселәре, уның ышанысын аҡлап, тәғәйенләнгән вазифала- рында тиҫтәләрсә йыл уңышлы эшләне. Күптәре республика кимәлендәге етәксе вазифаһына тәҡдим ителде. Ул алдынғы ҡарашлы кеше булды, производствоға яңы фән һәм техника ҡаҙаныштарын, яңы технологияларҙы индерергә ынтылды. 1974 йылда колхоз рәйестәре, совхоз директорҙары, төҙөлөш ойошмалары етәкселәре тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында Өфө, Шишмә, Стәрлетамаҡ һәм Мәләүез райондарында булды. Ул үҙе республика делегацияһы составында Германияға барып ҡайтты, малсылыҡ комплексы, хужалыҡ-ара төҙөлөш ойошмаһы булдырырға хыялланды. Нәҡ төҙөлөш ойошмалары булдырыу райондың барлыҡ тармаҡтарын, тәү сиратта ауыл хужалығын үҫтереүгә этәргес бирҙе. Ул беҙҙе, йәш етәкселәрҙе, барлыҡ эштәрҙе сифатлы башҡарырға өйрәтә торғайны. “Мәҙәнилек һәр нимәлә булырға тейеш,” – тип ҡабатлар ине”.
Владислав Әхмәҙулла улы Ғиниәтуллин:
“ВЛКСМ-дың район комитеты икенсе секретары вазифаһына тәҡдим итеп, тормошҡа путевканы миңә нәҡ Мөхәмәт Ғәбиҙулла улы бирҙе. Комсомолдар һәм район йәштәре араһында ваҡиғалар уртаһында ҡайнап, мин ҙур ойоштороу эше тәжрибәһенә эйә булдым. Ул сикһеҙ күп һәләттәргә эйә кеше ине. М. Баҡыев һәр яҡлап ярҙам итер, кәңәштәр бирер, инициативаны хуплап ҡаршы алыр ине. Уның барлыҡ кәңәштәре миңә КПСС- тың Ҡыйғы һәм Мәсетле райондары беренсе секретары вазифаһын башҡарғанда бик файҙалы булды. Хаҡлы ялға сыҡҡас та беҙҙең менән бәйләнеште өҙмәне, Башҡортостан ауыл хужалығы институтының кадрҙар бүлеге начальнигы булып эшләне”.
Хөрмәтуллин Эрнест Фазыл- йән улы:
“М. Баҡыев беҙҙең районда эшләгән йылдарҙа мин уның менән мәғариф, мәҙәниәт өлкәһенә ҡағылышлы мәсьә- ләләр буйынса йыш осраштым (үҙем был йылдарҙа мәғариф бүлегендә эшләнем, мәҙәниәт һәм йәштәр сәйәсәте бүлеге начальнигы, комсомолдың беренсе секретары вазифаларын башҡарҙым). Ул бик яҡшы кешелеклелек сифаттарына эйә ине. Һоҡланғыс ойоштороусы булды, кадрҙар һайлап ала, уларҙы тәрбиәләй белде. Бик талапсан, әммә уҫал түгел, юғары эске мәҙәниәткә эйә ине. Бер ҡасан да вазифаһын үҙе өсөн файҙаланманы, башҡаларға ла быға юл ҡуйманы. 1965–1975 йылдарҙа ауыл хужалығы производствоһы юғары темпта үҫеште, иң яҡшы һөҙөмтәләр алынды. М. Баҡыев йәштәргә ҙур иғтибар бирҙе, барлыҡ сараларҙа үҙе әүҙем ҡатнашты”.
Азат Абдулхаҡ улы Һаҙыев:
“КПСС Үҙәк комитетының 1965 йылдың мартындағы пленумында ауыл хужалығы өлкәһендә кардиналь яңы ҡарарҙар ҡабул ителеүе халыҡтың тормошон яҡшыртыуға йоғонто яһаны. Үҙ аллы берәмек булараҡ, беҙҙең район яңынан тергеҙелде һәм уға оҫта етәксе кәрәк ине. Партияның район комитеты беренсе секретары итеп Мөхәмәт Ғәбиҙулла улы Баҡыев һайланды. Тиҙҙән мине уның ярҙамсыһы итеп раҫланылар. М. Баҡыев талапсан, үтә лә пунктуаль, сыҙам, шул уҡ ваҡытта барыһына ла ҡарата итәғәтле кеше ине. Иртәнән алып ҡараңғы кискә тиклем эш өҫтөндә булды. Уның әүҙем һәм маҡсатлы эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә район күҙгә күренеп үҙгәрҙе. Күп фатирлы торлаҡ йорттар, район дауаханаһы, кинотеатр биналары, социаль тәғәйенлә- нештәге башҡа объекттар төҙөлә, колхоз-совхоздарҙың матдитехник базаһы яҡшыр- тыла башланы. Барлыҡ башланғыстар намыҫлы, принци- пиаль, үҙ эшенә тоғро етәксенең ҡулы аҫтында тормошҡа ашырылды. Ул кадрҙарҙы баһалай, уларҙы дөрөҫ һайлап ала, яуаплы участкаларға тәғәйенләй белде. Кешеләрҙә етәксе һәләтен яңылышмайынса билдәләй ала торғайны. Мәҫәлән, Салауат районы беренсе секретары вазифаһына Радил Ҡыяметдин улы Мөхәмәтдиновты нәҡ ул тәҡдим итте, һөҙөмтәлә яңы етәксе артта ҡалғандар иҫәбендә йөрөгән был районды иҡтисади үҫешкән, алдынғы райондар араһына сығарҙы. Мөхәмәт Ғәбиҙулла улы халыҡтың фекеренә һәм кәңәштәренә ҡолаҡ һалды. Уға эшләүсе кешеләрҙең уйфекерҙәрен белеү мөһим ине, шуға ла ҡыйғыларҙың тәрән ихтирамын яуланы”.
Фассалова Ғизинур Ғималет-дин ҡыҙы:
“Мин ПМК-946 төҙөлөш ойошмаһында баш бухгалтер булып эшләнем. Әммә 1969 йылда уны Мәсәғүт ауылына күсерҙеләр. КПСС-тың район комитеты беренсе секретары М. Баҡыевтың тырышлығы менән ойошма районға кире ҡайтарылды. Мәсьәлә баш ҡала кимәлендә – СССР Министрҙар Советында хәл ителде. Һуңыраҡ Мөхәмәт Ғәбиҙулла улы баш ҡалалағы етәксе Зыя Нурыевҡа йыш ҡына мөрәжәғәт итер ине. Мөхәмәт Ғәбиҙулла улы төҙөлөп ятҡан объекттарға үҙе йыш килеп йөрөнө. Ул зыялый кеше һәм изге күңелле етәксе булып хәтерҙә ҡалған”.
Рәмил Рәхимйән улы Асҡаров:
“Үрге Ҡыйғылағы 1-се урта мәктәптең 7–8 кластарында уҡығанда, мин легендар разведчик Н. Кузнецов тураһында материалдар йыйыу менән шөғөлләндем. Ул ваҡытта мәғлүмәт бик аҙ ине. Көтмәгәндә партияның район комитеты беренсе секретары М. Баҡыев үҙе ярҙам күрһәтте. Ул Н. Кузнецов тураһында материал табып бирҙе. Район етәксеһе, кеше тормошонда ваҡ нәмәләр булмай, тип иҫәпләй ине. Ул уҡыусылар менән йыш осрашты, балаларҙы яратты, беҙгә район үҫеше перспективаһы тураһында һөйләне. Айырыуса уның партияның ХХIV съезы тураһында һөйләүе хәтерҙә ҡалған. Ябай, мөләйем, асыҡ йөҙлө, яҡты ҡарашлы кеше ине ул. Тарихсы-тыуған яҡты өйрәнеүсе булып киткәс, архивта М. Баҡыев эшләгән осорҙа райондың бик күп эшселәре, колхозсылары дәүләт һәм хөкүмәт наградалары алыуы тураһында белешмәләр таптым”. Мөхәмәт Ғәбиҙулла улы өлгөлө ғаилә башлығы булды. Тормош иптәше – биология уҡытыусыһы Вера Дмитриевна Баҡыева менән өс ҡыҙ: Роза, Неля һәм Светлананы тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Уларҙың барыһы ла медицина юлын һайлап, юғары категориялы табиптар булып киткән. Роза Мөхәмәт ҡыҙы – БР- ҙың атҡаҙанған табибы, “БР буйынса баш медик-социаль экспертиза бюроһы” федераль дәүләт учреждениеһы етәксеһе урынбаҫары булып эшләгән. Неля – Башҡортостан медицина колледжында өлкән уҡытыусы, Светлана Мәскәү ҡалаһында РФ Һаулыҡ һаҡлау департаментында эшләй. Мөхәмәт Ғәбиҙулла улы 1995 йылда донъя ҡуя. Ләкин яҙмыш үҙе менән осраштырған кешеләр хәтерендә ул яҡты иҫтәлектәрҙә йәшәй. Тимәк, тормошта ул ысын кеше булған. Вера Дмитриевна бөгөн Өфө ҡалаһында ҡыҙы Неляның ғаиләһендә йәшәй, ейәндәрен һәм бүләләрен тәрбиәләй. Ул элекке уҡыусыларының яҙмышы менән әле лә ҡыҙыҡһына.
Р. Мирғәлин, Л. Саҙретдинова әҙерләне.
Фото ғаилә альбомынан.