Бында уның биографияһы, фотоһүрәттәр, дуҫтары, хеҙмәттәштәренең хәтирәләре һәм төрлө гәзиттәрҙән материалдар урын алған. Стенд күсереп йөрөтөлә, райондың хеҙмәт коллективтары, мәктәп уҡыусылары күргәҙмә менән таныша аласаҡ. Күргәҙмәне ойоштороуҙа район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре ҙур ярҙам күрһәткән. Мәстүрә Низам ҡыҙы Сәхәүетдинова 1902 йылда Үрге Ҡыйғы ауылында донъяға килә. Беренсе комсомолка булараҡ, 1919 йылда эске дошмандарға, бандиттарға ҡаршы көрәш буйынса айырым бүлек ойоштора. 1920 йылда партияға ингән беренсе ҡатын-ҡыҙ була. Бөйөк Ватан һуғышына тиклем БАССР-ҙың Мәғариф халыҡ комиссариатында эшләй. 1935 йылда Мәскәүҙә инженер-төҙөлөш училищеһында уҡый. 1945–1962 йылдарҙа – БАССР-ҙың Халыҡ комиссарҙары советы ҡарамағындағы архитектура эштәре буйынса идаралыҡ етәксеһе. Мәстүрә Низам ҡыҙы Сәхәүетдинова юғары хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, ике тапҡыр “Почет билдәһе” ордены һәм бик күп миҙалдар менән бүләкләнә. 2002 йылда, М. Сәхәүетдинованың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы, Үрге Ҡыйғы ауылында сквер булдырылды. Был скверҙы райондың элекке ҡулланыусылар кооперацияһы ветерандары шефлыҡҡа алды.
Н. Тәүәбилов.