Район малсылары яңы йылды башлап, уҙған йылға йомғаҡ яһай. Район һөтсөлөк фермалары нисек эшләй, ҡайһы хужалыҡтарҙа һауым юғары, быйылға малсылар алдына ниндәй бурыстар ҡуйылған – ошоларҙың барыһы хаҡында ла беҙ “Ауыл хужалығы бүлеге” муниципаль бюджет учреждениеһы баш зоотехнигы Ф.Р. Ахунов менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
-Фәнис Рәфис улы, былтыр ит һәм һөт етештереп һатыу буйынса эштәр нисек барҙы?
– Хужалыҡтарҙа 3080 центнер ит етештерелгән, был 2016 йыл кимәленә ҡарата 96%. “Красный Урал” АПК- һында (107,7%), “Төньяҡ- Көнсығыш” АП-һы ЯСЙ-һында (100,3%), “Шоңҡар” АП-һы ЯСЙ-һында (182%) ит күберәк етештерелгән. Шул уҡ ваҡытта ит етештереү “Восход” агрофирмаһы” ЯСЙ-һында – 67,8, Тимирязев исемендәге АПК-ла – 75,1, “Әй” АПК-һында – 81,3, “Ғаилә фермаһы” АП-һы ЯСЙ-һында 96,7 процентҡа кәмегән. 2017 йылда 30453 центнер һөт етештерелгән, был 2016 йыл кимәленә ҡарата 100,4%. “Әй” АПК-һы (105,1%), “Шоңҡар” АП-һы ЯСЙ-һы (163%), “Төньяҡ-Көнсығыш” АП-һы ЯСЙ-һы (102%) һөт етештереүҙе арттырған. “Ғаилә фермаһы” АП-һы ЯСЙ- һында (92,1%), Тимирязев исемендәге АПК-ла (99%), “Красный Урал” АПК-һында (97,5%) 2016 йылдағынан кәмерәк һөт һауылған. Район буйынса уртаса һәр һыйырҙан 3705 литр һөт һауылған, был 2016 йылдағынан 15 литрға күберәк. “Әй” АПК-һында һыйырҙарҙың продуктлылығы иң юғарыһы, бында 4516 литр һөт һауып алынған. “Төньяҡ- Көнсығыш” АП-һы ЯСЙ-һында (4113 литр) һәм “Шоңҡар” АП- һы ЯСЙ-һында (3165 л) һыйырҙарҙың продуктлылығы шулай уҡ юғары.
– Районда һәр һыйыр- ҙан һауым буйынса 4 меңлек үрҙе яулаған һауынсылар бармы?
– Был рубежды “Әй” АПК-һының 8 һауынсыһы үтте. Ошо хужалыҡтың алдынғы һауынсыһы Нилә Саяфарова, мәҫәлән, һәр һыйырҙан 4866 килограмм һөт һауыуға өлгәшкән. Был районда иң яҡшы күрһәткес. Эльвира Рәхимова, Ирина Заһитова, Айгөл Сәйҙәхмәтова һәм башҡалар ҙа унан ҡалышмай.
– Малдар һанын һаҡлау һәм арттырыу – малсыларҙың төп бурыстарының береһе. Ауыл хужалығы предприятие- ларында нисә баш мал иҫәпләнә?
– Райондың ауыл хужа- лығы предприятиеларында 2018 йылдың 1 ғинуарына ҡарата 2651 баш һыйыр малы аҫрала – 2016 йылдың ярашлы осорона ҡарата 86,7%. Ике хужалыҡ ҡына: “Шоңҡар” АП- һы ЯСЙ-һы (118,2%) һәм “Төньяҡ-Көнсығыш” АП-һы ЯСЙ-һы (101,5%) малдар һанын арттырыуға ирешкән, башҡа хужалыҡтар, кире- һенсә, кәметкән. Атап әйткәндә, Тимирязев исемендәге АПК, “Восход” агрофирмаһы, “Әй”, “Красный Урал” АПК-лары, “Ғаилә фермаһы” АП-һы ЯСЙ-һы. Ауыл хужалығы п р е д п р и я т и е л а р ы н д а һыйырҙар 1171 баш йә иһә уҙған йылға ҡарата 89,3% тәшкил итә (былтыр 1311 баш булған). “Төньяҡ-Көнсығыш” АП-һы ЯСЙ-һы һәм “Шоңҡар” АП-һы ЯСЙ-һы һыйырҙар һанын шуға ярашлы 4,1 һәм 13,6 процентҡа арттырған. Башҡа хужалыҡтарҙа кәмеүгә юл ҡуйылған. Мәҫәлән, “Әй” АП-һында – 22,9, Тимирязев исемендәге АПК-ла – 11,1, “Ғаилә фермаһы” АП-һы ЯСЙ- һында – 15, “Восход” агро- фирмаһында 10 процентҡа. Ауыл хужалығы предприя- тиеларында 421 баш йылҡы малы аҫрала (87,7%). Тимирязев исемендәге АПК (96,7%), “Красный Урал” АПК- һы (91,5%) йылҡы малын кәметкән. Ә бына крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында аттар ишәйтелә, уларҙың һаны 20,3 процентҡа артҡан. Әйткәндәй, КФХ-ларҙа һыйыр малы һәм һарыҡтар ҙа күбәйгән.
– Фәнис Рәфис улы, 2018 йылға ниндәй бурыстар ҡуйыла?
– Өлгәшелгәндәрҙә туҡтап ҡалмаҫҡа, алға табан барырға. Пландар күп, ләкин 2018 йылға малсылыҡ тармағында төп бурыстар – һыйыр малдары һанын һаҡлап ҡалыу, етерлек күләмдә тупаҫ һәм һутлы аҙыҡтар менән тәьмин итеү, фермаларҙа һыйырҙарҙы яһалма ҡасырыуға күсеү (әлегә был, үкенескә ҡаршы, бер генә хужалыҡта – “Әй” АПК-һында ғына тормошҡа ашырыла), алынған үрсемдең үлеүенә юл ҡуймау, малсылыҡ өлкәһендә барлыҡ федераль һәм республика программа- ларында әүҙем ҡатнашыу. Ҡуйылған барлыҡ бурыстар үтәлерлек, бөтә потенциалды тейешенсә файҙаланырға ғына кәрәк.