Беҙҙең Ҡыйғы
-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Ғинуар 2018, 18:24

Мин Кремль шыршыһында булдым

Мин беренсе кластан уҡ Тыуған илебеҙҙең баш ҡалаһы – Мәскәүҙе күрергә хыялландым. Ниһайәт, быйылғы яңы йылда минең был теләгем тормошҡа ашты. Башҡортостан делегацияһы менән мин дә Рәсәйҙең Кремль шыршыһына юлландым.

Мин беренсе кластан уҡ Тыуған илебеҙҙең баш ҡалаһы – Мәскәүҙе күрергә хыялландым. Ниһайәт, быйылғы яңы йылда минең был теләгем тормошҡа ашты. Башҡортостан делегацияһы менән мин дә Рәсәйҙең Кремль шыршыһына юлландым.

Яҡшы уҡыуым, төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнашыуым өсөн миңә Мәскәүгә – Кремль шыршыһына саҡырыу бирелеүе хаҡында ишеткәс, шатлығымдың сиге булманы. Бына оҙаҡ көтөлгән көн дә килеп етте. Өфөнән Мәскәүгә самолет менән остоҡ. Килеп төшөүгә беҙҙе ҡаршы алдылар һәм дүрт йондоҙло “Альфа” отеленә урынлаштырҙылар. Беренсе көндө беҙҙе Измайл Кремленә алып барҙылар. Ундағы матурлыҡҡа, бөхтәлеккә минең иҫем китте. Боронғо Рәсәй ҡоролмаһы Баш ҡалабыҙҙың тарихи байлығын сағылдыра. Икенсе көндө Ҡыҙыл Майҙанға юлландыҡ, унда Рәсәйҙең төп шыршыһын күреү бәхетенә ирештем. Бейек, ҡупшы шыршы матур итеп биҙәлгән. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң Кремль һарайындағы шыршы байрамына йүнәлдек. Унда театрлаштырылған тамаша ҡараныҡ. Төрлө конкурстарҙа, уйындарҙа ҡатнаштыҡ. Ысын Ҡыш бабай беҙгә бүләктәр тапшырҙы. Мин үҙемде, ысын мәғәнәһендә, әкиәт илендәге кеүек хис иттем. Шулай уҡ беҙгә иҫтәлекле значоктар, татлы күстәнәстәр ҙә бүләк иттеләр. Был Яңы йыл бүләгенән минең күңелемә онотолмаҫ хәтирәләр һеңеп ҡалды. Беренсенән – Мәскәү ҡалаһын күрҙем; икенсенән– башҡа төбәктәрҙән килгән тиҫтерҙәрем менән таныштым, яңы дуҫтар таптым. Мин үҙемдең ата-әсәйемә, мәктәп директоры Н. Богдановаға һәм кемдәр минең ошо теләгәмде тормошҡа ашырыуҙа ярҙам иткән – барыһына ла бик ҙур рәхмәтлемен.

Гүзәл Йыһангирова,
Түбәнге Ҡыйғы урта мәктәбенең 6-сы
класс уҡыусыһы.
Читайте нас: