Төбәктең дөйөм майҙаны һәм урмандар майҙаны нисбәтендә Башҡортостан урмандары 0,1 процентҡа кәмегән. БР Урман хужалығы министрлығы белешмәләренә ҡарағанда, бының сәбәбе – һуңғы йылдарҙа урмандарҙы тотош ҡырҡыу майҙандарының ағас тергеҙеү эштәре барған майҙандарҙан күберәк булыуы. Урман тергеҙеү майҙандарының урмандарҙы ҡырҡыу майҙандарына ҡарата нисбәте 92,4% тәшкил итә. “2007–2013 йылдарҙа Башҡортостанда, федераль финанслау булмауы арҡаһында, урман төҙөүселек (урмандарҙы участкаларға бүлеү һәм инвентаризация үткәреү) бойомға ашырылманы, – тип һөйләй БР-ҙың урман хужалығы министры урынбаҫары А. Мырҙагилдин. – Әлеге ваҡытта республика урман фондының 80 проценттан ашыуында 10 йылдан күберәк ваҡыт дауамында урман төҙөү эштәре башҡарылмаған”. Законһыҙ рәүештә ағас ҡырҡыуҙар Башҡортостан урмандары торошона йоғонто яһаусы етди проблема булып тора. “Уҙғарылған эштәргә ҡарамаҫтан, боҙоуҙар элеккесә күп булып ҡала. Беренсенән, законһыҙ рәүештә ағас киҫеүселәр хәҙер яҡшыраҡ йыһазланған һәм мобиль мөмкинлектәргә эйә. Икенсенән, урман менән файҙаланыусылар (арендаторҙар) йылдан-йыл арта, ошо арҡала халыҡҡа ылыҫлы ағастар аҙыраҡ бүленә һәм был уларҙы закон боҙоуҙарға этәрә. Өсөнсөнән, төбәктә инспекторҙар составы дефициты һиҙелә,” – тип аңлата А. Мырҙагилдин. Эксперттар әйтеүенсә, төбәктең Урман хужалығы министрлығы ағас әҙерләүселәрҙе тейешенсә контролләү һәм йоғонто яһау мөмкинлектәренә эйә түгел, ә штрафтар, шул иҫәптән урманды тергеҙеү бурыстарын боҙған өсөн штрафтар ҙур булмауы хәлдәр торошон үҙгәртергә мөмкинлек бирмәй.
“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы материалдарынан