Беҙҙең Ҡыйғы
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
16 Ғинуар 2018, 13:54

ҒАИЛӘНЕ ҠӘҘЕРЛӘҮ – ТИМӘК, БӘХЕТЛЕ БУЛЫУ!

2018 йыл Башҡортостан Республикаһы Башлығы Указы буйынса Ғаилә йылы тип иғлан ителде. Кеше өсөн ғаилә – тормошта иң мөһиме. Әҙәпле балалар тәрбиәләнгән ныҡлы ғаиләләр һәр заманда ла абруйлы һаналған. Бөгөн беҙҙең районда 477 ишле ғаиләлә 1637 бала тәрбиәләнә. 101 әсә “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ булған.

2018 йыл Башҡортостан Республикаһы Башлығы Указы буйынса Ғаилә йылы тип иғлан ителде. Кеше өсөн ғаилә – тормошта иң мөһиме. Әҙәпле балалар тәрбиәләнгән ныҡлы ғаиләләр һәр заманда ла абруйлы һаналған. Бөгөн беҙҙең районда 477 ишле ғаиләлә 1637 бала тәрбиәләнә. 101 әсә “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ булған.

2017 йыл аҙағында беҙҙең райондан тағы ла ике ҡатын – Эльонора Рифат ҡыҙы Сибәғәтуллина (Арыҫлан ауылы) менән Оксана Алик ҡыҙы Яруллина (Туғыҙлы ауылы) ошо юғары награданы алды. Район хакимиәте башлығы Ш. Мөхәмәтдинов уларҙы тантаналы шарттарҙа ҡотлап, балаларын лайыҡлы тәрбиәләгәндәре, ишле ғаилә абруйын, әсәлек статусын күтәргәндәре өсөн, район хакимиәте исеменән рәхмәт хаттары тапшырҙы. Был ике ҡатынды балаларға һәм тормошҡа ҡарата һөйөү берләштерә. Уларҙың йөҙҙәре бәхеттән балҡып тора. Тормошта улар өсөн иң мөһиме – ғаилә һәм сәләмәт, шат балалар. Эльонора Рифат ҡыҙы үҙе лә ишле ғаиләлә тыуып үҫкән. Атаһы Рифат Зиннәтулла улы – электрик булып, әсәһе Рания Рәжәп ҡыҙы балалар баҡсаһында эшләгән. “Мәктәптән һуң Киров исемендәге совхозда эш башланым, фермаға һауынсы булып урынлаштым. Һуңыраҡ мине хат ташыусы итеп эшкә алдылар. Тормош иптәшем Сергей Николаевич вахта ысулы менән эшләй, ул һөнәре буйынса иретеп йәбештереүсе. Өлкән ҡыҙыбыҙ Розалия – Сорғот ҡалаһында парикмахер, Раушания – ауыл магазинында һатыусы. Улыбыҙ Илсур икенсе класта уҡый. Данилға – дүрт, иң кесе улыбыҙ Кирилға өс йәш. Беҙ бик татыу йәшәйбеҙ. Ғаиләбеҙҙә өләсәй кеше файҙалы кәңәштәре менән ярҙам итә, тормош тәжрибәһе менән уртаҡлаша,” – тип һөйләй Эльонора Рифат ҡыҙы. Сибәғәтуллиндар бик күп мал аҫрай, йәйен һәм көҙөн баҡсала ең һыҙғанып эшләй, мал аҙығы әҙерләй. Балалар йылға буйында балыҡ тоторға әүәҫ. Ауыл ерендә ҡышын да эш-мәшәҡәттәр етерлек. Хужабикә яратҡан шөғөлдәре өсөн дә ваҡыт таба: ҡул эштәре менән мауыға, балалар менән әкиәттәр уҡый, һүрәт төшөрә. Сибәғәтуллиндарҙың “ГАЗ-66” автомашинаһы бар. Балалары ат алыуҙы һорай. Уларҙың ҡарт олаталары бик яҡшы конюх, ат өйрәтеүсе булған. Эльонора үҙе лә мәктәп йылдарында һабантуйҙарҙа ат ярыштарында ҡатнаша. Эшһөйәр ғаилә оло йәштәге күршеләренә лә ярҙамлашырға ла ваҡыт таба. Оксана Алик ҡыҙы Яруллина өс бала тәрбиәләнгән ғаиләлә үҫә. Уның игеҙәк ир туғаны бар – Денис. Әсәләре Ольга Викторовна – “Ҡыйғы” совхозы фермаһында һауынсы, аталары Алик Ғәлимйән улы механизатор, хужалыҡ бүлексәһе управляющийы була. Оксана бәләкәйҙән балалар ҡарарға ярата, үҫкәс, тәрбиәсе булырға хыяллана. Һатҡы ҡалаһындағы педагогия училищеһында белем алып, тыуған ауылында мәктәпкәсә учреждениела эш башлай. Тормош иптәше Олег Радик улы – ҡаҙанлыҡ операторы. Ғаилә биш бала тәрбиәләй. Өлкән улдары Алексей – Силәбе ҡалаһы автомобиль юлдары техникумында беренсе курста, Арсений – 7-се класта, Ангелина – 6- сы, Арианна 1-се класта уҡый. Иң кесе улдары Адикҡа 2 йәш. Балаларҙың барыһы ла һәләтле: йырлайҙар, һүрәт төшөрәләр, баскетбол, өҫтәл теннисы, футбол уйнайҙар, коньки шыуалар, төбәк һәм республика ярыштарында, төрлө конкурстарҙа ҡатнашалар. Балалар хужалыҡта ата-әсәһенә генә түгел, олатаһы менән өләсәһенә лә ярҙамлаша, сөнки ауыл ерендә һәр йортта эш етерлек. Бына ошондай тормош менән йәшәй татыу ауыл ғаиләләре. Ғаилә тормошо бәхетен аңлай һәм баһалай белгән кеше был тормошта ысынлап та бәхетле кеше.

Л. Саҙретдинова.

С. Исмәғилева фотоһы.
Читайте нас: