Беҙҙең Ҡыйғы
-8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
12 Ғинуар 2018, 12:59

Юлдар хәүефһеҙлеге өсөн

“Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәтенең Ҡыйғы юл төҙөлөшө участкаһы 2017 йылда Малаяҙ–Үрге Ҡыйғы–Өнкөрҙө автомобиль юлын 3,6 км, “Янғантау” шифаханаһына инеү юлын 2,8 км, Бөрө–Таҙтүбә–Һатҡы юлын 2,3 км оҙонлоҡта ремонтлауҙы башҡарған. Юлсыларҙың эш көндәре һәм 2018 йылға пландары тураһында хеҙмәттең етәксеһе Шамил Марс улы Зарипов һөйләй.

“Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәтенең Ҡыйғы юл төҙөлөшө участкаһы 2017 йылда Малаяҙ–Үрге Ҡыйғы–Өнкөрҙө автомобиль юлын 3,6 км, “Янғантау” шифаханаһына инеү юлын 2,8 км, Бөрө–Таҙтүбә–Һатҡы юлын 2,3 км оҙонлоҡта ремонтлауҙы башҡарған. Юлсыларҙың эш көндәре һәм 2018 йылға пландары тураһында хеҙмәттең етәксеһе Шамил Марс улы Зарипов һөйләй:

– Ҡыйғы юл ремонт- төҙөлөш идаралығы 295,35 км оҙонлоҡтағы дөйөм файҙаланыу автомобиль юлдарын, шул иҫәптән 158,1 км оҙонлоҡта төбәк һәм муниципаль-ара юлдарҙы (уның 100,5 километры яҡшыртылған асфальт-бетон япмалы юлдар) хеҙмәтләндерә. Юл ҡоролмалары араһында 275,83 погон метр оҙонлоҡта 7 күпер бар. Урындағы әһәмиәткә эйә юлдар 137,25 км оҙонлоҡта, ошоноң 30,04 километры – яҡшыртылған асфальт-бетон япмалы, 107,21 километры – ҡырсынташлы юл. 303,6 погон метр оҙонлоҡта 11 урындағы әһәмиәткә эйә күпер бар, ошоноң өсөһө – тимер- бетондан (130,4 погон м), һигеҙе – металдан (173,2 погон м). Юлдарҙа 206 һыу үткәреү торбаһы урынлашҡан (3160 погон м), шул иҫәптән 125 тимер-бетон, 86 тимер торба. Беҙ 24 автомобиль павильонын хеҙмәтләндерәбеҙ. Юлдарҙы тәртиптә тотоу буйынса эштәрҙе башҡарыу өсөн предприятиела 38 берәмек техника: ике “К-701” тракторы- тейәгесе, өс автомобиль грейдеры, 10 “КамАЗ” автомобиле-үҙбушатҡысы, автокран, асфальт-бетон япмалағы ярыҡтарҙы һәм ваҡ соҡорҙарҙы ямау өсөн “Мадпатчер” ҡорамалы, шнеклы ротор менән автомобиль, 4 МТЗ тракторы, ҡом-тоҙ ҡатнашмаһын һибеү өсөн ҡорамал, ҡышҡы ваҡытта ҡар таҙартыу өсөн кәҫтаҡталар бар. Йыл һайын автопарк 150 мең тонна йөк ташый. Асфальт-бетон ҡатнашмаһы етештереү һәм һалыу өсөн ДС- 158 асфальт заводы, өс каток, АСФК-4 асфальт йәйгесе, ЭО- 5126 ауыр экскаваторы, башҡа төр техника булдырылған. Сәғәтенә 50 тонна асфальт- бетон етештерергә һәләтле ДС- 158 асфальт-бетон заводы 2001 йылда файҙаланыуға индерелгән. 2016 йылда завод – 20900, 2017 йылда 20800 тонна асфальт етештерҙе. Инерт материалдар өс карьерҙа әҙерләнә: Мөрсәлим һәм Һатҡы карьерҙарында – төрлө фракциялы ваҡ таш, Дыуан карьерында ҡом-ҡырсынташ ҡатнашмаһы һәм ҡом сығарабыҙ. Йыл һайын ҡом-тоҙ ҡатнашмаһы өсөн 3–5 тонна ҡом әҙерләйбеҙ. Асфальт-бетон заводы һәм производство базаһы терри- торияһында техника йылы биналарҙа тора. Барлыҡ яңғай яҡтарға ҡарамаҫтан, “Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәте бөгөн ҡатмарлы осор кисерә. Оптимизация елдәре, ҡыҫҡартыуҙар беҙҙе лә урап үтмәне. Беҙҙә бер кеше ике хеҙмәткәр өсөн эшләй, һәр ҡайһыһына 2–3 берәмек техника беркетелгән. Коллектив бөгөн 51 кешенән тора. Бөгөн беҙҙең алда торған тағы ла бер проблема – техника паркының иҫкереүе. Ике “К-701” тракторы – 1988 йылғы, “ЗИЛ” автомобиле – 1990 йылғы. 1992 һәм 1999 йылғы “КамАЗ” автомобилдәре бар. ДЗ-180 автогрейдеры – 1983 йылғы. Быларҙың барыһы ла ремонт эштәрен башҡарғанда, юлдарҙы тәртиптә тотҡанда билдәле ҡыйынлыҡтар тыуҙыра, эштәр сифатына, бурыстарҙың ваҡытында үтәлеүенә йоғонто яһай. 2017 йылда урындағы юлдарҙы тотоуға контракт срогы сыҡты. 2018 йылдың беренсе кварталында төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге юлдарҙы тотоуға контракт срогы тамамлана. Алда беҙҙе төрлө кимәл автомобиль юлдарын ремонтлау һәм тотоу буйынса аукциондарҙа ҡатнашыу бурысы көтә.Ҡыйғы юл ремонт-төҙөлөш идаралығы үҙ бурыстарын үтәргә тулыһынса әҙер.

Л. Саҙретдинова яҙып алды.
Читайте нас: